Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эскең килһә, утын яр...
Эскең килһә, утын яр... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тормош ауырлыҡтарына сыҙай алмай эскелеккә һабыштым. Тәүҙә әллә ниҙә бер шулай “онотолһам”, һуңынан йышайҙы. Айҙар буйы хәмер һемерҙем, көс-хәл менән айнығып, һуңғы эсә башлауымдан әллә күпме аҙна үтеп китеүенә аптырай торғайным...
Атайым иртә мәрхүм булды. Уның төшөмә бер ҡасан да ингәне юҡ ине. Ә бер ныҡ итеп иҫереп йөрөгәндә төшөмә инде, йөҙө күренмәй, һыны ҡап-ҡара. Шул уҡ көндә айлыҡ эш хаҡымды бер биҙрә һабын менән бирҙеләр... Ғәрлеге ни тора! Быларҙың барыһы ла ниндәйҙер этәргес булды шикелле. Үҙемдең кеше булыуымды иҫбатларға ниәтләнем.
1994 йылдың 7 сентябре ине. Үлә яҙып “бахмурҙан” ауырыйым. Ике егет менән машина йүнәттек тә бер шешә араҡы ултырттым. Шуның бер рюмкаһын күтәреп эстем дә, “Ҡалғаны, егеттәр, һеҙгә. Уборка бөткәнсе эсмәйем!” – тинем. Ышанманылар. Ысынлап та, ауыҙға ла алманым. Эш бөткәс, араҡы тәҡдим иттеләр. “Юҡ, улым әрмегә киткәнсе эсмәйем”, – тинем. Тағы бер нисә ай үтте. Улымды әрмегә оҙатырға бар ауыл йыйылды. Тағы рюмка тоторға ҡыҫтанылар. “Улым имен-һау йөрөп ҡайтҡас эсермен”, – тип яуапланым.
Ике йыл үткәс, балам ҡайтты. Хатта ул да: “Атай, һин мин ҡайтҡас тигәйнең бит. Бына ҡайттым. Бер рюмка булһа ла тот”, – тине. “Юҡ, улым, һинең туйыңа тиклем эсмәйем”, – тип ҡәтғи әйттем. Бер нисә йылдан улым өйләнде. Ул саҡта ла вәғәҙәмде хәтеремә төшөрөп, эсергә ҡыҫтаусылар күп булды. “Ошоға тиклем эсмәгәс, башҡа араҡыны ауыҙыма ла алмайым”, – тинем.
Һөйләүе еңел булһа ла, хәмерҙән баш тартыу мең ғазапҡа тиң ине. Ҡунаҡҡа йөрөүҙән тыйылдым, сөнки унда ҡыҫтай башлайҙар. Тағы шуны әйткем килә: эскән саҡта “дуҫтар” күп булһа, һуңынан улар юғала икән. Хатта туғандарым да минең хәмерҙән баш тартыуымды ҡабул итмәй, эсергә ҡыҫтап, мыҫҡыл иткән һымаҡ йөрөнө. Эскән саҡта ла терәк булмаған ҡатыным, эсеүемде ташлағандан һуң ике йыл үткәс, минән китте.
Айыҡ күҙ менән күпте күрә башланым шикелле. Шул мәлдә саҡ-саҡ ысҡын­ма­ным. Төндәрен төшөмдә араҡы йотам тип күрәм дә уянып китә инем. Эй эске килә, түҙеп булмай! Шул саҡта ырғып торам да тышҡа сығып, быға тиклем көс етмәгән түмәрҙәрҙе яра башлай инем. Утын менән маташҡанда эске килеү теләге бөтә.
Иртәнсәк баш төҙәткән егеттәрҙең янына барам да, ел ыңғайына тороп, уларҙан килгән хәмер еҫен еҫкәйем. Рәхәт булып китә ине. Бер тамсы ла ауыҙыма алмаһам да, төшөмдә араҡы тотҡанымды күрһәм, иртәнсәк башым төн буйы эсеп сыҡҡан кеүек түҙгеһеҙ итеп ауыртты. Араҡы эсеү теләге өс йыл ярымдан һуң ғына үтте. Ниһайәт, еҫе лә оҡшамай башланы. Шул ваҡыт үткәнсе үҙ-үҙемде әүрәтеүемде... Араҡыны ташлағас, тәмәкенән дә баш тарттым.
Эскән кешене оялта, хатта мыҫҡыл итә башлайҙар. Ә был бит ауырыу! Шуға күрә уларға ярҙам итеү сараһын күрергә кәрәк. Үҙ ғүмеремдә ике егеткә минең ысул менән араҡыны ташларға ярҙам иттем. Улар ҙа алдарына маҡсат ҡуйып (“бер ай эсмәй ҡарайым”, унан ваҡытты тағы ла һуҙаһың, эске килгәндә физик эшкә тотонаһың), хәмерҙән баш тартып, матур итеп донъя көтә. Һәр Яңы йылда мине ҡотлап, рәхмәттәрен белдерәләр.
Тағы ла шуны әйтер инем: ирҙәргә ҡатындарының ярҙамы бик кәрәк. Әгәр ҡатының терәк-таяныс булмаһа, эсеүҙе ташлауы бик ауыр. Мин яңғыҙ ҡалғас (ысҡына яҙғайным тип әйткәйнем бит инде), малды ишәйттем. Был да үҙ-үҙемде нимә менәндер мәшғүл итеү, хәмерҙән һәм яңғыҙлыҡтан ҡасыу өсөн ине. Ит һата башланым. Хәҙерге ваҡытта еңел һәм йөк машиналарым бар. Балаларҙың күңеленә яра һалмайым тип башҡаса өйләнмәнем. Алтмыш алтынсы йәш менән барам. Шуларҙың 22 йылы – хәмерһеҙ, 21 йылы тәмәкеһеҙ үтте.
Эскелектән ҡотолоп була ул. Бының өсөн табип та кәрәкмәй. Тик үҙ алдыңа маҡсат ҡуйып, эске килгән саҡтарҙа түҙеп, эш менән баҫып үткәрергә кәрәк. Әгәр яҙмышым тағы бер нисә кешегә ярҙам итһә, тимәк, мин был донъяға бушҡа килмәгәнмен...

Ришат ағайығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә