“Нефть менән газды ашап булмай. Әгәр Рәсәйҙән уны һатып алмаһалар, илдең бөйөклөгө һабын ҡыуығы кеүек юҡҡа сығасаҡ. Бынан һуң Кремлгә цивилизациялы кешелек менән иҫәпләшергә тура киләсәк, ә инде Рәсәй нефтенә эмбарго иғлан итеп, Сүриә һәм Украина мәсьәләләрен тыныс юл менән хәл итергә мөмкин буласаҡ”. Американың йоғонтоло эксперттары Кристофер Хартвелл менән Андреас Умланд шундай һығымтаға килгән. Был икәүҙең фекерен Америка хөкүмәте һәм президенты тиҫтә йылдар инде иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
“Бөгөн был мөмкинлекте файҙаланыу өсөн иң ҡулай мәл, сөнки Рәсәйгә ҡаршы “хәрби булмаған ҡоралдар” ҡулланыу һөҙөмтә бирәсәк һәм Кремлде теҙләнергә мәжбүр итәсәк, – тип иҫәпләй эксперттар. – Рәсәйҙән бер-ике ай эсендә нефть һатып алмаған рәүештә лә ил етәкселегендә һуғыш ҡайғыһы китәсәк, астан интеккән халҡын туйҙырыу тураһында хыялланасаҡ. Нефтен һатып алыуға эмбарго әлеге режимға етди “һөжүм” буласаҡ. Бөгөн нефть һәм газ – ил иҡтисадының төп таянысы. Был ике сеймалһыҙ донъя аренаһында Путиндың ҡулдары бәйләнәсәк, Рәсәй иҡтисади диңгеҙҙә сәсәйәсәк. Эмбарго иғлан итеү менән һумдың ҡеүәте төшәсәк”.
Был ике “аҡыллы баш”тың күҙаллауынса, был хәлдән беҙҙәге бөтә хужалыҡ тармаҡтары ла уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Илебеҙ иҡтисади “һуғыш”ты күтәрә алмаясаҡ, йәнәһе.
Ләкин улар таяҡтың ике башлы булыуын онотоп ебәрә, шикелле. Рәсәйгә санкциялар иғлан итеп, Европа иҡтисады ниндәй хәлгә төштө һуң? Таяҡтың йыуан башы уларҙың башына эләкте түгелме? Хәйер, күп ҡазаларҙы күргән илебеҙ ситтәрҙең “сепрәк-сапрағынан” тыш та йәшәй алыр, ә һауа урынына кәрәк булған нефть һәм газһыҙ Европа дәүләттәре нимә ҡылыр икән?
Нисек кенә булмаһын, санкциялар урында етештереүселәргә яңы мөмкинлектәр асты. Белгестәр ауыл хужалығы тармағының алға барасағын билдәләй. Һатып алыусы өсөн дә ыңғай күренеш. Социаль селтәрҙәрҙә лә “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән һүҙбәйләнештәр йышайҙы. Ә инде Төньяҡ Америка һәм айырыуса Европа илдәре килтерелгән зыян күләмен иҫәпләй.
Ябай һатып алыусылар, әлегә тиклем сит илдәрҙән индерелгән продукция үҙебеҙҙә лә етерлек, ти. Һөт һәм ит ризыҡтары етештерелә, емеш-еләкте лә хәҙер Азия баҙарынан килтерергә мөмкин. Европа иһә йыш ҡына Рәсәй һатып алыусыһына икенсе сифаттағы тауар оҙатып килде, өҫтәүенә улар юлда уҡ боҙолоп юҡҡа сыға ине.
Етештереүселәрҙең фекеренсә, санкцияларҙың ҡабул ителеүе бары тик сит илдәрҙә үҫтерелгән емеш-еләктәрҙе генә ситләтә. Халыҡ һөт, ит ризыҡтарын, әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгәнен һайлай.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эмбарго исемлегенә ингән илдәрҙән килтерелгән продукция беҙҙең аҙыҡ-түлек баҙарында әллә ни ҙур урын биләмәй. Әгәр инде урындағы аграр комплекс тиҙ арала продукция күләмен арттырмаған хәлдә, уларҙы тыйылған илдәр исемлегенә инмәгән төбәктәрҙән аласаҡбыҙ.
Белгестәр әйтеүенсә, сикләүҙәр арҡаһында Польшаның ғына күргән зыян күләме 800 миллион долларға барып еткән. Ә инде Норвегияның балыҡ етештереү тармағының, кем белә, бәлки, бөтөнләй эше туҡталыр. Сөнки уның продукцияһының 70 проценты быға тиклем Рәсәйгә оҙатылған.