Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйәгең ныҡмы?
Күптәр олоғая килә һөйәктәр муртлана, умыртҡалыҡ кәкрәйә, буй тәпәшәйә тигән фекерҙә. Шул уҡ ваҡытта бындай үҙенсәлектәр өлкәндәрҙең барыһына ла хас түгел бит. Төрлө кешелә улар төрлө дәрәжәлә. Асылда иһә һөйәктәрҙәге кәмселектәргә йыш ҡына остеопороз тип аталған ҡаты сир сәбәпсе. Тейешенсә дауаламаған осраҡта уның етди һыҙланыуҙарға, инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.


Остеопороз (грек һүҙҙәре “остеон” – һөйәк, “пороз” – тишектәр), ғәҙәттә, өлкән йәштәгеләрҙә күҙәтелә. Олоғая килә һөйәктәрҙә күҙәүҙәр арта. Уның массаһы саманан тыш кәмеһә, һыныу хәүефе йышая. Остеопороз менән сирләгәндә йыш ҡына беләк, умыртҡалыҡ, янбаш һөйәге һыныу­сан. Кеше имгәнмәгән осраҡта ла һөйәк үҙенән-үҙе әкренләп ыуала, һына. Янбаш һөйәге һыныу арҡаһын­да вафат булыусылар айырыуса күп. Әйткәндәй, пациенттарҙың сирек өлөшө генә әүәлге хәленә ҡайта ала, өстән бере даими хәстәрлеккә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тиҫтә йылда медицинала был ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау өлкә­һендә байтаҡ уңыштарға өлгәшелде.
Остеопорозға килтергән сәбәптәр:
lҺөйәктәрҙең муртлығы. Әлегә тиклем һынған һөйәктең тағы ла һыныу хәүефе бар.
lҺөйәк массаһының түбән булыуы. Әгәр ул бала саҡта уҡ ныҡлы һалынмаһа, өлкәнәйгәс остеопо­розға килтереүе ихтимал.
lГенетик фактор. Остеопороз­дың нәҫелдән килеүе мөмкин.
lЕнси гормондарға ҡытлыҡ. Менопаузаның иртә башланыуы. Түллек биҙҙәре, аналығы алынған ҡатын-ҡыҙҙарҙа остеопороз сире йыш күҙәтелә.
lТәмәке тартыу. Был организмда кальцийҙы кәметә һәм уны үҙләштереүҙе һүлпәнәйтә.
lКальцийға һәм D витаминына ҡытлыҡ.
lАлкоголле эсемлектәр ҡулла­ныу.
lФизик әүҙемлектең түбәнлеге.
lХәрәкәтһеҙлек. Ике айҙан ашыу түшәктә ятыу һөйәк массаһын юғалтыуға килтерә.
lАшҡаҙан-эсәк, бөйөр, ҡан, тын юлдары, нервылар һәм эндокрин системаһы сирҙәре.
lҠайһы бер медикаменттарҙы йыш ҡулланыу (быуындарҙы, гипертонияны дауалағанда, психотроп матдәләр һ.б.).
Остеопорозды йыш ҡына “өнһөҙ эпидемия” тип атайҙар, сөнки сирҙең махсус клиник үҙенсәлектәре әллә ни тойолмай. Уны теге йәки был һөйәгең һынғас ҡына асыҡларға мөмкин. Ауырыу көсәйгәндә арҡаның һыҙлауы һәм умыртҡа һөйәгенең көмрәйеүе, буйҙың ике-өс йылда ике сантиметрға кәмеүе ихтимал. Ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы хатта дарыуҙар­ҙың да баҫмауы бар.
Диагноз пациентты ҡарау һәм рент­ген тикшереүе нигеҙендә ҡуйы­ла. Ғәҙәттә, рентген абсорбциомет­рияһы (денситометрия) үткәрелә. Ул һөйәктәрҙең минераль тығыҙлығын үлсәү һәм дауалауҙың һөҙөмтәле­леген күҙәтеү мөмкинлеген бирә.
Сир хәүефен кәметеү өсөн түбәндәгеләрҙе күҙәтеү зарур:
lДөрөҫ туҡланырға, кальцийға һәм D витаминына бай ашам­лыҡ­тар (һөт ризыҡтары, айырыуса ҡаты сыр, йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек, балыҡ, йомортҡа) ашарға. Ә бына тоҙло ризыҡтарҙы, ҡәһүәне, “Кока-кола” кеүек эсемлек­тәрҙе сикләргә кәңәш ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙыҡ рационы организмдың кальцийға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға күрә D витаминын һәм магний, цинк, марганец, бор кеүек микроэлементтар йыйылмаһын үҙ эсенә алған препараттарҙы файҙаланыу зыян итмәҫ.
lӘүҙем тормош алып барырға. Хәрәкәт иткәндә генә һөйәктәр үҫә, нығый.
lНасар ғәҙәттәрҙән баш тар­тырға. Интоксикация организмға кире йоғонто яһай, һөйәк туҡыма­һына зыян килтерә.
Остеопороз менән сирләгәндә йәки ошондай хәүеф янағанда табип һөйәктәр системаһын дауалай. Әйткәндәй, ошо маҡсатта Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында былтыр сентябрҙә Остеопорозды иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау үҙәге эшләй башланы.


Автор: Радик НУРЛЫҒАЯНОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә