...Редакцияға уңайһыҙланып ҡына һылыу йөҙлө, һомғол буйлы ҡатын килеп инде.
– Мин Юлиә, Раушанияның әсәһе, – тип таныштырҙы ул үҙен.
Һағышлы ҡарашынан, борсоулы хәрәкәттәренән уны беҙгә ниндәйҙер ихтыяж, бәләкәй булмаған бәлә, бәлки, аяныс та килтергәнен аңлап була ине...Балаҡатай ҡыҙы Юлиә, төҙөлөш техникумын тамамлағас, Өфө фанера комбинатында эшләгән, аҙаҡ селтәрҙәге бизнес менән шөғөлләнгән. Ире Фәнис Баймаҡ яғынан, иретеп йәбештереүсе, шәхси компанияла хеҙмәт итә.
Рәжәповтар өс бала тәрбиәләй. Бынан бер нисә йыл элек, Алина менән Алиса ҡыҙҙары бер аҙ үҫеп, үҫмер ҡорона ингәс, улар өсөнсө сабыйға ғүмер бүләк итергә ниәтләгән. Бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәгән матур ғаилә өсөн аптырарлыҡ хәлме ни? Тик тормоштоң үҙ пландары. Ауырлы саҡта кинәт ҡан баҫымы күтәрелеп, Юлиә дауаханаға эләгә. Хәле бик насар булған әсәйгә, ауырына алтынсы ғына ай булһа ла, операция яһағандар, тәүге сиратта уның ғүмере өсөн көрәшкәндәр...
– Ҡыҙым ваҡытынан алда тыуғанға күрә, оҙаҡ дауаханала яттыҡ. Бер йәшкә тиклем, сабый ауырлыҡ менән нығынһа ла, табиптар ҡурҡытырлыҡ диагноз ҡуйманы. Алға китеш булмағас, тағы дауахана юлын тапай башланыҡ. “Балалар церебраль фалижы” тигән аяуһыҙ диагноз шунда яңғыраны. Белгестәр, бала тик түшәктә ятасаҡ, аҡыл һәм физик яҡтан яй үҫешәсәк, тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, беҙ төшөнкөлөккә бирелмәнек, ҡул ҡаушырып, мөғжизә көтөп ултырманыҡ. Раушания донъяға килгәнгә декабрҙә биш йыл була. Хәҙер ул терәлеп ултырырға өйрәнде, үҙенә кәрәген әйтеп, һөйләшә лә белә, хәл-әхүәлде аңлап тора. Көтөп алған сабыйымды барыбер аяҡҡа баҫтырасаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым. Бына күрерһегеҙ – ҡыҙым атлап йөрөйәсәк!
Ирем, балаларым – төп ярҙамсыларым. Раушания менән төрлө реабилитация үҙәктәрендә, дауаханаларҙа, шифаханаларҙа булырға тура килә, бер генә буш көнөбөҙ юҡ, – ти Юлиә.
Әйткәндәй, Рәжәповтарҙың өлкән ҡыҙы Алина буласаҡ һөнәрен юҡҡа ғына һайламағандыр. Сирле баланы тәрбиәләү, үҫтереү өсөн ни тиклем рухи һәм физик көс, маҡсатлылыҡ, түҙемлек талап ителеү менән бер рәттән, ғаиләлә медицина белгесе лә булһа, тағы яҡшыраҡ. Шуға ла Алина Башҡорт дәүләт медицина университетында әле дүртенсе курста белем ала, киләсәктә балалар табибы буласаҡ. Алиса иһә – мәктәп уҡыусыһы.
Рәжәповтарҙың ғаиләһе бер һүҙле, үҙ-ара татыу, ярҙамсыл булғанға күрә, быға тиклем сирле баланы үҫтереүгә бәйле бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшеп килгән. Шул иҫәпкә Республика балалар клиника дауаханаһының неврология һәм эпилептология үҙәгендә дауаланыуҙы, Өфөләге Реацентрҙа – биш курс, “Айдук” неврология үҙәгендә – ике һәм башҡа махсуслашҡан үҙәктәрҙә үткән реабилитация курстарын, бихисап мануаль терапия сеанстарын индерергә була. Заманы шундай – һәр ерҙә аҡса кәрәк, бер генә белгес тә бушлай дауаламай.
Ғаилә барлыҡ йыйнап-төйнәп торған аҡсаларын, әлбиттә, Раушания өсөн тотонған һәм тотона. Уларҙың әлегә тиклем торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителмәгән, төҙөлөш компанияһының мутлашыуына бәйле, бер нисә ғаилә тишек кәмә янында тороп ҡалған. Хоҡуҡи бәхәстәрҙе хәл иткәнсе, байтаҡ көтөргә кәрәк әле... Ярай, матди проблемалар хәл ителер ул, һаулыҡ-именлек кәрәк.
Ә бына Раушания көтә алмай! Уны дауалауҙа бер көндө лә бушҡа үткәрергә ярамай – быға тиклем өлгәшкән һөҙөмтәләр юғаласаҡ (церебраль фалиж менән сирле яҡындары булғандар быны яҡшы аңлай). Ошоға бәйле Рәжәповтар тиҙҙән Силәбе ҡалаһына, махсус үҙәккә юлланасаҡ. Унан һуң Өфөләге “Рехаб” үҙәгендә дауаланыу мотлаҡ. Тик... Әйтеп үткәнебеҙсә, был эштәр бушлай башҡарылмай. Рәжәповтарға сығымдарҙы ҡаплау өсөн 166 мең һум аҡса талап ителә.
Юлиә редакцияға бик өмөтләнеп килгән – уның башҡа мөрәжәғәт итер урыны ла юҡ тиерлек. Ил төкөрһә – күл була тигәндәй, беҙҙең ярҙамға мохтаж сабыйҙың яҙмышын иғтибарһыҙ ҡалдырмаһағыҙ, хәлегеҙҙән килгәнсә бер аҙ ярҙам итһәгеҙ ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Бының өсөн түбәндәге реквизит буйынса аҡса күсерергә мөмкин:
4817760020226183 (Һаҡлыҡ банкы картаһы, Юлиә Рәжәпова исемендә),
8 987 582 20 03 (МТС).