Яңы Усман ауылындағы мәҙәниәт йорто был айҙа ла, ғәҙәттәгесә, гөрләп торҙо. Халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында бында төрлө түңәрәктәр, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының репетициялары ойошторола, осрашыуҙарға һәм кисәләргә әҙерлек бара бит. Әле генә Әсәйҙәр көнө уңайынан матур байрам үткәрелде.
Ауыл клубында яңыраҡ Рәсәй киноһы йылына арнап Яңы Усманда тыуған билдәле режиссер, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әнүәр Нурмөхәмәтовтың хәтер кисәһен уҙғарғайнылар. “Һарығолаҡ”, “Кинйә” кеүек фильмдарҙы, “Ай ҡыҙы” телесериалын төшөргән яҡташтарын, туғандарын иҫкә алырға дәррәү йыйылдылар, матур концерт та ойошторҙолар. Күп тә үтмәҫтән, 18 ноябрҙә, ир-егеттәрҙең урындағы мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләгән “Ирәүән” вокаль ансамбле район кимәлендәге “Һай, Бөрйән егеттәре!” конкурсында сығыш яһап, гран-при алып ҡайтты. Был ҡыуаныс бер аҙ һүрелеп тә өлгөрмәне, ауыл китапханасыһы Эльвира Мәжитованың, үҙ һөнәре буйынса республика конкурсында ҡатнашып, Өфөнән диплом менән ҡайтып төшөүе мәғлүм булды. Рәсәй киноһы йылына арнап фильм ижад иткән өсөн биргәндәр икән уға юғары баһаны.
Әйткәндәй, кино төшөрөү хәҙер был яҡ халҡы араһында ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йыл башындараҡ урамдар араһында үткәрелгән мәҙәни ярыш өсөн ауылдың тарихына, билдәле кешеләргә бағышлап төрлө сюжеттар әҙерләнгәйне. “Сүллектең аҡ ҡояшы”, “Уңыш джентльмендары”, “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” һымаҡ киң танылған фильмдарҙың “яңы версия”лары ла күрһәтелде. Батша Иван Грозныйҙың өй беренсә йөрөп ауыл хужалығы иҫәбен алғанын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле!
Быйыл яҙ Яңы Усман китапханаһында гүзәл зат вәкилдәре өсөн “Йәнгүзәл” исемле клуб та ойошторолғайны. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары, аҙна һайын йыйылып, канзаши стилендәге сәскәләр, топиарийҙар эшләргә өйрәнә, ырғаҡ менән ойоҡтар, шәлдәр бәйләй. “Әле һаҡал эшләп йөрөйбөҙ, түбәтәйҙәр тегеп, сигәбеҙ. Киләсәктә мәрйендән сәскә, ағастар эшләргә өйрәнергә хыялланабыҙ”, – тиҙәр. Клубта шулай уҡ былтыр ун ҡатындан йырсылар ансамбле төҙөлдө, ирҙәрҙән гармунсылар төркөмө тупланды. Өҫтәүенә ауылдың үҙешмәкәр артистары, Наил Ғәйетбайҙың, Рәлиф Кинйәбаевтың, Мөҙәрис Мөсифуллиндың пьесаларын сәхнәләштереп, Бөрйән буйлап һәм Баймаҡ яҡтарында гастролдәрҙә йөрөп алды. Райондағы иң яҡшы мәҙәниәт йорттары иҫәбендә тороу буштан бирелмәй шул.
Клуб мөдире вазифаһында егерме йылдан ашыу эшләгән, 2009 һәм 2011 йылдарҙа Бөрйәндең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста гран-при яулаған, “Таң” гәзите редакцияһы тарафынан былтыр “Йыл кешеһе” тип баһаланған Шәфҡәт Мәжитов барлыҡ уңыштарҙың нигеҙен район етәкселегенең хәстәрлегенә, ауылдаштарының һәләтле, әүҙем, берҙәм булыуына ғына бәйләй. “Былтыр Мәҙәниәт министрлығы дәүләт гранты менән ярҙам итте. Йөҙ мең һум бирҙеләр! – тип ҡыуанысын уртаҡлашты ул. – Бик күп кәрәк-яраҡ килде шул аҡсаға. Иң мөһиме – гармундар алдыҡ”.
Яңы Усман һәүәҫкәрҙәре теләһә ҡайһы мәлдә тота килеп бынамын тигән концерт ойоштора ала хәҙер. Хәйер, элек тә талантлы кешеләре менән тирә-яҡта дан тотто был ауыл. Тик ҡайһы саҡта һәләтле булыу ғына етмәй, уйын ҡоралдары, аппаратура ла кәрәк. Ә барыһынан да бигерәк – ойоштороусының оҫталығы, йүнселлеге, абруйы.
Районға гастролгә килгән бер сәхнә оҫтаһының да Яңы Усманға һуғылмай китмәүе осраҡлы түгел. Бында клуб ишеге бер ҡасан да бикле тормай. Шәфҡәт Мәжитовтың: “Йәй етһә, себендән һәм артистарҙан күҙҙе лә асып булмай”, – тип мәрәкәләүе кемделер көнләштереп тә ҡуялыр.