Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Их, байып алғы килә!”
“Их, байып алғы килә!” Үҙ эшен асыусыларға дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам тос ҡына булһа ла, бөгөн эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр, тәүәккәлләүселәр күп тип әйтерлек түгел. Бының төп сәбәбе, минеңсә, шәхси кәсеп асыусыларҙы күпселектең һаман да өнәп етмәүендә. Совет осоронда тыуҙырылған хаталы ҡарашты бөтөрөү тағы ла байтаҡ ваҡыт талап итәлер, моғайын.
Балаларҙы бәләкәйҙән үк алыш-бирешкә, аҡса эшләргә өйрәтергә кәрәк. Хәҙерге мәлдә тормошто баҙар мөнәсәбәттәренән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел бит. Тотороҡ­һоҙ иҡтисади шарттарҙа һәр кем үҙаллы кәсепкә әҙер булырға тейеш.
Туҡһанынсы йылдарҙа ҡалала шундай бер башҡорт ғаиләһе менән күрше йәшәнек. Аталары улдарын мәктәп йәшенән баҙарға йәки урам буйына сығып һатыу итергә өйрәтә ине. Башланғыс класта уҡыған кинйәләре дәфтәр, ручка-ҡәләм тәҡдим итһә, өлкәнерәктәре кейем-һалым, картуф, ит менән шөғөлләнде. Уларҙың бер мәл акциялар һатып алып йөрөгәнен дә хәтерләйем. Хәҙер инде теге өс малай ҙа юғары белем алған, өй­лән­гән, шәхси фатирҙары, автомобилдәре генә түгел, уңышлы эшләүсе фирмалары ла бар.
Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙан сыҡҡан әллә күпме башҡорт балаһы Өфө­лә һәм бүтән ҡалаларҙа төҙө­лөштән, хеҙмәтләндереү өлкәһенән эш эҙләй. Ҙур өмөттәр бағлап урынлашып та, бер нисә айҙан буш ҡул һәм китек күңел менән ҡайтып китә байтағы. Капиталистар вәғәҙәгә һаран түгел, әммә аҡсаның самаһын һәйбәт белә. Уларҙан алданып ауыҙы бешкәндәргә үҙ төйәгендә эш асып, фермер хужа­лыҡтары, төҙөлөш, сауҙа һәм хеҙмәт­ләндереү фирмалары ойошторорға кәңәш итер инем.
“Үҙең кем һуң улай аҡыл һатырға?” – тиерҙәр. Дөрөҫөн әйтәм, эшҡыуар түгелмен, шулай ҙа мохтажлыҡта йәшәмәйем. Юғары квалификациялы белгес булараҡ эш хаҡым яҡшы, бер ойошманан киткән хәлдә иртәгәһенә үк икенсеһенә саҡырасаҡтар. Атай-әсәйем иҫән-һау булһа ла, бала сағым етемлектә үтте минең. Ғаиләбеҙ тарҡалғас, әсәйем менән беҙгә, ике малайға, ҡыҫынҡы ғына ҡала фатирында торорға тура килде. Кейенергә, аҙыҡ-түлеккә аҡса еткерә алмаған саҡтар йыш булды. Ҡустым менән икебеҙ йәйге каникул һайын әсәйҙең тыуған ауылына ҡайтып, ялланып һыйыр, һарыҡ көтә инек. Аҡса эшләү мөһимерәк, тип уйлап үҫтек, ваҡытында һөнәр үҙләштермәнек. Аҙаҡ ҡына, нисектер аңға килеп, ситтән тороп институтта уҡып алдым. Ҡасан да берәй мәл эшҡыуарлыҡҡа тотонорға мәжбүр булыуым ихтимал икәнен хәтерҙән сығармайым.
Халыҡтың етешлеге төбәктең, милләттең абруйын билдәләй. Нисек кенә сәйер булмаһын, бөгөн кеше менән байлығына ҡарап иҫәпләшеү күренеше киң таралған. Милләттәш­тәребеҙ араһында эшҡыуарҙар күбәйһә, улар бер-береһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә, мохтажлыҡ кисер­гән туғандарына, яҡындарына хәленән килгәнсә ярҙам итеп торһалар, халҡыбыҙ бал ҡорто күсендәй көслө булыр ине. Юғиһә йыш ҡына Кавказ, Урта Азия халыҡтарының йүнселле­генә, берҙәмлегенә ҡарап һоҡланырға, эстән генә әсенергә тура килә.
Бер-беребеҙгә шәхси эш асырға, аҡса табырға ярҙам итергә кәрәк. Берәү намыҫлы юл менән байығандан башҡаларҙың мөлкәте кәмеп китмәй бит. Күтәрелеп киткәндәр артабан бүтәндәрҙе үҙ янына тартһа...
Таныштарымдың береһе әйткән һүҙҙәр уйға һалды: “Их, байып алғы килә! Кешеләргә күберәк изгелек ҡыла алыр инем. Аҡсаға артыҡ мохтажлыҡ кисермәһәм, көнө-төнө эш тип сапмаҫ, ә китаптар уҡырға, баянда һәм ҡурайҙа уйнап өйрәнергә лә ваҡыт табыр инем...” Эйе, күптәребеҙ матди мөм­кинлектәре сикләнгән булыуы арҡа­һында аҡса ҡолона әйләнә лә үҙ ваҡытында һәләттәрен үҫтерә алмай. Араларында әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ күктәрендә балҡырлыҡ йондоҙҙар ҙа һүнәлер...


Автор: И. МӨХӘМӘТШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә