Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашаған табаҡҡа төкөрмәйҙәр
Ашаған табаҡҡа төкөрмәйҙәр “Нефть менән газды ашап булмай. Әгәр Рәсәйҙән уны һатып алмаһалар, илдең бөйөклөгө һабын ҡыуығы кеүек юҡҡа сығасаҡ. Бынан һуң Кремлгә цивилизациялы кешелек менән иҫәпләшергә тура киләсәк, ә инде Рәсәй нефтенә эмбарго иғлан итеп, Сүриә һәм Украина мәсьәләләрен тыныс юл менән хәл итергә мөмкин буласаҡ”. Американың йоғонтоло эксперттары Кристофер Хартвелл менән Андреас Умланд шундай һығымтаға килгән. Был икәүҙең фекерен Америка хөкүмәте һәм президенты тиҫтә йылдар инде иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
“Бөгөн был мөмкинлекте файҙа­ланыу өсөн иң ҡулай мәл, сөнки Рәсәйгә ҡаршы “хәрби булмаған ҡоралдар” ҡулланыу һөҙөмтә бирәсәк һәм Кремлде теҙләнергә мәжбүр итәсәк, – тип иҫәпләй эксперттар. – Рәсәйҙән бер-ике ай эсендә нефть һатып алмаған рә­үештә лә ил етәкселегендә һуғыш ҡайғыһы китәсәк, астан интеккән хал­ҡын туйҙырыу тураһында хыял­ланасаҡ. Нефтен һатып алыуға эм­барго әлеге режимға етди “һөжүм” буласаҡ. Бөгөн нефть һәм газ – ил иҡтисадының төп таянысы. Был ике сеймалһыҙ донъя аре­наһында Путиндың ҡулдары бәй­ләнәсәк, Рәсәй иҡтисади диңгеҙҙә сәсәйәсәк. Эмбарго иғлан итеү менән һумдың ҡеүәте төшәсәк”.
Был ике “аҡыллы баш”тың күҙал­лауынса, был хәлдән беҙҙәге бөтә хужалыҡ тармаҡтары ла уттан ҡурҡ­ҡандай ҡурҡа. Илебеҙ иҡти­сади “һуғыш”ты күтәрә алмаясаҡ, йәнәһе.
Ләкин улар таяҡтың ике башлы булыуын онотоп ебәрә, шикелле. Рәсәйгә санкциялар иғлан итеп, Европа иҡти­сады ниндәй хәлгә төштө һуң? Таяҡтың йыуан башы уларҙың башына эләкте түгелме? Хәйер, күп ҡазаларҙы күргән иле­беҙ ситтәрҙең “сепрәк-сапрағынан” тыш та йәшәй алыр, ә һауа урынына кәрәк булған нефть һәм газһыҙ Европа дәүләттәре нимә ҡылыр икән?
Нисек кенә булмаһын, санкциялар урында етештереүселәргә яңы мөм­кинлектәр асты. Белгестәр ауыл хужалығы тармағының алға барасағын билдәләй. Һатып алыу­сы өсөн дә ыңғай күренеш. Социаль селтәрҙәрҙә лә “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән һүҙбәйләнештәр йышайҙы. Ә инде Төньяҡ Америка һәм айырыуса Европа илдәре килтерелгән зыян күләмен иҫәпләй.
Ябай һатып алыусылар, әлегә тиклем сит илдәрҙән индерелгән продукция үҙебеҙҙә лә етерлек, ти. Һөт һәм ит ризыҡтары етеш­терелә, емеш-еләкте лә хәҙер Азия баҙарынан килтерергә мөмкин. Европа иһә йыш ҡына Рәсәй һатып алыусыһына икенсе сифаттағы тауар оҙатып килде, өҫтәүенә улар юлда уҡ боҙолоп юҡҡа сыға ине.
Етештереүселәрҙең фекеренсә, санкцияларҙың ҡабул ителеүе бары тик сит илдәрҙә үҫтерелгән емеш-еләктәрҙе генә ситләтә. Халыҡ һөт, ит ризыҡтарын, әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгәнен һайлай.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы ми­нистр­лығы мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, эмбарго исемлегенә ингән илдәрҙән килтерелгән продукция беҙҙең аҙыҡ-түлек баҙарында әллә ни ҙур урын биләмәй. Әгәр инде урындағы аграр комплекс тиҙ арала продукция күләмен арттырмаған хәлдә, уларҙы тыйылған илдәр исемлегенә инмәгән төбәктәрҙән аласаҡбыҙ.
Белгестәр әйтеүенсә, сикләүҙәр арҡаһында Польшаның ғына күргән зыян күләме 800 миллион долларға барып еткән. Ә инде Норвегияның балыҡ етештереү тармағының, кем белә, бәлки, бөтөнләй эше туҡта­лыр. Сөнки уның продукцияһының 70 проценты быға тиклем Рәсәйгә оҙатылған.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә