Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙҙең маҡсат – юлда тәртип булдырыу”
“Беҙҙең маҡсат – юлда тәртип булдырыу” Мәғлүмәт тиҙ таралған заманда йәшәйбеҙ. Ҡайҙалыр булған ваҡиға шунда уҡ Интернет селтәренә эләгә, унан телевидение һәм гәзиттәргә тарала. Шуға ла юл-транспорт ваҡиғалары тураһындағы мәғлүмәткә өйрәндек тә шикелле. Тегендә авария булған, бында кеше ғүмере ҡыйылған тип уфтанабыҙ ҙа артабан йәшәй бирәбеҙ. Ә һандар бит ҡот осмалы! Башҡортостанда ун йыл эсендә ете мең кеше юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған.
Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө алдынан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов, матбуғат саралары хәбәр­селәре менән осрашып, һандар менән таныштырыу, айырыуса яңғырауыҡлы авариялар тураһында һөйләүҙе йолаға әүерелдерҙе. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки был хаҡта гел ҡабатлап тороу – иң шәп иҫкәртеү сараһы. Аҡыллы кеше башҡаларҙың хатаһына ҡарап өйрәнә, тиҙәр бит әле.
Башҡортостанда һуңғы ун ай эсендә 3 761 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 432 кеше һәләк булған һәм 4 835-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Иҫерек килеш рулгә ултырып ҡазаға тарыусылар һаны 359-ға еткән. Был аварияларҙа 61 кеше һәләк булған һәм 493-ө йәрәхәт­ләнгән. Балалар ҡатнаш­лығында 388 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 12 баланың ғүмере өҙөлгән, 411-е тән йәрәхәттәре алған.
– Әлбиттә, һандар ҡурҡыта. Нисек кенә булмаһын, һәр юл-транспорт ваҡиғаһы – фажиғә. Иҫкәртеү сараларын әүҙем ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Юлдарҙа авариялар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, ун процентҡа булһа ла кәмене. Аварияға килтергән төп өс сәбәп:
1. Тиҙлекте арттырыу;
2. Ҡаршы юл һыҙатына сығыу;
3. Иҫерек килеш рулгә ултырыу.
Әлбиттә, видеотеркәү сараларын арттырабыҙ, иҫерек рулгә ултырғандар һаны кәмене. Бөтөн күрһәткестәр буйынса ла хәл яҡшыра төшһә лә, әле һаман илдә авария мәлендә һәләк булыусылар һаны буйынса юғары күрһәткес биргән биш төбәк иҫәбенә инәбеҙ, – тип һөйләне Динар Заһит улы.
Сара барышында хәбәрселәр йәшерен патрулдең эш барышы тураһында ла һораны.
– Уларҙың эш һөҙөмтәһен шунда уҡ тойҙоҡ. Әммә әлеге лә баяғы Интернет селтәре аяҡ салды. Патруль машинала­рының һандарын бер-береһенә ебәреп, уларҙы тиҙ асыҡланылар. Ошо арала машиналарға икенсе һандар ҡуясаҡбыҙ, – тип аныҡлыҡ индерҙе ЮХХДИ начальнигы.
Әйткәндәй, Динар Ғилметдинов эшендә асыҡлыҡ һәм аныҡлыҡ яҡлы. Был алым уны башҡаларҙан бер нисә башҡа күтәреп ебәрә, сөнки водителдәр ниндәй генә һорау булмаһын, Ғилметдинов алып барған блокка инеп, фекере менән уртаҡлаша, кәңәшләшә ала. Был бәйлә­неште әүҙемләштереү маҡсатынан Динар Заһит улы яңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә лә теркәлеүе һәм һәр мөрәжәғәтте ҡарап барыуы тураһында белдерҙе.
– Беҙҙең маҡсат – күберәк штраф һалыу түгел, ә юлдарҙа тәртип булдырыу, авариялар һанын кәметеү. Автобустар менән килеп тыуған мәсьәләне генә алып ҡарайыҡ. Быға тиклем Өфөлә 10 меңгә тиклем автобус маршрутҡа сыға ине. Хәҙер уларҙың һаны ике тапҡырға кәмене. Водителдәргә ҡарата 90 мең протокол төҙөлдө. Көнөнә меңгә яҡын протокол яҙабыҙ һәм был йүнәлештә тәртип урынлаштырмайынса, эште туҡтатмаясаҡбыҙ. Автобустар ҡатнашлығындағы авариялар һанын кәметеү – көн талабы, – тине Динар Заһит улы.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә