Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаранды тәмләп ҡара
Ауылыбыҙҙың көньяҡ өлөшөндә, текә яр аҫтынан урғылып-урғылып, ете урындан һыу сығып ята. Улар, бөтәһе бергә ҡушылып, үтә күренмәле, көмөштәй саф һыулы Ҡаран шишмәһен барлыҡҡа килтерә.
Юл ыңғайында булғанлыҡтан, юлаусылар уның эргәһендә туҡталып, баҡсаһында ял итмәй китмәй. Үҙҙәре менән күпләп һыу алалар.
Ауыл халҡының хәтерендә ҡалғанса, шишмәбеҙ элек ҡарағай, ҡайын урманы эсенән, тирә-яғы төрлө емеш-еләк ҡыуаҡтары менән уратып алынған ерҙән юл алған. Бик күп йылдар үткән, ә шишмә ағыуын дауам иткән. Ҡоролоҡло эҫе йәйҙә бер мәл ут сығып, уны уратып алған урман янып һәләк булған. Әле булһа шишмә буйҙарында ятҡан ҡалын көл ҡатламы быны иҫбатлап тора.
Боронғолар һөйләүенсә, Ҡаран шишмәһе элек төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аҡҡан. Соҡорло уйпат ерҙәрҙе баҫып, күп күлдәр барлыҡҡа килтергән, үткеһеҙ һаҙлыҡтар хасил иткән, шуға күрә уның ағышын үҙгәртергә ҡарар ҡылғандар. 1927 йылда шишмәбеҙҙең юлын көнбайышҡа, Оло Үтәш ауылы яғына, бороп ебәрәләр. Һәр йорт башына унар метрҙан да артығыраҡ канау ҡаҙырға йөкләмә бирелә — был эш тормошҡа ашырыла. Ошонан һуң Ҡаран шишмәһе Оло Үтәш күленә тоташып, Баҡраҡ ауылы аша үтеп, Ағиҙелгә ҡоя башлай.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш “Хәтерҙә ҡалған минуттар” тигән китабында уның үткән яҙмышы тураһында былай тип яҙып ҡалдырған: “Мәжит менән Бәҙретдин бәләкәй саҡта Еҙем-Ҡаран ауылының көнсығыш осонан урғылып сыҡҡан мул һыулы һалҡын шишмә, бер аҙ барғас та, Яҡтыкүл исемле бер күлде һәм Сарлаҡлы тип йөрөтөлгән һаҙлыҡты барлыҡҡа килтергән. Еҙем-Ҡаран кешеләре элек Яҡтыкүлдән табан балығы һөҙгән. Хәҙер инде бында Яҡтыкүл дә, Сарлаҡлы һаҙлығы ла юҡ, сөнки ауылдың үрге осонан урғылып сыҡҡан шишмәне, юлын үҙгәртеп, бер километр йыраҡлыҡтағы Түбәреш шишмәһенә ҡуштырғандар. Берләшеп алған был ике шишмә тәбиғәттең ғәжәп бер матур ерендә Ағиҙелгә барып ҡушылған да бик йыраҡтарға ағып киткән”.
Ысынлап та, иң ҙур күлде Сарлаҡлы тип йөрөткәндәр. Уны аҡсарлаҡтар, торналар, хатта аҡҡоштар ҙа үҙҙәренә төйәк иткән, кейектәр, ҡоштар күп булған. Әле булһа яҙлы-көҙлө торналарҙың моңло тауышы ишетелеп тора. Хәҙер Сарлаҡлы болононда бесән сабалар, күлдәр ҙә, һаҙлыҡтар ҙа кибеп бөттө.
Тарихи китаптарҙан күренеүенсә, ХIХ быуаттың 60-сы йылдарында уҡ Ҡаран шишмәһенең быуаһында ҙур тирмән булғаны билдәле. Белеүемсә, ул ауыл тәмле һыуы ғына түгел, икмәге менән дә дан тотто. Быуа яһалғас, йылғаның бер ярынан икенсеһенә ат йөҙҙөрөп сығып була ине. Үтә лә һалҡын, теш һындырырлыҡ булһа ла, шаян, шуҡ малай-ҡыҙҙар йылғала ҡойоноп, сыр-сыу килеп, көндәр буйы ҡырсынташтарҙы һыуҙа өйөрөлтөп, яҡты яҙмыш юрап, уйнап йөрөр ине.
Шишмәбеҙ ҡышҡы 40–50 градус һалҡында ла туңмай, киреһенсә, боҙло-ҡарлы әйберҙәрҙе сайҡаһаң, үҙендә иретә. “Ҡаран” тигән һүҙ ҙә “туңмай” тигәнде аңлата. Ҡыш көнө быу сығарып ята. Ул яңы тыуған сабый кеүек ауаз һалып башланып китһә, бер аҙ барғас, йоҡоға талып, унан уянып, шаулап-гөрләп, шажлап, ғәйрәтләнеп, алға аға ла аға. Ил ағалары, саф күңелле инәйҙәр эштәрен барлап ял иткәндәй, Ағиҙелгә барып тоташа. Күренеүенсә, юлы оҙон, бәхетле, ғүмерле.
Тылсымлы сихри көскә лә эйә шишмәбеҙ. Тәбиғәттең ҡырыҫлығына ҡаршы тороу һәләте бар. Йәйҙәрҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, бик күп йылға, күл юҡҡа сыҡҡанда ла шишмәбеҙ бойоҡманы ла, һайыҡманы ла.
Әле тирә-яғы семәрләп эшләгән тимер рәшәткәләр менән кәртәләнеп, йәш үҫентеләр менән уратып алынғас, күккә олғашҡан ҡайын-ҡарағайлыҡ урманы барлыҡҡа килде, ул һыуҙы ҡороуҙан, ел-дауылдан һаҡлап тора. Яңы ҡауышҡан парҙар, ата-әсәһенән фатиха алған кеүек, шишмә башына юллана. Унан көс-дәрт алып, яңы тормошҡа аяҡ баҫалар.
Күптәр, тәмле сәй эсергә яратҡандар, йыл әйләнәһенә һыуға шишмәгә йөрөй. Сихәтен тойоп, таң һыуына ла барырға йыбанмайҙар. Тыуған ауылдарынан ситтә йәшәүселәр, ҡайтыу менән, ҡунаҡҡа йөрөшөрҙән алда, шишмә башына барып, ҡуш услап һыуын эсеп, бит-ҡулдарын йыуып, гүзәл шишмәбеҙ менән һөйләшеп, һағышын тарата.
Ҡапҡаны асып инеү менән, үткер ҡарашын алға ташлап, барыбыҙҙы ла ҡаршылап, шағир бюсы тора. Әлбиттә, иң беренсе сәләмде уға бирәһең. Уның да балалыҡ дуҫтары, үҫмер саҡтары шишмәбеҙҙән айырылғыһыҙ. Йорттары ла йылғанан бер нисә метр алыҫлыҡта булған. Кескәй Мәжиттең юйылмаҫ эҙҙәрен хәтерләтеп торған һуҡмаҡтар ул йәшәгән йорт урамына барып тоташа. Буласаҡ шағир, шишмәнең сихри моңон тыңлап, иҫ киткес тәмле һыуын эсеп, күңелендәге хис-тойғоһон шиғри юлдарға күсереп, илһамланып ижад иткәндер. Юҡҡа ғына “Ҡаран шишмәһе — илһам сығанағы” тимәгәндер Ғафури.
Ауылыбыҙ уртаһында шулай уҡ даны алыҫтарға таралған баҙар, мәсет бар ине. Баҙарға төрлө өлкәләрҙән күп кеше килер булған. Бер нәмә лә һатып алып йөрөмәгән кешеләр:
— Беҙ Ҡаран шишмәһенең сәйен эсергә килдек, — тип мәрәкәләгән. Ысынлап та, ҡалас менән сәй эсеп, ун литр һыу һыйышлы еҙ самауырҙы түңкәреп, дәртләнеп ҡайтып киткәндәр. Бер-береһе менән һүҙ көрәштереп:
— Ҡаран шишмәһенә тиң тәмде тойған, сәйҙең сығышын бермә-бер арттырған бүтән һыуҙы эскән юҡ әле, — тип әйтә торған булғандар.
Уның әле лә таҙа, матур булып ағып тороуы тураһында һөйләгәндә ауылыбыҙҙың уңған хужаһы Хәтмулла ағай Рәхимовты телгә алмау мөмкин түгел. Ул йәш үҫентеләр ултыртып, сабый балалай күреп тәрбиәләп торҙо шишмәне, бик изгелекле эш башҡарҙы.
Ер-әсә, һыу, һауа үҙен ҡарап, ҡурсалап торғанда ғына кешеләргә файҙа килтерә, изгелекле була. Ҡаран шишмәһе иһә бөгөн ышаныслы ҡулдарҙа, ауыл халҡына йәшәү сығанағы булып хеҙмәт итә. “Донъя — йәшеллеккә күмелгән һәм гүзәллек менән тулы бер баҡса”, — тигән Пәйғәмбәр. Ҡаран шишмәм шул гүзәл баҡса эсенән сылтыр-сылтыр йырлап, бер туҡтамай ағып, тәмле һыуын биреп тора икән, беҙ уны ҡурсаларға, ҡәҙерләргә, һаҡларға бурыслы.
Башҡортостаныбыҙ яҙыусылары Мәжит Ғафуриҙың хәтер кисәләрен, юбилейҙарын үткәргәндә шишмә буйына йәш ҡарағай, шыршы, ҡайын үҫентеләре ултыртты. Хәҙер улар күккә олғашып, килгән ҡунаҡтарға шатлыҡ өләшә. Өҫтәп шуны әйтергә теләйем: әсәйҙәребеҙ беҙҙе шишмә һыуын ташып эсереп, йыуындырып үҫтерҙе. Халыҡ юҡҡа ғына “Шишмә һыуын эскәндәр аҡ күңелле, сибәр, матур була”, тимәгән.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә