Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Олимп”та барыһы ла тәртиптә түгел, ахыры...
“Олимп”та барыһы ла тәртиптә түгел, ахыры... Рәсәйҙә коррупция замандың иң хәүефле сиренә әйләнә бара. “Роскосмос”, “Оборонсервис”, “Росагролизинг”, “РосГидро”, “Росреестр”, “Росрыболовство” кеүек эре ойошмаларға бәйле ваҡиғалар ҙа онотолоп өлгөрмәгән әле. Һуңғы ун йыл эсендә илебеҙҙәге был енәйәт төрө бер ни тиклем кәмеүгә ҡарамаҫтан, юғары вазифа биләгән кешеләрҙең “ҡармаҡ”ҡа эләгеүен ишетеп, осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡ бот сабып ҡуя. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, коррупция һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын 40 миллиард һумлыҡ зыян күрә. Былтыр, мәҫәлән, төрлө кимәлдәге чиновниктарға ҡарата 11 меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Күптән түгел башҡа һыймаҫ­лыҡ йәнә бер енәйәт хаҡында ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Кемде бит әле, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры (!) Алексей Улюкаевты 2 миллион доллар ришүәт алған саҡта эләктергәндәр.
Был хәл тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин Премьер-министр Дмитрий Медведев менән һөйләшкәндән һуң Улюкаевты, ышаныс юғалтыу сәбәп­ле, вазифаһынан бушатты һәм ентекле тикшереү үткәрергә бойорҙо. Премьер-министр иһә: “Был хәлдән сығып, илебеҙ өсөн мөһим булған бер һығымтаға килергә мөмкин: власть вәкил­дәренән бер кем дә – министр булһынмы, депутат йә губернатормы, коррупция енәйәте ҡылған осраҡта, закон алдында “иммунитет”ҡа эйә була алмай”, – тине.
Шулай итеп, нәфсеһенә хужа булмаған министр ҡулға алынды. Улюкаев әфәндегә, ҙур күләмдә ришүәт алған өсөн, 8 йылдан алып 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм 140 миллион доллар штраф түләү язаһы янай. Ә әлегә Мәскәүҙең Басман суды ҡарары менән үҙ фатирында һаҡ аҫтында буласаҡ.
“Мин һорауҙарға яуап биреү­ҙән баш тартмайым, – тине судта Улюкаев. – Тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итергә ризамын, сөнки минең исемемә төшкән тап хәҡиҡәт асыҡланғас ҡына юйылырға мөмкин”.
Уның адвокаты Тимофей Гриднев былай тине: “Беҙ материалдар менән танышып сыҡтыҡ, Алек­сей Валентиновичтың ғәйе­бен раҫлаған дәлилдәр тапма­ныҡ, ләкин яуап талап иткән байтаҡ һорауҙарға юлыҡтыҡ”.
Юристар әйтеүенсә, чиновниктар күрһәткән хеҙмәттәре өсөн эшҡыуарҙарҙан йыш ҡына “рәхмәт” әйтеүҙәрен һорай. Ҡоро “рәхмәтте” икмәккә май итеп һылап булмағаны ла аңлашыла. Законды “урап” үтеү юлдарын белгән чиновниктар өсөн төрлө “ярыҡ”тар, йәғни мөмкинлектәр бар. Күптәрҙең фаразлауынса, бәлки, шул “ярыҡ”­тарҙы тапҡан өсөн министр “рәхмәт” әйтеүҙәрен талап иткәндер.
Сәйәсмәндәр иһә, был хәл хоҡуҡ һағында торғандарға ышанысты арттырасаҡ, эшҡыуарҙарға чиновниктар тарафынан баҫым­ды ауыҙлыҡлаясаҡ, тип өмөтләнә.
“Улюкаевты күптән белгән кешеләр өсөн был ваҡиға шок булып тәьҫир итте, – ти “Роснано” башлығы Анатолий Чубайс. – Әгәр күңел хистәренә, бәләгә тарыған иптәште йәлләү тойғо­ларына бирелмәй, эштең асылына төшөнөргә теләйбеҙ икән, ике яҡты ла тыңлап ҡарарға кәрәк. Берәүҙәр, Улюкаев “Роснефть”кә янап, аҡса һыҡҡан, ти. Икенселәрҙең тауышы әлегә ишетелмәй...”
Фәһемле ваҡиға булды: юғары вазифа биләгәндәр ҙә “ел-ямғырҙан” азат түгел, тип сәпәкәй итергә ашыҡҡандар ҙа табылды. Уларҙың тел төбөнә ҡарап фекер йөрөткәндә, был енәйәт эшенең “сылбыры” һуҙылырға самалай, йәғни вазифалы ҡайһы бер түрәләрҙең исеме асыҡланырға мөмкин. Сер түгел, бындай енәйәтте бер кеше генә ҡылмай...
Нисек кенә булмаһын, “ҡыр­мыҫҡа иләүе”нә таяҡ тығылды. Алда төрлө фараздар, фекерҙәр, күҙаллауҙар яңғырар, ләкин был енәйәт эшенә суд ҡына “нөктә” ҡуйыу хоҡуғына эйә.
Әлбиттә, Улюкаев әфәнденең “ҡапҡанға” эләгеүе менән илдә коррупция бөтөр тип өмөтләнергә ярамай. Быйыл ғына, мәҫәлән, ошоға бәйле шау-шыу тыуҙырған күпме эреле-ваҡлы ваҡиға булды. Әйтәйек, Киров өлкәһенең губернаторы Никита Белых Мәскәү ресторандарының береһендә 400 мең евро күләмендә ришүәт алған мәлдә тотолдо.
Махсус төҙөлөш федераль агентлығының директоры Александр Буряков 450 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр әйтеүенсә, Махсус төҙөлөш агентлығы менән бәйле уғрылыҡта тағы бер нисә кеше ҡатнашҡан.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында эшләгән юғары дәрәжәле өс офицерҙың ҡулға алыныуы тураһында ла хәтерҙә әле. Улар араһында Мәскәү буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Денис Никандоров, Тәфтиш комитетының шәхси хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Михаил Максименко һәм уның урынбаҫары Александр Ламонов бар ине.
Владивосток мэры Игорь Пушкарев дәүләт заказдарын үҙ туғандарының компанияларына биреүҙә ғәйепләнә. Унан күрелгән зыян 160 миллион һумдан ашыу.
Ғөмүмән, юғары вазифаға үрләп алған бәғзеләр дәүләт кеҫәһен үҙенеке менән йыш бутай башланы шикелле. Шулай ҙа эреле-ваҡлы “тәхеттәр”ҙең халыҡ елкәһендә ултырыуын онотмаҫҡа кәрәктер. Һәр чиновник, уның ҙурлығына-бәләкәйлегенә ҡарамай, тәү сиратта дәүләт мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, йәғни шул дәүләттең халҡына.

Ришүәтселек тураһында нин­дәй ҙә булһа факттар мәғлүм булһа, түбәндәге телефон һандарына шылтыратығыҙ:
8 (347) 279-32-92 (Башҡорт­остан Республикаһының Эске эштәр министрлығы)
102 — полиция хеҙмәте.


Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә