Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күҙ табибы Көтөп алған улын аяҡҡа баҫтырыу үҙаллы ҡалаҡ тотоп бутҡа ашай башлауҙан ғына тормай ине шул. Ире менән аралары бөтөнләй һыуынғас, яңғыҙ әсә өсөн бала тәрбиәләү еңелдән булманы. Ғилми хеҙмәтен һалып ҡуйһа ла, ябай табип өсөн эш муйындан. Ул “үҙ эшемдең оҫтаһы булайым, кешегә мөмкин тиклем ярҙам итәйем” тигән маҡсатына тоғро ҡала. Эш, кеше һаулығы менән бәйле булған яуаплылыҡ күпме генә ваҡытын алмаһын, Ғәлимә бөтөн көсөн, ваҡытын улы өсөн йәлләмәне. Һигеҙ йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан яҡты донъянан киткән тәүге балаһы өсөн дә, һөйөп-һөйөлөп ҡауышып та айырылышыу менән тамамланған мөхәббәт һағышы ла улын сикһеҙ яратыуға, уны ҡурсалауға, һәр аҙымы өсөн яуаплылыҡ тойоуға әйләнде, хатта улы буй еткергәс тә был яуаплылыҡты иңенән төшөрә алмай йонсоно, ҡайһы саҡта уның үҙаллы егет булып етеүен дә онотоп ебәрҙе.
Барыһын да уның өсөн эшләнем. Барыһын да. Тик барыбер нимәнелер эшләп еткермәнем һымаҡ. Уны мин аңламайыммы, әллә ул минеме? Бар ғүмеремде уға арнаным. Ул – минең берҙән-берем. Йәшәүем дә, шатлығым да, киләсәгем дә. Ошоно аңлармы улым?
Күңеле һуҡырҙан ҡурҡ. Олатаһы ҡапыл һуҡырайғас, әллә үҙен йыуатыу өсөн әйттеме, әллә Ғәлимәнең киләсәктә кем менән ғаилә ҡорорға тейешлегенә ишара яһанымы, ҡыҙын, Ғәлимәнең әсәһен бик аяныс хәлдә ҡалдырып, икенсе ғаиләгә сығып киткән кейәүенә үпкәһен сығарыпмы, бер ваҡыт: “Балам, иш һайлаһаң, күңеле һуҡырҙан ҡурҡ”, — тигәйне. Олатаһының был һүҙҙәрен аңлап етмәгәйне. Ҡапыл ошо һүҙҙәр зиһенен ярып килеп инде лә, аңын яҡтыртып ебәргәндәй, оло бер асышҡа юл асҡандай булды. Күңеле һуҡырҙан ҡурҡ. Туҡта, был һүҙҙәр күңелгә хәүеф тә һала түгелме? Күңеле һуҡырҙан ҡурҡ. Ире аңламаны. Тимәк, уның миңә ҡарата күңеле һуҡыр булдымы? Үҙен аңлаған кеше таптымы? Ваҡытлыса күңел йылыһы тапҡан ояһында бәхетле булдымы? Юҡ бит, унан да китте, ҡартайған әсәһенә барып һыйынды. Ә улым был хәлгә нисек ҡарай? Кемде ғәйепләй? Ғаилә тарҡала икән, ғәйеп бер яҡлы ғына булмай. Үҙе һығымта яһаһын. Атаһын күрһен, һөйләшһен. Алып барырмын. Тик миңә ҡарата күңеле һуҡыр булып, ҡарыуһыҙ ҡалған көнөмдә япа-яңғыҙымды ҡалдырмаһын...
Ошо хәүеф менән килдең, һылыу. Улың насар юлға баҫмаған, тоғро юлдан тайпылмаған, юғары белем алып, бынамын тигән итеп хеҙмәт юлын башлаған. Атаһы менән күрешеп ҡайтҡас та һиңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрмәне. Уныһы ла яҡшы. Тимәк, түккән көсөң юҡҡа сыҡмаған. Диссертацияңды яҡлап, ғилми дәрәжә алмауың да үкенесле түгел: Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты поликлиникаһының ауырыуҙарҙы теркәү урынында: “Зинһар өсөн, Ғәлимәгә яҙығыҙ!” – тип үтенеп һораусыларҙың күп булыуы, аҙаҡ: “Мине Ғәлимә үҙе ҡараны, миңә ул үҙе шулай тип әйтте”, – тип ҡыуанып һөйләүҙәре әллә ниндәй дәрәжәләреңдән дә юғары түгелме ни? Халыҡ өсөн кем ул ҮҘЕ? Тимәк, һин — иң ышаныслы белгес! Республиканың төрлө мөйөштәренән, ер аяғы-ер башынан һинең исемеңә оло өмөттәр бағлап килеп етәләр икән, тимәк, халыҡ ышанысын яулағанһың. Тимәк, институтты тамамлағас та ғилми хеҙмәт яҙыу өсөн белем эстәүҙе дауам итеүең, туҡтауһыҙ камиллашыуың һөҙөмтәһен биргән. Был — иң мөһиме. Рәсми ғилми дәрәжәң генә юҡ. Ә унан һуң һин бит кеше шатлығына ихлас шатлана белә торған заттан. Был — кеше өсөн иң күркәм сифаттарҙың береһе, айырыуса табип өсөн.
Ә улыңдың һиңә аңлашылмаған сәйерлеге бар икән, ҡайһы бер мәсьәләләрҙә күңел яҡынлығы тоймайһың, йәки һин теләгән маҡсатты үҙ итмәй икән, ул инде һинең хатаң түгел. Күңел һуҡырлығы, күңел күрәшлеге, күңел күрәғараулығы – ул әҙәм балаһында ҡасандыр олатайың әйткән күңел нурының кәмей барыуынан. Донъя яҡтылығын күрер өсөн күҙҙәребеҙ булһа, күңел донъяһын байҡау өсөн күңел күҙе кәрәк. Беҙ баланы үҙ белдегебеҙ менән генә яңғыҙыбыҙ тәрбиәләй башланыҡ. Бынамын тигән МИЛЛИ МИРАҪЫБЫҘҙан алыҫлаштыҡ. Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын онотабыҙ, сөнки туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ҡыҫҡаһы, рухи байлыҡ тип аталған ҡиммәттәребеҙҙе “һанға һуҡмай” башланыҡ.
Иҫеңдәме тыуған көнөң кисәһе. Ниндәй заттар йыйылғайны! Ниндәй генә һөнәр кешеләре юҡ ине унда! Һиңә ҡарата ниндәй матур һүҙҙәр әйтелеп, һиңә арнап ниндәй генә йырҙар йырланманы! “Бар икән әле боронғо йырҙарыбыҙҙы боронғоса башҡарыусыларыбыҙ!” – тип ҡыуанып ултырғайным. Ә улыңдың күҙҙәрендә иғтибар күрмәнем. Ул халыҡ араһында абруйыңдың ни дәрәжәлә юғары булыуын да аңлап етмәне. Был уның ғына түгел, ә беҙҙең, өлкән быуындың, йәштәребеҙҙе тәрбиәләүҙә милли мираҫты онотоу бәләһе. Рухи тамырҙан айырабыҙ беҙ уларҙы! Ниндәй аяныс. Күңел бушлығы кисерә башлаған осорҙа ҡайһы, ниндәй рухи шишмәнән йән аҙығы табып йыуаныр был быуын? Тәрбиәлә кеше яңғыҙы булырға тейеш түгел, ә халыҡ аҡылына таянырға кәрәк. Ни тиклем хазина ята халыҡ ижадында, тәрбиә һабаҡтарында! Кеше булмышына ҡағылған һәр осраҡҡа ла яуап табып була халыҡ аҡылынан. Тик аңлай ғына бел, тик иғтибар ғына ит, тик файҙалан ғына! Ә һәр халыҡтың аҡылын, кинәйә менән әйтелгән тәрән фәлсәфәүи фекерен аңлар өсөн берҙән-бер асҡыс – ул туған тел! Бына ниҙән мәхрүм итәбеҙ балаларыбыҙҙы ла, аҙаҡ үкенестәргә һалыр үҙебеҙҙе лә. Бәләкәйҙән генә етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән һин дә атай-әсәй, олатай-өләсәй һабаҡтарынан фәһем алып үҫмәгәнһең; ҡала мәктәбендә белем алған, ят мөхиттә ҡайнаған һәм халҡы тәрбиәһенән бик-бик алыҫ торған улың да был хазинанан мәхрүм. Халҡыбыҙҙың изгелек, яҡшылыҡ, атай-әсәйгә мөнәсәбәт тураһында әйтеп ҡалдырған аманаттарын беләме улың? “Урал батыр” эпосын уҡынымы? Башҡорттоң дәртле бейеү көйҙәрен ишетеү менән, күңел ҡанаттары кирелеп, осорҙай булып талпынамы ла донъя халҡын хайран иткән ҡурай моңона ҡолаҡ һаламы?
Бала тамырынан айырылһа, күңеленә асҡыс табыуы еңел түгел шул. Олатайың шулай тип әйткәйне, инәйем былай тигәйне, халыҡ мәҡәлендә ошондай фекер бар, тип халыҡ аҡылына таяныу, нәҫел сылбырын бер-береһенә тоташтыра барыу тәрбиә эшендә иҫ китмәле ышаныслы таяныс та бит... “Балам өсөн барыһын да эшләнем, бәхетле итә алдыммы, минең ошо тырышлығымды, тамамланған ғилми хеҙмәтемде тик уның хаҡына ғына һандыҡҡа һалып ҡуйыуымды аңлармы? Үҙ туған телемдә аралаша алырлыҡ ейән-ейәнсәрҙәр һөйә алырмынмы? Туғандарым менән тап беҙҙеңсә, үҙебеҙсә аралашырлыҡ, кәрәк саҡта утҡа-һыуға инерҙәй туғанлыҡ тойғоһо һалынырмы уларға?” – тигән уй борсой һине.
