Милли асылын аңлаған ғына – ысын кеше22.11.2016
Милли асылын аңлаған ғына – ысын кеше “Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Бына ошоноң тап киреһен иҫбатлау өсөн гәзит уҡыусыларға йәмғиәтебеҙҙә күпте аңлаған һәм эшләгән, ваҡытында үҫмерҙәр, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар менән, ә хәҙер инде, ғөмүмән, йәштәр эштәрен ойоштороусы шәп егетебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Йәштәрҙе ҡайһы яғы менән ылыҡтыра ул? Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ишектәренең һәр кемгә асыҡ булыуы беренсе шарт булһа, уның баш белгесе вазифаһын башҡарыусы Марат ҒИЛМАНОВтың халыҡ алдында милләт тураһында телмәр тота белеүе, кәрәккән ерҙә ҡурайҙа уйнап йә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, ут сәсрәтеп бейергә төшөүе, ихласлығы, асыҡ күңелле булыуы – икенсе шарт.
– Марат Әнис улы, һеҙҙе күҙҙә­ренән осҡон сәсеп, баҫҡа­нында ут сәсрәтеп, милләте өсөн янып йөрөгән лидер тип беләбеҙ. Күптәр бөгөнгә тик­лемге тормошоғоҙ хаҡын­да ише­тер­гә теләр ине.
– Сығышым менән Салауат районының Шәриф ауылынанмын. Ауыл мәктәбенән һуң Дыуан районының Мәсәғүт педагогия колледжында уҡыным. Малаяҙ башҡорт гимназияһында эшләнем. 2006 йылда Краснодар крайына “Орленок” балалар лагерына эшкә барырға насип булды. Унда барыу өсөн республикала йәштәр араһында бәйге иғлан иттеләр. Шуның нигеҙендә Башҡор­тостандан ете кеше һайлап алынды. Һөҙөмтәлә унда биш йыл эшләнем. Шуға шатмын: унда бай тәжрибә тупланым, күп нәмәгә өйрәндем.
Маҡсаттарына өлгәшкән апай-ағайҙар менән күрешергә, танышырға насип итте. Аҙаҡ инде тыуған яҡтарға ҡайтҡас, 2010 – 2015 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исе­мендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда эшемде дауам иттем, артабан Күмертау ҡала хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегендә эшләнем. Быйылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма коми­тетының баш белгесе вазифа­һындамын. Дин, Йәштәр һәм спорт буйынса, шулай уҡ Башҡорт ғаиләләре комиссияларына етәкселек итәм.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы – йәмәғәт ойошмала­рының ха­лыҡ-ара берлеге, ә һеҙ унда йәштәр менән эшләйһегеҙ. Шунан сығып, замана йәштәре ниндәй ул, тип һорағы килә.
– Был юҫыҡта ауыл йәштәре ҡалала үҫкән милләттәштәренә үрнәк булып тора. Мин дә – ауыл малайы, унда беҙ милли рухта тәрбиәләндек. Бына үҙем аралашып-һөйләшеп йөрөгәндәр араһында халҡым, телем һәм киләсәгем тип янып йәшәгән йәштәр бар, улар бөтәһе лә республикабыҙҙың төрлө ауылдарынан. Был ҡыуандыра, сөнки, ысынлап та, улар – беҙҙең киләсәк. Ошо киләсәкте тап шундай итеп апай-ағайҙарыбыҙ, атай-әсәй­ҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ тәр­биәләй. Беҙҙең ауылдарҙан милләт өсөн янған кешеләр сыға икән, шул ауылдарҙы, ундағы мәҙәниәт усаҡтарын, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Рух һүнмәһен, башҡортлоҡ бөтмәһен өсөн. Беҙ быуындан быуынға тарихы­быҙҙы, мәҙәниә­тебеҙҙе тапшыра алһын өсөн. Ә шулай ҙа, һинең һорауыңа килгәндә, хәҙер ҡайһы бер йәштәрҙә рухи ҡиммәттәргә ынтылыш һүл­пәнәйҙе...
– Бәлки, йәмғиәтебеҙҙә тәрбиәүи саралар етерлек түгелдер?
– Саралар ойошторола ул. Һуңғы йылдарҙа милли юҫыҡтағы фестиваль, форумдар күбәйҙе. Уларҙы бит үткәрҙең дә оноттоң түгел. Ә тап ошо йыйындарҙан башҡорт йәштәре нимәлер алһын, өйрәнһен, үҙҙәренең милли асылын аңлаһын өсөн уҙғарабыҙ. Бына киләсәктә тағы Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙә була, уны ла юҡҡа ғына республикабыҙға тәғәйенләмәгәндәрҙер. Шунан Башҡор­тостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын, Диниә назаратының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Был саралар халҡыбыҙ, милләтебеҙ өсөн ҙур асыш булырға тейеш тип уйлайым. Ошоларға арнап эшләнгән яңы проекттарыбыҙ йәштәрҙе милли йәһәттән яңыса тәрбиәләр тип ышанабыҙ.
– Ә миллилеккә килгәндә, беҙ бит инде Урал аръяғы халҡынан сығып баш­ҡортлоҡто күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Беле­үебеҙсә, хәҙер Ҡо­ролтай республиканы алты төбәккә бүлеп, филиалдарын бул­дыр­ҙы. Был юҫыҡта Баш­ҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ра­йон­да­рын­да хәлдәр нисек?
– Ул яҡта ысын башҡорттар йәшәмәй, тип яңылыш фекер йөрөтәләр. Әммә, беҙҙең күпте күргән тарихсыларыбыҙ раҫлауын­са, уларҙың тамырҙары барыбер ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуына килеп тоташа. Ысынлап та, шул тараф­тарҙағы урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйестәре үҙҙәре лә, беҙ ҙә шулай уҡ башҡорт кешеһе, тип әйтә. Был, әлбиттә, дөрөҫ.
– Тамырҙар тигәндән, балалар йортонда тәрбиә­ләнеү­селәр шәжәрәләре менән ҡы­ҙыҡ­һы­намы? Үҫеп еткәс үҙҙәренең тарихи тамырҙарын белә­ме?
– Ысынлап та, унда тәрбиә­ләнеүселәр үҙ быуынын белмәй, балалар йортонан сығып киткәс тә, ҡыҙыҡһынмай. Башҡор­тостан тарихы, шәжәрәләр хаҡын­да тәрбиәсе үҙе аңлатырға, бәләкәй саҡта­рынан йөрәгенә һалырға тейеш тип уйлайым, сөнки ул балалар милли асылын аңлағас ҡына үҙен ысын кеше тип иҫәпләйәсәк.
Балалар йортона килгәндә, тағы ла шуны әйткем килә: унда тәрбиәлә­неү­селәр, ғөмүмән, оло тормошҡа әҙер түгел. Улар ашарға бешерә белмәй, сөнки дәүләт ашата, тегенә белмәйҙәр, дәүләт кейем-һалым бирә. Көнкүрештә үҙҙәрен хеҙмәтлән­дерергә өй­рәткән хәлдә генә үҙаллы йәшәй аласаҡтар. Әгәр ҙә тәрбиә­селәре гел улар янында булып, карауаттарын йыйыштырып, иҙәнен йыуып, ашарына бешереп, кейемдәрен үтекләп биреп торһа, был осраҡта балалар йортонан бөтөнләйе менән йәмғиәттә йәшәүгә һәләтһеҙ кешеләр сығасаҡ. Шуның өсөн дә уларҙы өй шарттарындағы кеүек тәрбиәләргә, иҙән, кер, һауыт-һаба йыуырға, шәжәрәләрен барларға өйрә­тергә тейешбеҙ.
– Башҡортостанда балалар йорттарын ябалар, уларҙы бүтән төбәктәргә таратып бирәләр икән тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөй. Сит яҡтарға киткән баш­ҡорт балаларына ҡыйын булмаҫмы?
– Хәлемдән килһә, балалар йорттарын бөтөнләй бөтөрөр инем. Был йәһәттән Чечен Республикаһы өлгө булып тора. Унда балалар йорттары юҡ. Бала етем ҡалһа, туғандары тәрбиәләй. Йәш ғаилә­ләр өйләнешер алдынан ошо хаҡта уйлаһа, мәғариф системаһында дини йәһәттән тәрбиә алып барылһа, беҙҙә лә балалар йорттары булмаҫ ине.
Ә беҙҙең балаларҙы сит өлкәләргә ебәрһәләр, һүҙ ҙә юҡ, уларҙы башҡорт рухында тәрбиәләмәйәсәктәр. Бына мин нисәмә балалар йортон беләм, үҙебеҙҙең башҡорт балалары рухһыҙ булып үҫә. Ауыл балалар йортона килгәндә, рухлы, башҡортса матур итеп һөйләш­тергән учреждениелар бар ине. Сермән балалар йортонда ла милли рухта тәрбиә алып барылғайны ла, үкенескә ҡаршы, ул ябылды... Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортонда ла башҡорт һәм рус телдәрен өйрәттек. Улар матур итеп һөйләшә, аңлай торғайны, мин башҡорт тип ғорурланып йөрөнөләр.
Башҡортостандағы ҡалған балалар йорттары 2017 йылға ябыласаҡ, тиҙәр. Минеңсә, был буш хәбәр. Ә инде икенсе ерҙәргә беҙҙең балаларҙы ебәреү дөрөҫ түгел. Уларға беҙ ярҙам итергә тейеш. Башҡорт балаларына милли тәрбиә биреүсе айырым йортобоҙ булһын ине. Уларҙы матур итеп тәрбиәләү – беҙҙең бурыс.
– Хәйер, ғөмүмән, йәштә­ребеҙ үҙенең шәжәрәһен бел­мәй түгелме?.. Быға нимә сәбәпсе?
– Маңҡортлоҡ, әлбиттә. Быға ҡарап эс боша. Ауылда матур итеп ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре башҡортса тәрбиә­ләргә тырыша, ғаиләлә милли йолаларҙы күрһәтә. Ә ҡала тормошо йәштәргә кире йоғонто яһай. Улар ҡалаға килгәс, үҙҙәрен урыҫса һөйләргә, урыҫса фе­керләргә тейешбеҙ тип уйлай, шикелле. Ололарға ла тәрбиәнең йоғонтоло алымын ҡулла­нырға кәрәктер ул: бер ҡулында ҡамсы булһын, икенсеһендә – ҡалас...


Вернуться назад