“Белорет рессор һәм пружина заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – көрсөккә бирешмәй, киләсәккә ҙур пландар менән тотороҡло эшләгән сәнәғәт предприятиеларының береһе.Бай тарихлы ойошма бөгөн дә заман менән бергә атлай. Шуға күрә заказдар арта бара һәм күрһәткестәр үҫә. Мәҫәлән, быйыл һигеҙ айҙа етештереү күләме, үткән йыл менән сағыштырғанда, 129 процент тәшкил иткән. Ошоға бәйле эшселәр даими ҡабул ителә. Бөгөн заводтағы уртаса эш хаҡы ҡала һәм республикалағы башҡа машина эшләүсе предприятиеларынан юғары булыуы менән үҙенсәлекле.
Предприятиеның башҡарма директоры Алексей Пахомов уңыштар хаҡында ҡыуанып һөйләй:
– Беҙҙең тауар бик үтемле. “Уралвагонзавод” предприятиеһы менән контракт төҙөү заказдарҙың артыуына булышлыҡ итте. 2015 йылда уҡ яңы төр вагондар өсөн пружиналар етештереү һәм һынау буйынса ҙур эш атҡарылды. Беҙ һынауҙың тулы циклын үткәрҙек, Федераль тимер юл транспорты агентлығынан сертификат алдыҡ. Быйыл “КамАЗ” компанияһы менән үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте яйға һалдыҡ. Импортты тәү сиратта рессор продукцияһы менән алмаштырыу программаһы буйынса эшләйбеҙ. Әле беҙ “Hyundai”, “Iveco”, “MAN”, “Scania” йөк автомобилдәре, ауыл хужалығы техникаһы етештергән “Россельмаш”ты, Чебоксар сәнәғәт трактор агрегаттары заводын продукция менән тәьмин итәбеҙ.
Ойошмала эҙмә-эҙлекле индерелгән техник ҡоралландырыу программаһы күләмде арттырыуға булышлыҡ итә. Элек буш торған линияның икәүһе рессор етештереү өсөн реконструкцияланды. Яңы ҡорамалдар кеше һаулығына насар йоғонтоно ла кәметәсәк, мәҫәлән, шымартҡанда ҡалдыҡтар станокта урынлаштырылған һурҙыртҡыстарҙа йыйыла.
Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу иҡтисади һөҙөмтәлелекте үҫтереүҙә мөһим резерв булып тора. Белгестәрҙең һөнәри оҫталығы һәм эш сифаты, белемен, тәжрибәһен байытыуға әҙерлеге машина эшләү заводының оҙайлы киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһай. Рессор етештереү буйынса ай һайын биш-һигеҙ яңы изделие үҙләштерелә.
Сифатлы тауар етештереү – иң беренсе талап, шуға күрә заводта сифатты яҡшыртыу саралары күрелә. Был өлкәләге ҡаҙаныштар халыҡ-ара талаптар сертификаты менән раҫланған һәм ул стандарттарға тулыһынса тап килә.
Ыңғай етештереү күрһәткестәре социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә лә булышлыҡ итә. Предприятие шефҡа алған балалар лагерында быйыл заманса йыһазландырылған яңы корпус асылды, хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, ветерандар өсөн һаулыҡ нығытыу йәһәтенән махсус программалар бар.
Завод үҙенең алдынғы эшселәре менән дан тота. Йыл һайын “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсы ойошторола. Мәҫәлән, механик йыйыу эштәре слесарҙары араһында быраулаусы Рәйес Суфиянов икенсе йыл рәттән беренсе урынды яулай. Белорет районының Аҙналы ауылында тыуып үҫкән егет армиянан һуң 2001 йылда заводҡа урынлаша. Намыҫлы хеҙмәте менән ул, предприятиела абруй ҡаҙанып, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә.
Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙендә аҡыллы идара итеү һәм ойошҡан эш, намыҫлы хеҙмәт тора. Завод был талаптарға тоғро ҡалып, йыл һайын һөнәри байрамын юғары күрһәткестәр, еңеүҙәр менән ҡаршы ала. Быйыл Башҡортостандың машина эшләү комплексы ойошмалары араһында үткәрелгән социаль-иҡтисади һәм профсоюздар ярышында еңеү яулап, йәмғиәт – дипломға, ә предприятиеның генераль директоры Иван Радченко “Йыл директоры” номинацияһына лайыҡ булды.