Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Томан артында ниҙәр бар?
Томан артында ниҙәр бар? Кешеләрҙең урамға сыҡҡан ерҙәренән эҙһеҙ юғалыуы хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Бер йылы уларҙың Рәсәй буйынса һаны хатта 103 меңгә еткән. Имеш, ҙур ғына ҡала халҡы шулай донъя мәшәҡәттәренән ҡасып, томан артындағы ниндәйҙер әкиәт иленә юлланған. Тик ундай мөмкинлек булһа, бөтәһе лә шунда күсенеп бөтөр ине, моғайын...
Кешенең юғалыу сәбәптәре лә төрлөсә. Хәүеф төркөмөнә иһә үҙҙәренең исем-шәрифен, адресын иҫләмәгән йәки атай алмаған оло йәштәгеләр, ауырыуҙар һәм балалар инә. Хатта туғандары йылдар буйы эҙләгән кешеләрҙең һуңынан ҡарттар йортонда, интернатта табылған осраҡтар бар. Был йәһәттән белгестәр баланың йәки оло йәштәгеләрҙең кеҫәһенә бәй­ләнеш мәғлүмәттәре менән визитка һалырға кәңәш итә.
Ләкин юғалған кешеләр өҫтә әйтел­гәндәр менән генә тамамланмай, араларында шулай уҡ үҫмерҙәр ҙә бихисап. Яңылыҡ­тар теҙмәһендә лә әле 15, әле 14 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙың өйҙән сығып китеүҙәре хәбәр ителә. Мәҫәлән, күптән түгел генә Иглин районында үҫмер ҡыҙ юғалған. Сәбәбен иһә “кемгәлер үсеккән дә әле берәй дуҫы йәки класташы янында” тип фараз­лай­ҙар. Ә икенсе бер осраҡта 15 йәш­лек ҡыҙ уҡырға сыҡҡан еренән мәктәпкә барып етмәй. Әлдә өс көндән табыла, ләкин икенсе өл­кәлә. Шул ваҡыт араһында ул “ав­тостоп” менән Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районына барып еткән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр ите­үенсә, Башҡорт­останда өләсә­һе менән йәшәгән һәм, хәҙер килеп, әсәһен һағынған да уның эргә­һе­нә күсенмәк булған. Ә бер көн хоҡуҡ һаҡсы­лары Һамар тимер юл вокзалында бер үҫмергә юлыға. Һуңынан асыҡланыуынса, ул Башҡортостан егете булып сыға.
Ошо үҫмерҙәрҙе өйҙән сығып китергә нимә этәрә йәки нимәгә өмөтләнә улар? Был йәһәттән психолог Ғәлиә Сәлихова­ның фекере фәһемле:
– Балаларҙың ата-әсәләре­нән ҡасып китеү осраҡтары әле­нән-әле булып тора, киң мәғ­лү­мәт сараларында ла ошо күре­нешкә бәйле хәбәрҙәр йыш күре­нә. Психологтар был хәл-ваҡи­ғаның бер нисә төп сәбәбен билдәләй.
* Ата-әсәһенең эскелек ме­нән мауы­ғыуы, бәйһеҙ тормош рәүеше алып барыуы. Бындай көн­итмештән, ата-әсә­­һенең туҡ­тауһыҙ кәйеф-сафа ҡо­ро­уы­нан, өйҙәге талаш-тартыштан, ба­ланың ябай ғына, көн­дәлек мох­таж­лыҡтары ла (ашау-эсеү, кейем) ҡәнә­ғәт­лән­де­релмәгән­лек­тән ошо аҙымға барған балалар һаны, ҡыҙғаныс­ҡа ҡар­шы, йылдан-йыл арта бара.
* Артыҡ ҙур талаптар ҡуйылыуы. Ҡайһы бер ата-әсә, баламдың ни тиклем буш ваҡы­ты ҡалмаһа, уға шул тиклем яҡшыраҡ була, тигән фекерҙән сы­ғып, ул һәм ҡыҙҙарына кәрә­генән ар­тыҡ бурыстар йөкмә­тә. Бала мәк­тәп­тә лә яҡшы уҡырға тейеш, төрлө тү­ңә­рәк һәм секцияларға ла өлгөрөргә тейеш, уларҙан тыш өйҙә лә уның елкә­һенә бихисап эш өйө­лә. Ошолар арҡа­һында баланың аҙнаһына бер тапҡыр ғына бул­һа ла яратҡан фильмын ҡарар­ға, дуҫтары менән осрашырға ваҡыты ҡалмай. Үҫмерлек осорона тиклем ата-әсәһенең һү­ҙе­нән сыҡмай, һәр ергә лә өл­гө­рөргә тырышҡан баланың бер мәл, барыһына ла ҡул һел­тәп, өйҙән ҡасып китеүе лә ихтимал. Шуға күрә уның үҙе­нә генә тәғәйенләнгән ваҡыты булырға тейеш. Был мәлдә ни­мә эшләргә икән­ле­ген ул үҙе хәл итһен, әгәр ҙә ярҙам һо­рай икән, йүнәлеш биреп ебәрергә була.
*Өлкәндәрҙең иғтибары ет­мәүе. Эш­тә­ге проблемалар, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ ваҡ мәшәҡәттәр ата-әсәнең ваҡы­тын ала, иғтибарын үҙенә тар­та. Ошо сәбәпле ҡайһы бер ба­лаларҙың үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойоуҙары ихтимал, сөнки донъялағы иң яҡын кешеләренең күпселек ос­раҡта уға ваҡыты етмәй. Ошо арҡала өйҙән ҡасыуҙар демонстратив төҫ ала, бала бары тик уға иғтибар итеүҙәрен, уны йәлләүҙәрен теләй.
* Тормошҡа ниндәйҙер романтика, яңылыҡ индерергә те­ләү. Йыш ҡына ошо сәбәп ар­ҡа­һында яҡшы, етеш тор­мош­та йәшәгән балалар ҡаса, сөн­ки эргәлә – бер туҡтауһыҙ әпәүләп торған ата-әсә, нимә теләйһең – барыһы ла бар. Бының үҙ сиратында бала күңе­лен­дә ниндәйҙер бушлыҡ тыу­ҙы­рыуы ихтимал, теләгән нә­мә­һен ул көс түк­мә­йенсә лә ала, хыялдарын ата-әсәһе тормош­ҡа ашырып ҡына тора. Роман­тикаға бай, авантюризм рухы менән һуғарылған үҫ­мер­лек осо­ро баланы тормошона ниндәй­ҙер яңылыҡ индереү, үҙен ысын тормошта һынап ҡарау маҡ­сатында урамға этәреүе лә ихтимал. Бындай хәлгә барып етмәҫ өсөн уға билдәле бер кимәлдә үҙал­лылыҡ биреү мө­һим. Ниндәйҙер проб­лема килеп тыуа ҡалһа, шунда уҡ ба­ла­ны әпәүләп, уның алдына төшөп, мәсьәләне үҙегеҙ хәл итергә тырыш­мағыҙ. Бала көсөн һы­нап ҡараһын, сөнки тормош һы­науҙарын еңә-еңә алға ба­рабыҙ, үҙебеҙгә, көсөбөҙгә ышанысы­быҙ арта.
*Яза алыу ҡурҡынысы. Нин­дәйҙер ҡы­лынған эш өсөн язанан ҡурҡып өйөнән ҡасҡан баланың, хәҙер инде ҡасып киткән өсөн яза өҫтәлеүенән ҡурҡып, бөтөн­ләй тыуған йортонан, яҡында­рынан биҙеүе ихтимал. Әгәр ҙә баланың ҡасыу сәбәбе ошо юҫыҡ­та ята икән, уны әрләрҙән, яза бирерҙән алда, тыныс мө­хиттә асыҡтан-асыҡ һөйлә­шер­гә тырышығыҙ. Ни өсөн ба­ла ата-әсә хөкөмөнән ҡурҡып, урамға ҡасыуҙы хуп күргән, ҡы­лынған эш шул тиклем ҙурмы ла көтөлгән яза шул тиклем ҡур­ҡынысмы? Бында ата-әсәгә үҙҙәренең тәрбиә алымдары тураһында ла уйланырға урын бар.

Белгестәр, бер-бер хәл була ҡалһа, шунда уҡ полиция хеҙмәт­кәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти. Был осраҡта улар “өс тәүлек көтөү зарур” тип әйтергә тейеш тү­­гел. Әгәр инде дежурный ға­ризаны ҡабул итеүҙән баш тарт­һа, 02 телефон һандары буйынса шылтыратырға кәңәш ителә. Оперативниктар, полицияға мөрәжә­ғәт менән барғанда, юғалған кеше­нең һуңғы фотоһын да кил­тереүҙе хуплай. Уның өйҙән сыҡ­ҡан мәлдәге тышҡы сырайын аныҡ билдәләһә, тағы ла яҡшы­раҡ.


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә