Урман буры01.11.2016
Элек беҙҙең ауыл тирәһендәге урман ҡуйы була торғайны, шуға күрә төрлө йәнлек тә күп ине. 1975 йылғы ҡоролоҡта ҡурсаулыҡ биләмәһендәге көслө янғындарҙан ҡасыпмы икән (ул осорҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында йәй буйы бер нисә йөҙ гектарҙа урман янды), яҡын-тирәлә айыуҙар күбәйә башланы. Хатта береһен ауыл эсендә тип әйтерлек, Үҙән йылғаһы янындағы ҡарағайға ҡамап мендереп, атып алдылар.
1977 йылдың көҙө. Беҙ күрше ауылда интернатта ятып уҡый инек. Бәләкәй Ҡыпсаҡта айыуҙар йөрөй тип ишеттек. Бер шәмбелә ауылға ҡайтҡас, ысынлап та, урамда эҙҙәрен күрҙек. Төн етеү менән бер айыу килә икән. Ирҙәр мылтыҡ тотоп ҡарауыллай, тик “аҡыллы” йәнлек оҫта ғына итеп ҡаҙ йәки һарыҡ урлауын белә.
Кис етте. Ирҙәр төнгө дежурға сыға башланы. Беҙ, балалар, ҡыҙыҡ көтһәк тә, төнгө 12-ләрҙә йоҡлай башлайбыҙ. Ә әсәйем менән апайым бәләкәй өйҙә һөйләшеп ултырған. Ҡаҙҙар өй алдындағы баҡсала, тәҙрәнән ҡараһаң, күренә, кәзә-һарыҡ, һыйырҙар һарайҙа. Атай кәртә аръяғындағы кәбән төбөндә – ҡарауылда. Төнгө сәғәт бер тирәһендә урам яҡтағы ҡапҡаны шаҡыған һымаҡ тауыш сыҡҡан. Әсәйем апайыма: “Әллә берәйһе ҡапҡаны аса алмай тора инде, сығып әйләнәйем, тастағы һыуҙы ла түгергә кәрәк”, – тип фонарь тотоп тышҡа сыға. Һыуын түгеп, эргә-тирәһен фонарь менән яҡтырта. Шул ваҡыт ҡапҡа ҡайырылып ҡолап китә һәм уның урынында аяғөҫтө баҫҡан айыу күренә. Әсәй ҡулындағы тасын йыртҡыс яғына ташлай ҙа, “айыу-у!” тип ҡысҡырып, өйгә инеп бикләнә. Тауышҡа кәбән төбөндә йоҡлап ултырған атай йүгереп килеп, ҡараңғыла тоҫмаллап, атып ебәрә, ләкин тайышаяҡ табанын ялтыратҡан була.
Атайҙы һуңынан милицияға саҡыртып йонсоталар: атҡан пуляһы урамдың ҡаршы яғында йәшәгән Закирйән ағайҙың өйөнөң тәҙрә яҡтауынан биш сантиметр аҫтараҡ бүрәнәгә инеп киткән икән. Айыуҙы ике аҙнанан ашыу төн һайын ҡарауыллай торғас, ауыл эргәһендәге емтеккә килгәнендә атып алалар.