Рәсәйҙә коррупция замандың иң хәүефле сиренә әйләнә бара. “Роскосмос”, “Оборонсервис”, “Росагролизинг”, “РосГидро”, “Росреестр”, “Росрыболовство” кеүек эре ойошмаларға бәйле ваҡиғалар ҙа онотолоп өлгөрмәгән әле. Һуңғы ун йыл эсендә илебеҙҙәге был енәйәт төрө бер ни тиклем кәмеүгә ҡарамаҫтан, юғары вазифа биләгән кешеләрҙең “ҡармаҡ”ҡа эләгеүен ишетеп, осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡ бот сабып ҡуя. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, коррупция һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын 40 миллиард һумлыҡ зыян күрә. Былтыр, мәҫәлән, төрлө кимәлдәге чиновниктарға ҡарата 11 меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған.Күптән түгел башҡа һыймаҫлыҡ йәнә бер енәйәт хаҡында ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Кемде бит әле, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры (!) Алексей Улюкаевты 2 миллион доллар ришүәт алған саҡта эләктергәндәр.
Был хәл тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин Премьер-министр Дмитрий Медведев менән һөйләшкәндән һуң Улюкаевты, ышаныс юғалтыу сәбәпле, вазифаһынан бушатты һәм ентекле тикшереү үткәрергә бойорҙо. Премьер-министр иһә: “Был хәлдән сығып, илебеҙ өсөн мөһим булған бер һығымтаға килергә мөмкин: власть вәкилдәренән бер кем дә – министр булһынмы, депутат йә губернатормы, коррупция енәйәте ҡылған осраҡта, закон алдында “иммунитет”ҡа эйә була алмай”, – тине.
Шулай итеп, нәфсеһенә хужа булмаған министр ҡулға алынды. Улюкаев әфәндегә, ҙур күләмдә ришүәт алған өсөн, 8 йылдан алып 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм 140 миллион доллар штраф түләү язаһы янай. Ә әлегә Мәскәүҙең Басман суды ҡарары менән үҙ фатирында һаҡ аҫтында буласаҡ.
“Мин һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартмайым, – тине судта Улюкаев. – Тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итергә ризамын, сөнки минең исемемә төшкән тап хәҡиҡәт асыҡланғас ҡына юйылырға мөмкин”.
Уның адвокаты Тимофей Гриднев былай тине: “Беҙ материалдар менән танышып сыҡтыҡ, Алексей Валентиновичтың ғәйебен раҫлаған дәлилдәр тапманыҡ, ләкин яуап талап иткән байтаҡ һорауҙарға юлыҡтыҡ”.
Юристар әйтеүенсә, чиновниктар күрһәткән хеҙмәттәре өсөн эшҡыуарҙарҙан йыш ҡына “рәхмәт” әйтеүҙәрен һорай. Ҡоро “рәхмәтте” икмәккә май итеп һылап булмағаны ла аңлашыла. Законды “урап” үтеү юлдарын белгән чиновниктар өсөн төрлө “ярыҡ”тар, йәғни мөмкинлектәр бар. Күптәрҙең фаразлауынса, бәлки, шул “ярыҡ”тарҙы тапҡан өсөн министр “рәхмәт” әйтеүҙәрен талап иткәндер.
Сәйәсмәндәр иһә, был хәл хоҡуҡ һағында торғандарға ышанысты арттырасаҡ, эшҡыуарҙарға чиновниктар тарафынан баҫымды ауыҙлыҡлаясаҡ, тип өмөтләнә.
“Улюкаевты күптән белгән кешеләр өсөн был ваҡиға шок булып тәьҫир итте, – ти “Роснано” башлығы Анатолий Чубайс. – Әгәр күңел хистәренә, бәләгә тарыған иптәште йәлләү тойғоларына бирелмәй, эштең асылына төшөнөргә теләйбеҙ икән, ике яҡты ла тыңлап ҡарарға кәрәк. Берәүҙәр, Улюкаев “Роснефть”кә янап, аҡса һыҡҡан, ти. Икенселәрҙең тауышы әлегә ишетелмәй...”
Фәһемле ваҡиға булды: юғары вазифа биләгәндәр ҙә “ел-ямғырҙан” азат түгел, тип сәпәкәй итергә ашыҡҡандар ҙа табылды. Уларҙың тел төбөнә ҡарап фекер йөрөткәндә, был енәйәт эшенең “сылбыры” һуҙылырға самалай, йәғни вазифалы ҡайһы бер түрәләрҙең исеме асыҡланырға мөмкин. Сер түгел, бындай енәйәтте бер кеше генә ҡылмай...
Нисек кенә булмаһын, “ҡырмыҫҡа иләүе”нә таяҡ тығылды. Алда төрлө фараздар, фекерҙәр, күҙаллауҙар яңғырар, ләкин был енәйәт эшенә суд ҡына “нөктә” ҡуйыу хоҡуғына эйә.
Әлбиттә, Улюкаев әфәнденең “ҡапҡанға” эләгеүе менән илдә коррупция бөтөр тип өмөтләнергә ярамай. Быйыл ғына, мәҫәлән, ошоға бәйле шау-шыу тыуҙырған күпме эреле-ваҡлы ваҡиға булды. Әйтәйек, Киров өлкәһенең губернаторы Никита Белых Мәскәү ресторандарының береһендә 400 мең евро күләмендә ришүәт алған мәлдә тотолдо.
Махсус төҙөлөш федераль агентлығының директоры Александр Буряков 450 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр әйтеүенсә, Махсус төҙөлөш агентлығы менән бәйле уғрылыҡта тағы бер нисә кеше ҡатнашҡан.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында эшләгән юғары дәрәжәле өс офицерҙың ҡулға алыныуы тураһында ла хәтерҙә әле. Улар араһында Мәскәү буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Денис Никандоров, Тәфтиш комитетының шәхси хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Михаил Максименко һәм уның урынбаҫары Александр Ламонов бар ине.
Владивосток мэры Игорь Пушкарев дәүләт заказдарын үҙ туғандарының компанияларына биреүҙә ғәйепләнә. Унан күрелгән зыян 160 миллион һумдан ашыу.
Ғөмүмән, юғары вазифаға үрләп алған бәғзеләр дәүләт кеҫәһен үҙенеке менән йыш бутай башланы шикелле. Шулай ҙа эреле-ваҡлы “тәхеттәр”ҙең халыҡ елкәһендә ултырыуын онотмаҫҡа кәрәктер. Һәр чиновник, уның ҙурлығына-бәләкәйлегенә ҡарамай, тәү сиратта дәүләт мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, йәғни шул дәүләттең халҡына.
Ришүәтселек тураһында ниндәй ҙә булһа факттар мәғлүм булһа, түбәндәге телефон һандарына шылтыратығыҙ:
8 (347) 279-32-92 (Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы)
102 — полиция хеҙмәте.