Был уй бер һине генә түгел, туғанлыҡ тойғоһон тоташтырып тороу ҡеүәһенә эйә булған күңел нурының тоноҡлана барыуына үҙҙәре үк сәбәпсе булған, балаһының бәхетен фәҡәт юғары белем алыуға ғына ҡайтарып ҡалдырған атай-әсәйҙәрҙең барыһын да борсоуға һала. Тик көҙгө ҡояш нурҙары ни тиклем генә сағыу булмаһын, яҙғы ҡояш йылыһындай, яңы шытымдарға шаулап үҫеп китер ҡеүәт бирә алмай. Күңел нуры ул балаға сабый саҡтан ғына түгел, хатта ҡарында ваҡытта уҡ туған моң, туған тел, туған өн аша һалына бара торған ҡеүәт ул. Ер йөҙөндәге бөтөн йән эйәләре лә үҙ дауамы — сабыйы менән өн аша аралаша. Көтөүҙән ҡайтып килгәндә, инәһен эҙләп ҡаршыһына йүгергән быҙау ҙа, һарыҡ-кәзә бәрәстәре лә, кешнәй-кешнәй өйөр айҡап сапҡан ҡолон да, ҡош-ҡорт бәпкәләре лә үҙ инәләре менән ҡанына һалынған тыуған өн аша аралаша: баҡыра, безелдәй, мәэлдәй, ҡаңҡылдай, сипелдәй.
Беҙ ҙә, әҙәм балалары, туған өн аша тоташтырырға тейешбеҙ күңелдәрҙе. Ят ауаздар (ят һүҙ, ят тел аша әйтелгәндәре) яҡынайыр бәйләнештәрҙе алыҫайта, күңелдәр араһында ят өндәрҙән торған пәрҙә хасил була. Ә был иһә иң ғәзиздәреңә – атай менән әсәйгә ят телдә өндәшеү, балаға ят өндәрҙән бар булған исем ҡушыу, сәңгелдәк йырҙары һәм артабан туған йырҙар йырламау, атай-әсәй, туғандар менән ят телдә аралашыу, быуаттар буйы нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән тәбиғи һәләтеңде туған телдә үҫтермәйенсә, хәтер һандығының иң төбөнә “бикләп” ҡуйып, өр-яңынан ят телдә белем эстәй башлау, тарихың, ижадың, йола-ғәҙәттәрең менән таныш булмау... Ошолай башлана күңел донъяһының тоноҡланыуы, туғанлыҡ бәйләнеш­тәренең нескәреүе, рухи донъяның ҡаҡшауы, “Урал батыр” эпосы аша ҡалдырылған иҫ китмәле ҡиммәтле аманатты һанға һуҡмау, тимәк, Кеше булыу тигән төшөнсәне аңламау.
Әле һуң түгел. Нәҫел-нәсәбең аша ҡаныңа һалынған ғәжәп күркәм сифаттарың мөлдөрәмә тулы һинең. Уларҙы ейән-ейәнсәрҙәрең аша дауам итә алаһың. Донъяла иң ғәзиз кеше — әсәһенә рухташ, фекерҙәш Килен, буласаҡ балаларында быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығыбыҙҙы тәрбиәләй алырлыҡ Әсә менән ғаилә ҡорорға яҙһын Улыңа. Бала атай нәҫелен дауам итһә лә, уны ғоманлы саҡтан уҡ башлап Әсә тәрбиәләй. Ә тәбиғәт һәр кешене Үҙе итеп яралтҡан һәм, теле үҙгәрһә лә, ҡан-фиғеле, булмышы нисек яратылған – шул килеш ҡала һәм ҡалырға тейеш тә. Кешене Үҙем тимә, Үҙем итәм тип маташма, әҙәм балаһы ике ярты бер бөтөндән тора икән, уның икенсе яртыһы ят ҡитғаларҙа ла, ят бауырҙарҙа ла түгел. Ошо хәҡиҡәтте аңлай икән Улың, тимәк, һин бар юғал­тыу­ҙарың аша ынтылған Оло бәхетеңә ирешер­һең, Улың­дың да күңел күҙе асылыр, һылыу. Милли мираҫ – бала тәрбиәләүҙә иң ышаныслы таяныс ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 694

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 825

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 768

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 478

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 101

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 044

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 777

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 871