“Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Бына ошоноң тап киреһен иҫбатлау өсөн гәзит уҡыусыларға йәмғиәтебеҙҙә күпте аңлаған һәм эшләгән, ваҡытында үҫмерҙәр, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар менән, ә хәҙер инде, ғөмүмән, йәштәр эштәрен ойоштороусы шәп егетебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Йәштәрҙе ҡайһы яғы менән ылыҡтыра ул? Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ишектәренең һәр кемгә асыҡ булыуы беренсе шарт булһа, уның баш белгесе вазифаһын башҡарыусы Марат ҒИЛМАНОВтың халыҡ алдында милләт тураһында телмәр тота белеүе, кәрәккән ерҙә ҡурайҙа уйнап йә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, ут сәсрәтеп бейергә төшөүе, ихласлығы, асыҡ күңелле булыуы – икенсе шарт.
– Марат Әнис улы, һеҙҙе күҙҙәренән осҡон сәсеп, баҫҡанында ут сәсрәтеп, милләте өсөн янып йөрөгән лидер тип беләбеҙ. Күптәр бөгөнгә тиклемге тормошоғоҙ хаҡында ишетергә теләр ине.
– Сығышым менән Салауат районының Шәриф ауылынанмын. Ауыл мәктәбенән һуң Дыуан районының Мәсәғүт педагогия колледжында уҡыным. Малаяҙ башҡорт гимназияһында эшләнем. 2006 йылда Краснодар крайына “Орленок” балалар лагерына эшкә барырға насип булды. Унда барыу өсөн республикала йәштәр араһында бәйге иғлан иттеләр. Шуның нигеҙендә Башҡортостандан ете кеше һайлап алынды. Һөҙөмтәлә унда биш йыл эшләнем. Шуға шатмын: унда бай тәжрибә тупланым, күп нәмәгә өйрәндем.
Маҡсаттарына өлгәшкән апай-ағайҙар менән күрешергә, танышырға насип итте. Аҙаҡ инде тыуған яҡтарға ҡайтҡас, 2010 – 2015 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда эшемде дауам иттем, артабан Күмертау ҡала хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегендә эшләнем. Быйылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе вазифаһындамын. Дин, Йәштәр һәм спорт буйынса, шулай уҡ Башҡорт ғаиләләре комиссияларына етәкселек итәм.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, ә һеҙ унда йәштәр менән эшләйһегеҙ. Шунан сығып, замана йәштәре ниндәй ул, тип һорағы килә.
– Был юҫыҡта ауыл йәштәре ҡалала үҫкән милләттәштәренә үрнәк булып тора. Мин дә – ауыл малайы, унда беҙ милли рухта тәрбиәләндек. Бына үҙем аралашып-һөйләшеп йөрөгәндәр араһында халҡым, телем һәм киләсәгем тип янып йәшәгән йәштәр бар, улар бөтәһе лә республикабыҙҙың төрлө ауылдарынан. Был ҡыуандыра, сөнки, ысынлап та, улар – беҙҙең киләсәк. Ошо киләсәкте тап шундай итеп апай-ағайҙарыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ тәрбиәләй. Беҙҙең ауылдарҙан милләт өсөн янған кешеләр сыға икән, шул ауылдарҙы, ундағы мәҙәниәт усаҡтарын, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Рух һүнмәһен, башҡортлоҡ бөтмәһен өсөн. Беҙ быуындан быуынға тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тапшыра алһын өсөн. Ә шулай ҙа, һинең һорауыңа килгәндә, хәҙер ҡайһы бер йәштәрҙә рухи ҡиммәттәргә ынтылыш һүлпәнәйҙе...
– Бәлки, йәмғиәтебеҙҙә тәрбиәүи саралар етерлек түгелдер?
– Саралар ойошторола ул. Һуңғы йылдарҙа милли юҫыҡтағы фестиваль, форумдар күбәйҙе. Уларҙы бит үткәрҙең дә оноттоң түгел. Ә тап ошо йыйындарҙан башҡорт йәштәре нимәлер алһын, өйрәнһен, үҙҙәренең милли асылын аңлаһын өсөн уҙғарабыҙ. Бына киләсәктә тағы Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙә була, уны ла юҡҡа ғына республикабыҙға тәғәйенләмәгәндәрҙер. Шунан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын, Диниә назаратының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Был саралар халҡыбыҙ, милләтебеҙ өсөн ҙур асыш булырға тейеш тип уйлайым. Ошоларға арнап эшләнгән яңы проекттарыбыҙ йәштәрҙе милли йәһәттән яңыса тәрбиәләр тип ышанабыҙ.
– Ә миллилеккә килгәндә, беҙ бит инде Урал аръяғы халҡынан сығып башҡортлоҡто күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Белеүебеҙсә, хәҙер Ҡоролтай республиканы алты төбәккә бүлеп, филиалдарын булдырҙы. Был юҫыҡта Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында хәлдәр нисек?
– Ул яҡта ысын башҡорттар йәшәмәй, тип яңылыш фекер йөрөтәләр. Әммә, беҙҙең күпте күргән тарихсыларыбыҙ раҫлауынса, уларҙың тамырҙары барыбер ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуына килеп тоташа. Ысынлап та, шул тарафтарҙағы урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйестәре үҙҙәре лә, беҙ ҙә шулай уҡ башҡорт кешеһе, тип әйтә. Был, әлбиттә, дөрөҫ.
– Тамырҙар тигәндән, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһынамы? Үҫеп еткәс үҙҙәренең тарихи тамырҙарын беләме?
– Ысынлап та, унда тәрбиәләнеүселәр үҙ быуынын белмәй, балалар йортонан сығып киткәс тә, ҡыҙыҡһынмай. Башҡортостан тарихы, шәжәрәләр хаҡында тәрбиәсе үҙе аңлатырға, бәләкәй саҡтарынан йөрәгенә һалырға тейеш тип уйлайым, сөнки ул балалар милли асылын аңлағас ҡына үҙен ысын кеше тип иҫәпләйәсәк.
Балалар йортона килгәндә, тағы ла шуны әйткем килә: унда тәрбиәләнеүселәр, ғөмүмән, оло тормошҡа әҙер түгел. Улар ашарға бешерә белмәй, сөнки дәүләт ашата, тегенә белмәйҙәр, дәүләт кейем-һалым бирә. Көнкүрештә үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә өйрәткән хәлдә генә үҙаллы йәшәй аласаҡтар. Әгәр ҙә тәрбиәселәре гел улар янында булып, карауаттарын йыйыштырып, иҙәнен йыуып, ашарына бешереп, кейемдәрен үтекләп биреп торһа, был осраҡта балалар йортонан бөтөнләйе менән йәмғиәттә йәшәүгә һәләтһеҙ кешеләр сығасаҡ. Шуның өсөн дә уларҙы өй шарттарындағы кеүек тәрбиәләргә, иҙән, кер, һауыт-һаба йыуырға, шәжәрәләрен барларға өйрәтергә тейешбеҙ.
– Башҡортостанда балалар йорттарын ябалар, уларҙы бүтән төбәктәргә таратып бирәләр икән тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөй. Сит яҡтарға киткән башҡорт балаларына ҡыйын булмаҫмы?
– Хәлемдән килһә, балалар йорттарын бөтөнләй бөтөрөр инем. Был йәһәттән Чечен Республикаһы өлгө булып тора. Унда балалар йорттары юҡ. Бала етем ҡалһа, туғандары тәрбиәләй. Йәш ғаиләләр өйләнешер алдынан ошо хаҡта уйлаһа, мәғариф системаһында дини йәһәттән тәрбиә алып барылһа, беҙҙә лә балалар йорттары булмаҫ ине.
Ә беҙҙең балаларҙы сит өлкәләргә ебәрһәләр, һүҙ ҙә юҡ, уларҙы башҡорт рухында тәрбиәләмәйәсәктәр. Бына мин нисәмә балалар йортон беләм, үҙебеҙҙең башҡорт балалары рухһыҙ булып үҫә. Ауыл балалар йортона килгәндә, рухлы, башҡортса матур итеп һөйләштергән учреждениелар бар ине. Сермән балалар йортонда ла милли рухта тәрбиә алып барылғайны ла, үкенескә ҡаршы, ул ябылды... Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортонда ла башҡорт һәм рус телдәрен өйрәттек. Улар матур итеп һөйләшә, аңлай торғайны, мин башҡорт тип ғорурланып йөрөнөләр.
Башҡортостандағы ҡалған балалар йорттары 2017 йылға ябыласаҡ, тиҙәр. Минеңсә, был буш хәбәр. Ә инде икенсе ерҙәргә беҙҙең балаларҙы ебәреү дөрөҫ түгел. Уларға беҙ ярҙам итергә тейеш. Башҡорт балаларына милли тәрбиә биреүсе айырым йортобоҙ булһын ине. Уларҙы матур итеп тәрбиәләү – беҙҙең бурыс.
– Хәйер, ғөмүмән, йәштәребеҙ үҙенең шәжәрәһен белмәй түгелме?.. Быға нимә сәбәпсе?
– Маңҡортлоҡ, әлбиттә. Быға ҡарап эс боша. Ауылда матур итеп ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре башҡортса тәрбиәләргә тырыша, ғаиләлә милли йолаларҙы күрһәтә. Ә ҡала тормошо йәштәргә кире йоғонто яһай. Улар ҡалаға килгәс, үҙҙәрен урыҫса һөйләргә, урыҫса фекерләргә тейешбеҙ тип уйлай, шикелле. Ололарға ла тәрбиәнең йоғонтоло алымын ҡулланырға кәрәктер ул: бер ҡулында ҡамсы булһын, икенсеһендә – ҡалас...