Йәшәү ул – үргә үрләү02.12.2016
Уңғандарҙы бүләкләү, эшһөйәрҙәрҙе дәртләндереү – республика етәкселегенең мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.
– Күркәм залға үҙ эшенең оҫталары һәм талант эйәләре йыйылған, – тине, Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный. – Һеҙ барҙа республикабыҙ тағы ла сағыуыраҡ балҡыясаҡ, матурланасаҡ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән киләсәк быуынға өлгө күрһәтеүегеҙ маҡтауға лайыҡ, тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа.
Владимир Александрович белдереүенсә, Башҡортостан – Рәсәй өсөн ныҡлы терәк, республикабыҙ йылдан-йыл үҫешә, уның социаль-иҡтисади хәле яҡшырғандан-яҡшыра, төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптән түгел генә баш ҡалабыҙҙа Перинаталь үҙәктең сафҡа индерелеүе, Затон күперенең асылыуы, төбәктең көньяғында электр станцияһының эшләй башлауы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Бүләкләнеүселәр араһында “Өфө моторҙар эшләү етештереү берекмәһе” йәмғиәте эшселәре күп кенә ине. Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе Андрей Веретенников етәкселеккә рәхмәтен еткерҙе, алдағы көндәрҙә лә бурыстарҙы теүәл үтәргә вәғәҙә бирҙе.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Динә Фазылғаяноваға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Ғүмер буйы биология фәненән уҡыттым. Тәүге йылдарҙа ниндәй ҙә булһа бүләккә лайыҡ апай-ағайҙарға ҡарап һоҡлана торғайным, буй етмәҫлек хыял кеүек тойола ине. Йәшәү ул – үргә үрләү, тибеҙ, – ти Динә Ким ҡыҙы.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемен алған Әлшәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Солтанғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бынан да ҙур бүләктең булыуы мөмкин түгел, эшемә лайыҡлы баһа, ти ул. Ә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының баш мөхәррире Шамил Ишемйәров иһә ҡотлауҙы үҙенең юбилейы айҡанлы бүләк тип ҡабул итте.