Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сифат, сифат... “Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – көрсөккә бирешмәй, киләсәккә ҙур пландар менән тотороҡло эшләгән сәнәғәт предприятиеларының береһе.
Бай тарихлы ойошма бөгөн дә заман менән бергә атлай. Шуға күрә заказдар арта бара һәм күрһәткестәр үҫә. Мәҫә­лән, быйыл һигеҙ айҙа етеш­тереү күләме, үткән йыл менән сағыштырғанда, 129 процент тәшкил иткән. Ошоға бәйле эшселәр даими ҡабул ителә. Бөгөн заводтағы уртаса эш хаҡы ҡала һәм респуб­ликалағы башҡа машина эшләүсе предприятиеларынан юғары булыуы менән үҙенсәлекле.
Предприятиеның баш­ҡарма директоры Алексей Пахомов уңыштар хаҡында ҡыуанып һөйләй:
– Беҙҙең тауар бик үтемле. “Уралвагонзавод” предприя­тиеһы менән контракт төҙөү за­каздарҙың артыуына бу­лыш­лыҡ итте. 2015 йылда уҡ яңы төр вагондар өсөн пружиналар етештереү һәм һы­нау буйынса ҙур эш атҡа­рылды. Беҙ һынауҙың тулы циклын үткәрҙек, Федераль тимер юл транспорты агент­лығынан сертификат алдыҡ. Быйыл “КамАЗ” компанияһы менән үҙ-ара отошло хеҙмәт­тәшлекте яйға һалдыҡ. Импортты тәү сиратта рессор продукцияһы менән алмаштырыу програм­маһы буйынса эшләйбеҙ. Әле беҙ “Hyundai”, “Iveco”, “MAN”, “Scania” йөк автомобилдәре, ауыл хужа­лығы техникаһы етештергән “Россельмаш”ты, Чебоксар сәнәғәт трактор агрегаттары заводын продукция менән тәьмин итәбеҙ.
Ойошмала эҙмә-эҙлекле ин­дерелгән техник ҡорал­ландырыу программаһы кү­ләмде арттырыуға булыш­лыҡ итә. Элек буш торған линия­ның икәүһе рессор етештереү өсөн реконструкцияланды. Яңы ҡорамалдар кеше һаулығына насар йоғонтоно ла кәметәсәк, мәҫәлән, шы­мартҡанда ҡалдыҡтар станокта урынлаштырылған һур­ҙырт­ҡыстарҙа йыйыла.
Хеҙмәткәрҙәрҙең квали­фикацияһын камиллаштырыу иҡтисади һөҙөмтәлелекте үҫтереүҙә мөһим резерв булып тора. Белгестәрҙең һө­нәри оҫталығы һәм эш сифаты, белемен, тәжрибәһен байытыуға әҙерлеге машина эшләү заводының оҙайлы киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһай. Рессор етеш­тереү буйынса ай һайын биш-һигеҙ яңы изделие үҙләш­терелә.
Сифатлы тауар етештереү – иң беренсе талап, шуға күрә заводта сифатты яҡшыртыу саралары күрелә. Был өлкә­ләге ҡаҙаныштар халыҡ-ара талаптар сертификаты менән раҫланған һәм ул стандарт­тарға тулыһынса тап килә.
Ыңғай етештереү күрһәт­кестәре социаль йөкләмә­ләрҙе үтәүгә лә булышлыҡ итә. Предприятие шефҡа алған балалар лагерында быйыл заманса йыһазланды­рылған яңы корпус асылды, хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, ветерандар өсөн һаулыҡ нығытыу йәһәтенән махсус программалар бар.
Завод үҙенең алдынғы эшселәре менән дан тота. Йыл һайын “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсы ойошторола. Мәҫәлән, механик йыйыу эштәре слесарҙары араһында быраулаусы Рәйес Суфиянов икенсе йыл рәттән беренсе урынды яулай. Белорет районының Аҙналы ауылында тыуып үҫкән егет армиянан һуң 2001 йылда заводҡа урынлаша. Намыҫлы хеҙмәте менән ул, предприятиела абруй ҡаҙанып, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә.
Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙендә аҡыллы идара итеү һәм ойошҡан эш, намыҫлы хеҙмәт тора. Завод был талаптарға тоғро ҡалып, йыл һайын һөнәри байрамын юғары күрһәткестәр, еңеүҙәр менән ҡаршы ала. Быйыл Башҡортостандың машина эшләү комплексы ойошмалары араһында үткәрелгән социаль-иҡтисади һәм профсоюздар ярышында еңеү яулап, йәмғиәт – дипломға, ә предприятиеның генераль директоры Иван Радченко “Йыл директоры” номинацияһына лайыҡ булды.


Автор: Рәмилә Мусина. Район: Белорет ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә