Һөйәгең ныҡмы?08.11.2016
Күптәр олоғая килә һөйәктәр муртлана, умыртҡалыҡ кәкрәйә, буй тәпәшәйә тигән фекерҙә. Шул уҡ ваҡытта бындай үҙенсәлектәр өлкәндәрҙең барыһына ла хас түгел бит. Төрлө кешелә улар төрлө дәрәжәлә. Асылда иһә һөйәктәрҙәге кәмселектәргә йыш ҡына остеопороз тип аталған ҡаты сир сәбәпсе. Тейешенсә дауаламаған осраҡта уның етди һыҙланыуҙарға, инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.
Остеопороз (грек һүҙҙәре “остеон” – һөйәк, “пороз” – тишектәр), ғәҙәттә, өлкән йәштәгеләрҙә күҙәтелә. Олоғая килә һөйәктәрҙә күҙәүҙәр арта. Уның массаһы саманан тыш кәмеһә, һыныу хәүефе йышая. Остеопороз менән сирләгәндә йыш ҡына беләк, умыртҡалыҡ, янбаш һөйәге һыныусан. Кеше имгәнмәгән осраҡта ла һөйәк үҙенән-үҙе әкренләп ыуала, һына. Янбаш һөйәге һыныу арҡаһында вафат булыусылар айырыуса күп. Әйткәндәй, пациенттарҙың сирек өлөшө генә әүәлге хәленә ҡайта ала, өстән бере даими хәстәрлеккә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тиҫтә йылда медицинала был ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә байтаҡ уңыштарға өлгәшелде.
Остеопорозға килтергән сәбәптәр:
lҺөйәктәрҙең муртлығы. Әлегә тиклем һынған һөйәктең тағы ла һыныу хәүефе бар.
lҺөйәк массаһының түбән булыуы. Әгәр ул бала саҡта уҡ ныҡлы һалынмаһа, өлкәнәйгәс остеопорозға килтереүе ихтимал.
lГенетик фактор. Остеопороздың нәҫелдән килеүе мөмкин.
lЕнси гормондарға ҡытлыҡ. Менопаузаның иртә башланыуы. Түллек биҙҙәре, аналығы алынған ҡатын-ҡыҙҙарҙа остеопороз сире йыш күҙәтелә.
lТәмәке тартыу. Был организмда кальцийҙы кәметә һәм уны үҙләштереүҙе һүлпәнәйтә.
lКальцийға һәм D витаминына ҡытлыҡ.
lАлкоголле эсемлектәр ҡулланыу.
lФизик әүҙемлектең түбәнлеге.
lХәрәкәтһеҙлек. Ике айҙан ашыу түшәктә ятыу һөйәк массаһын юғалтыуға килтерә.
lАшҡаҙан-эсәк, бөйөр, ҡан, тын юлдары, нервылар һәм эндокрин системаһы сирҙәре.
lҠайһы бер медикаменттарҙы йыш ҡулланыу (быуындарҙы, гипертонияны дауалағанда, психотроп матдәләр һ.б.).
Остеопорозды йыш ҡына “өнһөҙ эпидемия” тип атайҙар, сөнки сирҙең махсус клиник үҙенсәлектәре әллә ни тойолмай. Уны теге йәки был һөйәгең һынғас ҡына асыҡларға мөмкин. Ауырыу көсәйгәндә арҡаның һыҙлауы һәм умыртҡа һөйәгенең көмрәйеүе, буйҙың ике-өс йылда ике сантиметрға кәмеүе ихтимал. Ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы хатта дарыуҙарҙың да баҫмауы бар.
Диагноз пациентты ҡарау һәм рентген тикшереүе нигеҙендә ҡуйыла. Ғәҙәттә, рентген абсорбциометрияһы (денситометрия) үткәрелә. Ул һөйәктәрҙең минераль тығыҙлығын үлсәү һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген күҙәтеү мөмкинлеген бирә.
Сир хәүефен кәметеү өсөн түбәндәгеләрҙе күҙәтеү зарур:
lДөрөҫ туҡланырға, кальцийға һәм D витаминына бай ашамлыҡтар (һөт ризыҡтары, айырыуса ҡаты сыр, йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек, балыҡ, йомортҡа) ашарға. Ә бына тоҙло ризыҡтарҙы, ҡәһүәне, “Кока-кола” кеүек эсемлектәрҙе сикләргә кәңәш ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙыҡ рационы организмдың кальцийға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға күрә D витаминын һәм магний, цинк, марганец, бор кеүек микроэлементтар йыйылмаһын үҙ эсенә алған препараттарҙы файҙаланыу зыян итмәҫ.
lӘүҙем тормош алып барырға. Хәрәкәт иткәндә генә һөйәктәр үҫә, нығый.
lНасар ғәҙәттәрҙән баш тартырға. Интоксикация организмға кире йоғонто яһай, һөйәк туҡымаһына зыян килтерә.
Остеопороз менән сирләгәндә йәки ошондай хәүеф янағанда табип һөйәктәр системаһын дауалай. Әйткәндәй, ошо маҡсатта Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында былтыр сентябрҙә Остеопорозды иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау үҙәге эшләй башланы.