Күрәҙәселәр күңелгә шом һала…08.11.2016
Өсөнсө донъя һуғышы
булырмы? Һуңғы осорҙа ошо һорауҙы башҡаларға йә үҙ-үҙенә булһа ла
биреп ҡарамаған кеше һирәктер. Ер шарының төрлө тарафындағы утлы ығы-зығылар, бигерәк тә Сүриәлә барған ҡанлы ваҡиғалар кешеләр күңеленә шом һала. Сәйәси донъяға ентекләберәк аң менән баҡһаң, ысынлап та,
кешелек һуғышҡа әҙерләнгән һымаҡ булып тойола.



СССР тарҡалғандан һуң, Икенсе бөтә донъя һуғы­шын­дағы шикелле континенталь бәрелеш алып барырлыҡ сә­бәптәр ҙә ҡалмаған кеүек. Хәйер, планета байлығын үҙ ҡуйынына ҡармарға маташ­ҡандар өсөн сәбәп эҙләп тора­һы түгел, ана, Ираҡ, Афғанстан, Ливия, Сүриә кеүек илдәр бөт­кәнме ни, бараһың да бомбаға тотаһың, бола ойоштораһың... Быныһы инде хәҙер Америка Ҡушма Штаттарының кәсебенә әйләнде.
Өсөнсө донъя һуғышын кемдәрҙер шулайыраҡ күҙ алдына килтерәлер: окоп, көйрә­гән ер, танктар, самолеттар... Һуғышты кинола ҡарап, ата-бабаларыбыҙҙың яу хәтирәлә­рен ишетеп үҫкән быуында шундайыраҡ ҡараш тыуырға мөмкин. Ләкин сираттағы донъя һуғышының картинаһын сәйәс­мәндәр, хәрбиҙәр башҡасараҡ күҙаллай, хатта күптәре уны башланған тип раҫлай. Был турала беҙ киң мәғлүмәт сараларынан уҡып, ишетеп, күреп торабыҙ. Ябай ғына итеп әйт­кәндә, мәғлүмәт алышы бара. Кем менән көрәшәбеҙ һуң?
Кешелек тарихында булған бөтә һуғыштар кеүек үк, әле лә ер һәм ҡаҙылма байлыҡтар өсөн тартыш дауам итә. Газ, нефть, ташкүмер – тормошо­боҙ­ҙоң йәне, иҡтисадты хә­рәкәткә этәр­гән көс. Тимәк, кем уға хужа була, шул донъя менән идара итә тигән һүҙ. Был алышта, эксперттар әйтеүенсә, ике ҡеүәтле дәүләт үҙәк урында тора. Уларҙың бер-береһен генә түгел, тотош кешелекте юҡ итерлек мөмкинлеге бар.
Рәсәйгә Европанан хәүеф янай, тип өҙөп кенә әйтеп булмай был осраҡта. Улар үҙҙә­ренең иҡтисади “сир”ҙәрен дауалау менән мәшғүл. “Ауырыу” кеше­нең күҫәккә тотоноуы икеле, үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан. Ә инде хәүеф еленең океан аръяғынан иҫкәнен зиһене камил кеше яҡшы тоялыр, моға­йын. Американың беҙҙә ни эше бар, тип аптырар берәүҙәр. Яуап ябай ғына: ресурстар һәм ике “тәкә” башының бер ҡаҙанға һыймауы. Шулай ҙа Америка көйөнә бейегән Европа союзын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Улар Ҡушма Штаттар­ҙың тутыйғошо һымаҡ бер өҙ­лөкһөҙ “санкция” тип ҡабатлай.
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъя­ла барған иҡтисади интеграция ла һуғыш усағына яҡынайта төштө. Төрлө тарафтарҙа барған ваҡиғалар хаҡында күҙ асып йомған арала белеү мөм­кинлеге тыуҙы. Өҙлөкһөҙ ағылған мәғ­лүмәттәрҙән кеше­ләрҙең башы ҡата, уларҙы анализлап, тикшереп, фекер төйнәп тороу теләген һүндерә. Ҡыҫҡаһы, заман һуғы­шы әле компьютер монитор­ҙарында, телеви­зор­ҙарҙа, ғөмүмән, мәғлүмәт сараларында бара. Ләкин изге китапта әйтелгәнсә, иң башта һүҙ булыуы тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Уны донъя күләмендәге ҡораллы бәрелешкә әйләнеп китмәҫ тип бер кем дә әйтә алмаҫ.
Шул уҡ ваҡытта Ер шарының төрлө мөйөшөндә тоҡанған ҡан ҡойоштар һиҫкәндереп ҡуя, ҡеүәтле дәүләттәр араһындағы ҡот осҡос һуғыш башланып китерҙәй. Был осраҡта Рәсәй менән Америка Ҡушма Штаттарын күҙ уңында тотабыҙ, әл­биттә, сөнки вағыраҡ илдәрҙәге бәрелештәргә улар ҙа ситтән генә ҡарап тормай. Шуныһы ҡурҡыныс: быныһы инде автоматтарҙан йә пушкаларҙан бер-береңә ут яуҙырыу түгел, ә бөтә тереклекте юҡ итә торған ядро һуғышы.
Масондар тураһында ишет­кәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был йәшерен йәмғиәт ағзаларының иҫәбе буйынса, Ер шарында 1 мил­лиард ҡына кеше йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына тәбиғи ресурстар менән файҙаланыу­ҙы контролдә тотоп була, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, биологик ҡорал ҡулланып халыҡ һанын кәметеү – бик хәүефле. Мәғлүм булыуынса, матдәләр мута­цияға бирелеүсән һәм уларға ҡаршы вакциналар уйлап та­был­мағанлыҡтан, ҡалған кеше­ләрҙең, шул иҫәптән масондар­ҙың да, ҡырылыуы ихтимал.
Донъя ниндәйҙер үҙгәрештәр тупһаһы алдында торғанда, кешеләр бәләкәй генә өмөт сатҡылары һирпкән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һала. Борон-борондан күрәҙәселәр киләсәк шаршауын асып ҡарарға тырышҡан. Иң борсоған һорауҙарҙың береһе – Өсөнсө донъя һуғышы булырмы? Мәҫәлән, кешелектән айырылып йәшәгән Касьян тигән монах тектоник фажиғә булырын күҙаллай. Ас халыҡ­тар өйөрө иҫән ҡалған билә­мәләрҙе баҫып аласаҡ һәм һәләкәткә килте­рәсәк, ти.
Икенсе бер күрәҙәсе Ало­истың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өсөнсө донъя һуғышының башында химик һәм бактериологик ҡорал ҡулланыласаҡ, атом ракеталары шартлаясаҡ. Көн­сығыш тарафындағы дәүләт Европаға һуғыш иғлан итәсәк һәм кешелек быға тиклем кү­релмәгән эпидемиянан ҡыры­ласаҡ. Тектоник плитәләрҙең хәрәкәткә килеүе арҡаһында, Ер шарының күп өлөшө йәшәү өсөн яраҡһыҙ буласаҡ, тип фаразлаған.
Бөйөк Нострадамус үҙенең катрендарында: “Өсөнсө донъя һуғышы XXI быуатта баш­ла­насаҡ һәм 27 йыл дауам итәсәк. Был ҡот осҡос һуғыш Көн­сығыштан киләсәк”, – тип яҙған.
Болгарияның һуҡыр күрәҙә­се­һе Ванга иһә, һуғыш Сүриәлә башланып, Европаға һәм баш­ҡа тарафтарға йәйеләсәк, тигән.
Әлбиттә, күрәҙәселәр нимә әйтмәҫ, тип ҡул һелтәп ҡарарға ла булыр ине. Шулай ҙа, һаҡ­ланғанды Хоҙай һаҡлармын тигәндәй, киҫәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмау хилаф булыр. Юғиһә бер тоҡанған янғынды һүнде­реүе ауырға тура киләсәк.
Миллиондарса ҡорбандар биреп, ике донъя һуғышы аша атлаған кешелек ни өсөндөр уянырға теләмәй. Хәл, ысынлап та, ҡатмарлана бара. Иғтибар­лыраҡ ҡарағанда, һуғыш баш­ланған да һымаҡ. Беренсе сиратта, беҙҙең рухиәттә. Бөгөн бала күтәргән әсә йылмайыуы түгел, матди байлыҡ өҫкә ҡалҡ­ты. Ихлас һөйөү, бер-береңә ярҙам итеү, ихтирам кеүек тө­шөн­сәләр онотола. Әгәр үҙе­беҙҙең рухи донъябыҙ, дөйөм кешелек тураһында йышыраҡ уйланһаҡ, бәлки, фажиғәнән ҡотолорбоҙ.
Ә әлегә Сүриәлә һуғыш дауам итә. Күптән түгел Идлиб төбәген бомбаға тотҡанда 22 уҡыусы менән алты уҡытыу­сының ғүмере өҙөлдө. Был ҡот осҡос фажиғәне үҙ файҙаһына егергә тырышҡандар шунда уҡ табылды. “Сүриә менән Рәсәй­ҙең самолеттары тыныс ха­лыҡты бомбаға тота”, – тип яр һалырға ла өлгөрҙө улары. Һис шикһеҙ, илебеҙгә яла яғырға тырышҡан Америка ҡуштанда­ры, мәғлүмәт сараларын фай­ҙаланып, Рәсәй­ҙең Сүриәләге көстәренә яла яғасаҡ, халыҡтың башын бу­таясаҡ. Уларҙың маҡ­саты бил­дәле: Сүриә башлығы Бәшәр Әсәдте ҡолатып, Рә­сәйҙе Яҡын Көнсығыштан ҡыҫырыҡлап сығарыу.
Нимә генә һөйләһәләр ҙә, Идлиб мәктәбенә Рәсәй бом­баһы ташланмағаны асыҡ. Иле­беҙҙең хәрби етәкселеге әйте­үенсә, нимәнелер бомбаға тотор алдынан разведка мәғлү­мәт­тәре ентекләп өйрәнелә, хаталанып тыныс халыҡты бом­баға тотоу мөмкин түгел. Был мәкерле эште террорсылар башҡарырға мөмкин йә провокация булыуы ихтимал. Шул рәүешле яуыз көстәр халыҡ-ара низағ тыуҙырырға маташа.


Вернуться назад