Мәғлүмәт тиҙ таралған заманда йәшәйбеҙ. Ҡайҙалыр булған ваҡиға шунда уҡ Интернет селтәренә эләгә, унан телевидение һәм гәзиттәргә тарала. Шуға ла юл-транспорт ваҡиғалары тураһындағы мәғлүмәткә өйрәндек тә шикелле. Тегендә авария булған, бында кеше ғүмере ҡыйылған тип уфтанабыҙ ҙа артабан йәшәй бирәбеҙ. Ә һандар бит ҡот осмалы! Башҡортостанда ун йыл эсендә ете мең кеше юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө алдынан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов, матбуғат саралары хәбәрселәре менән осрашып, һандар менән таныштырыу, айырыуса яңғырауыҡлы авариялар тураһында һөйләүҙе йолаға әүерелдерҙе. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки был хаҡта гел ҡабатлап тороу – иң шәп иҫкәртеү сараһы. Аҡыллы кеше башҡаларҙың хатаһына ҡарап өйрәнә, тиҙәр бит әле.
Башҡортостанда һуңғы ун ай эсендә 3 761 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 432 кеше һәләк булған һәм 4 835-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Иҫерек килеш рулгә ултырып ҡазаға тарыусылар һаны 359-ға еткән. Был аварияларҙа 61 кеше һәләк булған һәм 493-ө йәрәхәтләнгән. Балалар ҡатнашлығында 388 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 12 баланың ғүмере өҙөлгән, 411-е тән йәрәхәттәре алған.
– Әлбиттә, һандар ҡурҡыта. Нисек кенә булмаһын, һәр юл-транспорт ваҡиғаһы – фажиғә. Иҫкәртеү сараларын әүҙем ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Юлдарҙа авариялар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, ун процентҡа булһа ла кәмене. Аварияға килтергән төп өс сәбәп:
1. Тиҙлекте арттырыу;
2. Ҡаршы юл һыҙатына сығыу;
3. Иҫерек килеш рулгә ултырыу.
Әлбиттә, видеотеркәү сараларын арттырабыҙ, иҫерек рулгә ултырғандар һаны кәмене. Бөтөн күрһәткестәр буйынса ла хәл яҡшыра төшһә лә, әле һаман илдә авария мәлендә һәләк булыусылар һаны буйынса юғары күрһәткес биргән биш төбәк иҫәбенә инәбеҙ, – тип һөйләне Динар Заһит улы.
Сара барышында хәбәрселәр йәшерен патрулдең эш барышы тураһында ла һораны.
– Уларҙың эш һөҙөмтәһен шунда уҡ тойҙоҡ. Әммә әлеге лә баяғы Интернет селтәре аяҡ салды. Патруль машиналарының һандарын бер-береһенә ебәреп, уларҙы тиҙ асыҡланылар. Ошо арала машиналарға икенсе һандар ҡуясаҡбыҙ, – тип аныҡлыҡ индерҙе ЮХХДИ начальнигы.
Әйткәндәй, Динар Ғилметдинов эшендә асыҡлыҡ һәм аныҡлыҡ яҡлы. Был алым уны башҡаларҙан бер нисә башҡа күтәреп ебәрә, сөнки водителдәр ниндәй генә һорау булмаһын, Ғилметдинов алып барған блокка инеп, фекере менән уртаҡлаша, кәңәшләшә ала. Был бәйләнеште әүҙемләштереү маҡсатынан Динар Заһит улы яңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә лә теркәлеүе һәм һәр мөрәжәғәтте ҡарап барыуы тураһында белдерҙе.
– Беҙҙең маҡсат – күберәк штраф һалыу түгел, ә юлдарҙа тәртип булдырыу, авариялар һанын кәметеү. Автобустар менән килеп тыуған мәсьәләне генә алып ҡарайыҡ. Быға тиклем Өфөлә 10 меңгә тиклем автобус маршрутҡа сыға ине. Хәҙер уларҙың һаны ике тапҡырға кәмене. Водителдәргә ҡарата 90 мең протокол төҙөлдө. Көнөнә меңгә яҡын протокол яҙабыҙ һәм был йүнәлештә тәртип урынлаштырмайынса, эште туҡтатмаясаҡбыҙ. Автобустар ҡатнашлығындағы авариялар һанын кәметеү – көн талабы, – тине Динар Заһит улы.