Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Клуб ишеге ябылмай
Клуб ишеге ябылмай Яңы Усман ауылындағы мәҙәниәт йорто был айҙа ла, ғәҙәттәгесә, гөрләп торҙо. Халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында бында төрлө түңәрәктәр, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының репетициялары ойошторола, осрашыуҙарға һәм кисәләргә әҙерлек бара бит. Әле генә Әсәйҙәр көнө уңайынан матур байрам үткәрелде.


Ауыл клубында яңыраҡ Рәсәй киноһы йылына арнап Яңы Усманда тыуған билдәле режиссер, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әнүәр Нурмөхәмәтовтың хәтер кисәһен уҙғарғайнылар. “Һарығолаҡ”, “Кинйә” кеүек фильмдарҙы, “Ай ҡыҙы” телесериалын төшөргән яҡташтарын, туғандарын иҫкә алырға дәррәү йыйылдылар, матур концерт та ойошторҙолар. Күп тә үтмәҫтән, 18 ноябрҙә, ир-егеттәрҙең урындағы мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләгән “Ирәүән” вокаль ансамбле район кимәлендәге “Һай, Бөрйән егеттәре!” конкурсында сығыш яһап, гран-при алып ҡайтты. Был ҡыуаныс бер аҙ һүрелеп тә өлгөрмәне, ауыл китапханасыһы Эльвира Мәжитованың, үҙ һөнәре буйынса республика конкурсында ҡатнашып, Өфөнән диплом менән ҡайтып төшөүе мәғлүм булды. Рәсәй киноһы йылына арнап фильм ижад иткән өсөн биргәндәр икән уға юғары баһаны.
Әйткәндәй, кино төшөрөү хәҙер был яҡ халҡы араһында ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йыл башындараҡ урамдар араһында үткәрелгән мәҙәни ярыш өсөн ауылдың тарихына, билдәле кешеләргә бағышлап төрлө сюжеттар әҙерләнгәйне. “Сүллектең аҡ ҡояшы”, “Уңыш джентльмендары”, “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” һымаҡ киң танылған фильмдарҙың “яңы версия”лары ла күрһәтелде. Батша Иван Грозныйҙың өй беренсә йөрөп ауыл хужалығы иҫәбен алғанын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле!
Быйыл яҙ Яңы Усман китапха­наһында гүзәл зат вәкилдәре өсөн “Йәнгүзәл” исемле клуб та ойошторолғайны. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, аҙна һайын йыйылып, канзаши стилендәге сәскәләр, топиарийҙар эшләргә өйрәнә, ырғаҡ менән ойоҡтар, шәлдәр бәйләй. “Әле һаҡал эшләп йөрөйбөҙ, түбәтәйҙәр тегеп, сигәбеҙ. Киләсәктә мәрйендән сәскә, ағастар эшләргә өйрәнергә хыялланабыҙ”, – тиҙәр. Клубта шулай уҡ былтыр ун ҡатындан йырсылар ансамбле төҙөлдө, ирҙәрҙән гармунсылар төркөмө тупланды. Өҫтәүенә ауылдың үҙешмәкәр артистары, Наил Ғәйетбайҙың, Рәлиф Кинйәбаевтың, Мөҙәрис Мөсифуллиндың пьесаларын сәхнәләштереп, Бөрйән буйлап һәм Баймаҡ яҡтарында гастролдәрҙә йөрөп алды. Райондағы иң яҡшы мәҙәниәт йорттары иҫәбендә тороу буштан бирелмәй шул.
Клуб мөдире вазифаһында егерме йылдан ашыу эшләгән, 2009 һәм 2011 йылдарҙа Бөрйәндең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста гран-при яулаған, “Таң” гәзите редакцияһы тарафынан былтыр “Йыл кешеһе” тип баһаланған Шәфҡәт Мәжитов барлыҡ уңыштарҙың нигеҙен район етәкселегенең хәстәрлегенә, ауылдаштарының һәләтле, әүҙем, берҙәм булыуына ғына бәйләй. “Былтыр Мәҙәниәт министрлығы дәүләт гранты менән ярҙам итте. Йөҙ мең һум бирҙеләр! – тип ҡыуанысын уртаҡлашты ул. – Бик күп кәрәк-яраҡ килде шул аҡсаға. Иң мөһиме – гармундар алдыҡ”.
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре теләһә ҡайһы мәлдә тота килеп бынамын тигән концерт ойоштора ала хәҙер. Хәйер, элек тә талантлы кешеләре менән тирә-яҡта дан тотто был ауыл. Тик ҡайһы саҡта һәләтле булыу ғына етмәй, уйын ҡоралдары, аппаратура ла кәрәк. Ә барыһынан да бигерәк – ойоштороусының оҫталығы, йүнселлеге, абруйы.
Районға гастролгә килгән бер сәхнә оҫтаһының да Яңы Усманға һуғылмай китмәүе осраҡлы түгел. Бында клуб ишеге бер ҡасан да бикле тормай. Шәфҡәт Мәжитовтың: “Йәй етһә, себендән һәм артистарҙан күҙҙе лә асып булмай”, – тип мәрәкәләүе кемделер көнләштереп тә ҡуялыр.


Автор: Даян МӘЖИТОВ. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә