Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бына күрерһегеҙ, ул атлаясаҡ!
Бына күрерһегеҙ, ул атлаясаҡ!
...Редакцияға уңайһыҙланып ҡына һылыу йөҙлө, һомғол буйлы ҡатын килеп инде.
– Мин Юлиә, Раушанияның әсәһе, – тип таныштырҙы ул үҙен.
Һағышлы ҡарашынан, борсоулы хәрәкәттәренән уны беҙгә ниндәйҙер ихтыяж, бәләкәй булмаған бәлә, бәлки, аяныс та килтергәнен аңлап була ине...

Балаҡатай ҡыҙы Юлиә, төҙөлөш техникумын тамамлағас, Өфө фанера комбинатында эшләгән, аҙаҡ селтәрҙәге бизнес менән шөғөл­ләнгән. Ире Фәнис Баймаҡ яғынан, иретеп йәбештереүсе, шәхси компанияла хеҙмәт итә.
Рәжәповтар өс бала тәрбиәләй. Бынан бер нисә йыл элек, Алина менән Алиса ҡыҙҙары бер аҙ үҫеп, үҫмер ҡорона ингәс, улар өсөнсө сабыйға ғүмер бүләк итергә ниәт­ләгән. Бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәгән матур ғаилә өсөн аптырарлыҡ хәлме ни? Тик тор­моштоң үҙ пландары. Ауырлы саҡта кинәт ҡан баҫымы күтәрелеп, Юлиә дауаханаға эләгә. Хәле бик насар булған әсәйгә, ауырына алтынсы ғына ай булһа ла, операция яһағандар, тәүге сиратта уның ғүмере өсөн көрәшкәндәр...
– Ҡыҙым ваҡытынан алда тыуғанға күрә, оҙаҡ дауаханала яттыҡ. Бер йәшкә тиклем, сабый ауырлыҡ менән нығынһа ла, табиптар ҡурҡытырлыҡ диагноз ҡуйманы. Алға китеш булмағас, тағы дауахана юлын тапай баш­ланыҡ. “Балалар церебраль фалижы” тигән аяуһыҙ диагноз шунда яңғыраны. Белгестәр, бала тик түшәктә ятасаҡ, аҡыл һәм физик яҡтан яй үҫешәсәк, тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, беҙ төшөнкөлөккә бирелмәнек, ҡул ҡаушырып, мөғ­жизә көтөп ултырманыҡ. Раушания донъяға килгәнгә декабрҙә биш йыл була. Хәҙер ул терәлеп ул­тырырға өйрәнде, үҙенә кәрәген әйтеп, һөйләшә лә белә, хәл-әхүәлде аңлап тора. Көтөп алған сабыйымды барыбер аяҡҡа баҫты­расаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым. Бына күрерһегеҙ – ҡыҙым атлап йөрөйәсәк!
Ирем, балаларым – төп ярҙам­сыларым. Раушания менән төрлө реабилитация үҙәктәрендә, дауахана­ларҙа, шифаханаларҙа булырға тура килә, бер генә буш көнөбөҙ юҡ, – ти Юлиә.
Әйткәндәй, Рәжәповтарҙың өл­кән ҡыҙы Алина буласаҡ һөнәрен юҡҡа ғына һайлама­ғандыр. Сирле баланы тәрбиәләү, үҫтереү өсөн ни тиклем рухи һәм физик көс, маҡсатлылыҡ, түҙемлек талап ителеү менән бер рәттән, ғаиләлә медицина белгесе лә булһа, тағы яҡшыраҡ. Шуға ла Алина Башҡорт дәүләт медицина университетында әле дүртенсе курста белем ала, киләсәктә балалар табибы була­саҡ. Алиса иһә – мәктәп уҡыусыһы.
Рәжәповтарҙың ғаиләһе бер һүҙле, үҙ-ара татыу, ярҙамсыл булғанға күрә, быға тиклем сирле баланы үҫтереүгә бәйле бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшеп килгән. Шул иҫәпкә Республика балалар клиника дауаханаһының неврология һәм эпилептология үҙәгендә дауаланыуҙы, Өфөләге Реацентрҙа – биш курс, “Айдук” неврология үҙәгендә – ике һәм башҡа махсуслашҡан үҙәктәрҙә үткән реабилитация курстарын, бихисап мануаль терапия сеанс­тарын индерергә була. Заманы шундай – һәр ерҙә аҡса кәрәк, бер генә белгес тә бушлай дауаламай.
Ғаилә барлыҡ йыйнап-төйнәп торған аҡсаларын, әлбиттә, Раушания өсөн тотонған һәм тотона. Уларҙың әлегә тиклем торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителмәгән, төҙөлөш компанияһының мутлашыуына бәйле, бер нисә ғаилә тишек кәмә янында тороп ҡалған. Хоҡуҡи бәхәстәрҙе хәл иткәнсе, байтаҡ көтөргә кәрәк әле... Ярай, матди проблемалар хәл ителер ул, һаулыҡ-именлек кәрәк.
Ә бына Раушания көтә алмай! Уны дауалауҙа бер көндө лә бушҡа үткәрергә ярамай – быға тиклем өлгәшкән һөҙөмтәләр юғаласаҡ (церебраль фалиж менән сирле яҡындары булғандар быны яҡшы аңлай). Ошоға бәйле Рәжәповтар тиҙҙән Силәбе ҡалаһына, махсус үҙәккә юлланасаҡ. Унан һуң Өфө­ләге “Рехаб” үҙәгендә дауаланыу мотлаҡ. Тик... Әйтеп үткәнебеҙсә, был эштәр бушлай башҡа­рылмай. Рәжәповтарға сығым­дарҙы ҡаплау өсөн 166 мең һум аҡса талап ите­лә.
Юлиә редакцияға бик өмөт­ләнеп килгән – уның башҡа мөрә­жәғәт итер урыны ла юҡ тиерлек. Ил төкөрһә – күл була тигәндәй, беҙҙең ярҙамға мохтаж сабыйҙың яҙмышын иғтибарһыҙ ҡалдыр­маһағыҙ, хәлегеҙҙән килгәнсә бер аҙ ярҙам итһәгеҙ ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Бының өсөн түбәндәге реквизит буйынса аҡса күсерергә мөмкин:
4817760020226183 (Һаҡлыҡ банкы картаһы, Юлиә Рәжәпова исемендә),
8 987 582 20 03 (МТС).


Автор: Г. РӘСҮЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә