Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйгәнеңде кем үҫтергән?
Һөйгәнеңде кем үҫтергән? – Өйләнешкәнебеҙгә өсөнсө йыл китеүгә ҡарамаҫтан, ҡәйнәм тормошобоҙға ҡыҫылыуҙан, нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәтеүҙән туҡтамай. Ирем менән икебеҙ араһындағы аңлашылмау­санлыҡтар ҙа тап шунан килеп сыға...
С. М.
Ишембай районы.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа башлаған юл — һөйөү нигеҙендә балалар үҫтереү — тормошобоҙҙоң төп мәғәнәһенә әүерелгән. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә ғаилә иң юғары урынға ҡуйылған. “Никах — сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Әлбиттә, яңы ҡауышҡан йәштәргә һәр яҡлап иғтибарлы булыу мөһим. Улар икеһе ике төрлө ғаиләлә тәрбиә алған, тимәк, донъяға ҡараштарының бер ни тиклем айырылыуы ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәле үҫкәндәр, әл-хәмдү лил-ләһ, бөтөн күңелле, нурлы йөҙлө булыуы, үҙаллы тормошҡа әҙерлеге менән һоҡландырыр. Был, әлбиттә, юҡтан барлыҡҡа килмәй, ә өлкәндәрҙең ир-атҡа һәм гүзәл затҡа тәғәйенләнгән тәрбиә алымдарын дөрөҫ ҡулланыуынан ярала. “Атаһыҙ — ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә”, тигән бит халҡыбыҙ.
Өйләнешеү һәр кемгә өҫтәмә бурыстар өҫтәй. Быға ҡәҙәр булған туғандарға яңылары ҡушыла: ҡайны-ҡәйнә, ҡоҙа-ҡоҙаса, ҡайынбикә, ҡайнаға, балдыҙ, ҡәйнеш, бажа һәм башҡалар. Әйткәндәй, борондан килгән ошо һүҙҙәрҙең ҡайһы берҙәренең һирәк ҡулланыла барыуына шаһитбыