Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Элек беҙҙең ауыл тирәһендәге урман ҡуйы була торғайны, шуға күрә төрлө йәнлек тә күп ине. 1975 йылғы ҡоролоҡта ҡурсаулыҡ биләмәһендәге көслө янғындарҙан ҡасыпмы икән (ул осорҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында йәй буйы бер нисә йөҙ гектарҙа урман янды), яҡын-тирәлә айыуҙар күбәйә башланы. Хатта береһен ауыл эсендә тип әйтерлек, Үҙән йылғаһы янындағы ҡарағайға ҡамап мендереп, атып алдылар.

1977 йылдың көҙө. Беҙ күрше ауылда интернатта ятып уҡый инек. Бәләкәй Ҡыпсаҡта айыуҙар йөрөй тип ишеттек. Бер шәмбелә ауылға ҡайтҡас, ысынлап та, урамда эҙҙәрен күрҙек. Төн етеү менән бер айыу килә икән. Ирҙәр мылтыҡ тотоп ҡарауыллай, тик “аҡыллы” йәнлек оҫта ғына итеп ҡаҙ йәки һарыҡ урлауын белә.
Кис етте. Ирҙәр төнгө дежурға сыға башланы. Беҙ, балалар, ҡыҙыҡ көтһәк тә, төнгө 12-ләрҙә йоҡлай башлайбыҙ. Ә әсәйем менән апайым бәләкәй өйҙә һөйләшеп ултырған. Ҡаҙҙар өй алдындағы баҡсала, тәҙрәнән ҡараһаң, күренә, кәзә-һарыҡ, һыйырҙар һарайҙа. Атай кәртә аръяғындағы кәбән төбөндә – ҡарауылда. Төнгө сәғәт бер тирәһендә урам яҡтағы ҡапҡаны шаҡыған һымаҡ тауыш сыҡҡан. Әсәйем апайыма: “Әллә берәйһе ҡапҡаны аса алмай тора инде, сығып әйләнәйем, тастағы һыуҙы ла түгергә кәрәк”, – тип фонарь тотоп тышҡа сыға. Һыуын түгеп, эргә-тирәһен фонарь менән яҡтырта. Шул ваҡыт ҡапҡа ҡайы­рылып ҡолап китә һәм уның урынында аяғөҫтө баҫҡан айыу күренә. Әсәй ҡулындағы тасын йыртҡыс яғына ташлай ҙа, “айыу-у!” тип ҡысҡырып, өйгә инеп бикләнә. Тауышҡа кәбән төбөндә йоҡлап ултырған атай йүгереп килеп, ҡараңғыла тоҫмаллап, атып ебәрә, ләкин тайышаяҡ табанын ялты­ратҡан була.
Атайҙы һуңынан милицияға саҡыртып йонсоталар: атҡан пуляһы урамдың ҡаршы яғында йәшәгән Закирйән ағайҙың өйөнөң тәҙрә яҡтауынан биш сантиметр аҫтараҡ бүрәнәгә инеп киткән икән. Айыуҙы ике аҙнанан ашыу төн һайын ҡарауыллай торғас, ауыл эргәһендәге емтеккә килгәнендә атып алалар.




Автор: Ф. ҠАҺАРМАНОВ. Район: Бөрйән районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә