Өсөнсө донъя һуғышы
булырмы? Һуңғы осорҙа ошо һорауҙы башҡаларға йә үҙ-үҙенә булһа ла
биреп ҡарамаған кеше һирәктер. Ер шарының төрлө тарафындағы утлы ығы-зығылар, бигерәк тә Сүриәлә барған ҡанлы ваҡиғалар кешеләр күңеленә шом һала. Сәйәси донъяға ентекләберәк аң менән баҡһаң, ысынлап та,
кешелек һуғышҡа әҙерләнгән һымаҡ булып тойола.
СССР тарҡалғандан һуң, Икенсе бөтә донъя һуғышындағы шикелле континенталь бәрелеш алып барырлыҡ сәбәптәр ҙә ҡалмаған кеүек. Хәйер, планета байлығын үҙ ҡуйынына ҡармарға маташҡандар өсөн сәбәп эҙләп тораһы түгел, ана, Ираҡ, Афғанстан, Ливия, Сүриә кеүек илдәр бөткәнме ни, бараһың да бомбаға тотаһың, бола ойоштораһың... Быныһы инде хәҙер Америка Ҡушма Штаттарының кәсебенә әйләнде.
Өсөнсө донъя һуғышын кемдәрҙер шулайыраҡ күҙ алдына килтерәлер: окоп, көйрәгән ер, танктар, самолеттар... Һуғышты кинола ҡарап, ата-бабаларыбыҙҙың яу хәтирәләрен ишетеп үҫкән быуында шундайыраҡ ҡараш тыуырға мөмкин. Ләкин сираттағы донъя һуғышының картинаһын сәйәсмәндәр, хәрбиҙәр башҡасараҡ күҙаллай, хатта күптәре уны башланған тип раҫлай. Был турала беҙ киң мәғлүмәт сараларынан уҡып, ишетеп, күреп торабыҙ. Ябай ғына итеп әйткәндә, мәғлүмәт алышы бара. Кем менән көрәшәбеҙ һуң?
Кешелек тарихында булған бөтә һуғыштар кеүек үк, әле лә ер һәм ҡаҙылма байлыҡтар өсөн тартыш дауам итә. Газ, нефть, ташкүмер – тормошобоҙҙоң йәне, иҡтисадты хәрәкәткә этәргән көс. Тимәк, кем уға хужа була, шул донъя менән идара итә тигән һүҙ. Был алышта, эксперттар әйтеүенсә, ике ҡеүәтле дәүләт үҙәк урында тора. Уларҙың бер-береһен генә түгел, тотош кешелекте юҡ итерлек мөмкинлеге бар.
Рәсәйгә Европанан хәүеф янай, тип өҙөп кенә әйтеп булмай был осраҡта. Улар үҙҙәренең иҡтисади “сир”ҙәрен дауалау менән мәшғүл. “Ауырыу” кешенең күҫәккә тотоноуы икеле, үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан. Ә инде хәүеф еленең океан аръяғынан иҫкәнен зиһене камил кеше яҡшы тоялыр, моғайын. Американың беҙҙә ни эше бар, тип аптырар берәүҙәр. Яуап ябай ғына: ресурстар һәм ике “тәкә” башының бер ҡаҙанға һыймауы. Шулай ҙа Америка көйөнә бейегән Европа союзын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Улар Ҡушма Штаттарҙың тутыйғошо һымаҡ бер өҙлөкһөҙ “санкция” тип ҡабатлай.
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла барған иҡтисади интеграция ла һуғыш усағына яҡынайта төштө. Төрлө тарафтарҙа барған ваҡиғалар хаҡында күҙ асып йомған арала белеү мөмкинлеге тыуҙы. Өҙлөкһөҙ ағылған мәғлүмәттәрҙән кешеләрҙең башы ҡата, уларҙы анализлап, тикшереп, фекер төйнәп тороу теләген һүндерә. Ҡыҫҡаһы, заман һуғышы әле компьютер мониторҙарында, телевизорҙарҙа, ғөмүмән, мәғлүмәт сараларында бара. Ләкин изге китапта әйтелгәнсә, иң башта һүҙ булыуы тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Уны донъя күләмендәге ҡораллы бәрелешкә әйләнеп китмәҫ тип бер кем дә әйтә алмаҫ.
Шул уҡ ваҡытта Ер шарының төрлө мөйөшөндә тоҡанған ҡан ҡойоштар һиҫкәндереп ҡуя, ҡеүәтле дәүләттәр араһындағы ҡот осҡос һуғыш башланып китерҙәй. Был осраҡта Рәсәй менән Америка Ҡушма Штаттарын күҙ уңында тотабыҙ, әлбиттә, сөнки вағыраҡ илдәрҙәге бәрелештәргә улар ҙа ситтән генә ҡарап тормай. Шуныһы ҡурҡыныс: быныһы инде автоматтарҙан йә пушкаларҙан бер-береңә ут яуҙырыу түгел, ә бөтә тереклекте юҡ итә торған ядро һуғышы.
Масондар тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был йәшерен йәмғиәт ағзаларының иҫәбе буйынса, Ер шарында 1 миллиард ҡына кеше йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына тәбиғи ресурстар менән файҙаланыуҙы контролдә тотоп була, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, биологик ҡорал ҡулланып халыҡ һанын кәметеү – бик хәүефле. Мәғлүм булыуынса, матдәләр мутацияға бирелеүсән һәм уларға ҡаршы вакциналар уйлап табылмағанлыҡтан, ҡалған кешеләрҙең, шул иҫәптән масондарҙың да, ҡырылыуы ихтимал.
Донъя ниндәйҙер үҙгәрештәр тупһаһы алдында торғанда, кешеләр бәләкәй генә өмөт сатҡылары һирпкән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һала. Борон-борондан күрәҙәселәр киләсәк шаршауын асып ҡарарға тырышҡан. Иң борсоған һорауҙарҙың береһе – Өсөнсө донъя һуғышы булырмы? Мәҫәлән, кешелектән айырылып йәшәгән Касьян тигән монах тектоник фажиғә булырын күҙаллай. Ас халыҡтар өйөрө иҫән ҡалған биләмәләрҙе баҫып аласаҡ һәм һәләкәткә килтерәсәк, ти.
Икенсе бер күрәҙәсе Алоистың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өсөнсө донъя һуғышының башында химик һәм бактериологик ҡорал ҡулланыласаҡ, атом ракеталары шартлаясаҡ. Көнсығыш тарафындағы дәүләт Европаға һуғыш иғлан итәсәк һәм кешелек быға тиклем күрелмәгән эпидемиянан ҡырыласаҡ. Тектоник плитәләрҙең хәрәкәткә килеүе арҡаһында, Ер шарының күп өлөшө йәшәү өсөн яраҡһыҙ буласаҡ, тип фаразлаған.
Бөйөк Нострадамус үҙенең катрендарында: “Өсөнсө донъя һуғышы XXI быуатта башланасаҡ һәм 27 йыл дауам итәсәк. Был ҡот осҡос һуғыш Көнсығыштан киләсәк”, – тип яҙған.
Болгарияның һуҡыр күрәҙәсеһе Ванга иһә, һуғыш Сүриәлә башланып, Европаға һәм башҡа тарафтарға йәйеләсәк, тигән.
Әлбиттә, күрәҙәселәр нимә әйтмәҫ, тип ҡул һелтәп ҡарарға ла булыр ине. Шулай ҙа, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигәндәй, киҫәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмау хилаф булыр. Юғиһә бер тоҡанған янғынды һүндереүе ауырға тура киләсәк.
Миллиондарса ҡорбандар биреп, ике донъя һуғышы аша атлаған кешелек ни өсөндөр уянырға теләмәй. Хәл, ысынлап та, ҡатмарлана бара. Иғтибарлыраҡ ҡарағанда, һуғыш башланған да һымаҡ. Беренсе сиратта, беҙҙең рухиәттә. Бөгөн бала күтәргән әсә йылмайыуы түгел, матди байлыҡ өҫкә ҡалҡты. Ихлас һөйөү, бер-береңә ярҙам итеү, ихтирам кеүек төшөнсәләр онотола. Әгәр үҙебеҙҙең рухи донъябыҙ, дөйөм кешелек тураһында йышыраҡ уйланһаҡ, бәлки, фажиғәнән ҡотолорбоҙ.
Ә әлегә Сүриәлә һуғыш дауам итә. Күптән түгел Идлиб төбәген бомбаға тотҡанда 22 уҡыусы менән алты уҡытыусының ғүмере өҙөлдө. Был ҡот осҡос фажиғәне үҙ файҙаһына егергә тырышҡандар шунда уҡ табылды. “Сүриә менән Рәсәйҙең самолеттары тыныс халыҡты бомбаға тота”, – тип яр һалырға ла өлгөрҙө улары. Һис шикһеҙ, илебеҙгә яла яғырға тырышҡан Америка ҡуштандары, мәғлүмәт сараларын файҙаланып, Рәсәйҙең Сүриәләге көстәренә яла яғасаҡ, халыҡтың башын бутаясаҡ. Уларҙың маҡсаты билдәле: Сүриә башлығы Бәшәр Әсәдте ҡолатып, Рәсәйҙе Яҡын Көнсығыштан ҡыҫырыҡлап сығарыу.
Нимә генә һөйләһәләр ҙә, Идлиб мәктәбенә Рәсәй бомбаһы ташланмағаны асыҡ. Илебеҙҙең хәрби етәкселеге әйтеүенсә, нимәнелер бомбаға тотор алдынан разведка мәғлүмәттәре ентекләп өйрәнелә, хаталанып тыныс халыҡты бомбаға тотоу мөмкин түгел. Был мәкерле эште террорсылар башҡарырға мөмкин йә провокация булыуы ихтимал. Шул рәүешле яуыз көстәр халыҡ-ара низағ тыуҙырырға маташа.