Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү ул – үргә үрләү
Уңғандарҙы бүләкләү, эшһөйәрҙәрҙе дәртләндереү – республика етәкселегенең мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.
– Күркәм залға үҙ эшенең оҫталары һәм талант эйәләре йыйылған, – тине, Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный. – Һеҙ барҙа республикабыҙ тағы ла сағыуы­раҡ балҡыясаҡ, матурланасаҡ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән килә­сәк быуынға өлгө күрһәтеүегеҙ маҡтауға лайыҡ, тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа.
Владимир Александрович белдереүенсә, Башҡортостан – Рәсәй өсөн ныҡлы терәк, респуб­ликабыҙ йылдан-йыл үҫешә, уның социаль-иҡтисади хәле яҡшыр­ған­дан-яҡшыра, төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптән түгел генә баш ҡалабыҙҙа Перинаталь үҙәктең сафҡа индерелеүе, Затон күперенең асылыуы, төбәктең көньяғында электр станцияһының эшләй башлауы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Бүләкләнеүселәр араһында “Өфө моторҙар эшләү етештереү берекмәһе” йәмғиәте эшселәре күп кенә ине. Башҡортостандың атҡа­ҙанған машина төҙөүсеһе Андрей Веретенников етәксе­леккә рәхмә­тен еткерҙе, алдағы көндәрҙә лә бурыстарҙы теүәл үтәргә вәғәҙә бирҙе.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Динә Фазыл­ғаяноваға “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Ғүмер буйы биология фәне­нән уҡыттым. Тәүге йылдарҙа ниндәй ҙә булһа бүләккә лайыҡ апай-ағайҙарға ҡарап һоҡлана торғайным, буй етмәҫлек хыял кеүек тойола ине. Йәшәү ул – үргә үрләү, тибеҙ, – ти Динә Ким ҡыҙы.
“Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәт­кәре” исемен алған Әлшәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Солтан­ғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бынан да ҙур бүләктең булыуы мөмкин түгел, эшемә лайыҡлы баһа, ти ул. Ә Башҡортостан Башлығының Рәх­мәт хаты менән бүләкләнгән “Башҡортостан” теле­ра­дио­тапшы­рыуҙар компания­һының баш мөхәррире Шамил Ишемйәров иһә ҡотлауҙы үҙенең юбилейы айҡанлы бүләк тип ҡабул итте.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә