Үҙ эшен асыусыларға дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам тос ҡына булһа ла, бөгөн эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр, тәүәккәлләүселәр күп тип әйтерлек түгел. Бының төп сәбәбе, минеңсә, шәхси кәсеп асыусыларҙы күпселектең һаман да өнәп етмәүендә. Совет осоронда тыуҙырылған хаталы ҡарашты бөтөрөү тағы ла байтаҡ ваҡыт талап итәлер, моғайын.Балаларҙы бәләкәйҙән үк алыш-бирешкә, аҡса эшләргә өйрәтергә кәрәк. Хәҙерге мәлдә тормошто баҙар мөнәсәбәттәренән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел бит. Тотороҡһоҙ иҡтисади шарттарҙа һәр кем үҙаллы кәсепкә әҙер булырға тейеш.
Туҡһанынсы йылдарҙа ҡалала шундай бер башҡорт ғаиләһе менән күрше йәшәнек. Аталары улдарын мәктәп йәшенән баҙарға йәки урам буйына сығып һатыу итергә өйрәтә ине. Башланғыс класта уҡыған кинйәләре дәфтәр, ручка-ҡәләм тәҡдим итһә, өлкәнерәктәре кейем-һалым, картуф, ит менән шөғөлләнде. Уларҙың бер мәл акциялар һатып алып йөрөгәнен дә хәтерләйем. Хәҙер инде теге өс малай ҙа юғары белем алған, өйләнгән, шәхси фатирҙары, автомобилдәре генә түгел, уңышлы эшләүсе фирмалары ла бар.
Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙан сыҡҡан әллә күпме башҡорт балаһы Өфөлә һәм бүтән ҡалаларҙа төҙөлөштән, хеҙмәтләндереү өлкәһенән эш эҙләй. Ҙур өмөттәр бағлап урынлашып та, бер нисә айҙан буш ҡул һәм китек күңел менән ҡайтып китә байтағы. Капиталистар вәғәҙәгә һаран түгел, әммә аҡсаның самаһын һәйбәт белә. Уларҙан алданып ауыҙы бешкәндәргә үҙ төйәгендә эш асып, фермер хужалыҡтары, төҙөлөш, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү фирмалары ойошторорға кәңәш итер инем.
“Үҙең кем һуң улай аҡыл һатырға?” – тиерҙәр. Дөрөҫөн әйтәм, эшҡыуар түгелмен, шулай ҙа мохтажлыҡта йәшәмәйем. Юғары квалификациялы белгес булараҡ эш хаҡым яҡшы, бер ойошманан киткән хәлдә иртәгәһенә үк икенсеһенә саҡырасаҡтар. Атай-әсәйем иҫән-һау булһа ла, бала сағым етемлектә үтте минең. Ғаиләбеҙ тарҡалғас, әсәйем менән беҙгә, ике малайға, ҡыҫынҡы ғына ҡала фатирында торорға тура килде. Кейенергә, аҙыҡ-түлеккә аҡса еткерә алмаған саҡтар йыш булды. Ҡустым менән икебеҙ йәйге каникул һайын әсәйҙең тыуған ауылына ҡайтып, ялланып һыйыр, һарыҡ көтә инек. Аҡса эшләү мөһимерәк, тип уйлап үҫтек, ваҡытында һөнәр үҙләштермәнек. Аҙаҡ ҡына, нисектер аңға килеп, ситтән тороп институтта уҡып алдым. Ҡасан да берәй мәл эшҡыуарлыҡҡа тотонорға мәжбүр булыуым ихтимал икәнен хәтерҙән сығармайым.
Халыҡтың етешлеге төбәктең, милләттең абруйын билдәләй. Нисек кенә сәйер булмаһын, бөгөн кеше менән байлығына ҡарап иҫәпләшеү күренеше киң таралған. Милләттәштәребеҙ араһында эшҡыуарҙар күбәйһә, улар бер-береһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә, мохтажлыҡ кисергән туғандарына, яҡындарына хәленән килгәнсә ярҙам итеп торһалар, халҡыбыҙ бал ҡорто күсендәй көслө булыр ине. Юғиһә йыш ҡына Кавказ, Урта Азия халыҡтарының йүнселлегенә, берҙәмлегенә ҡарап һоҡланырға, эстән генә әсенергә тура килә.
Бер-беребеҙгә шәхси эш асырға, аҡса табырға ярҙам итергә кәрәк. Берәү намыҫлы юл менән байығандан башҡаларҙың мөлкәте кәмеп китмәй бит. Күтәрелеп киткәндәр артабан бүтәндәрҙе үҙ янына тартһа...
Таныштарымдың береһе әйткән һүҙҙәр уйға һалды: “Их, байып алғы килә! Кешеләргә күберәк изгелек ҡыла алыр инем. Аҡсаға артыҡ мохтажлыҡ кисермәһәм, көнө-төнө эш тип сапмаҫ, ә китаптар уҡырға, баянда һәм ҡурайҙа уйнап өйрәнергә лә ваҡыт табыр инем...” Эйе, күптәребеҙ матди мөмкинлектәре сикләнгән булыуы арҡаһында аҡса ҡолона әйләнә лә үҙ ваҡытында һәләттәрен үҫтерә алмай. Араларында әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ күктәрендә балҡырлыҡ йондоҙҙар ҙа һүнәлер...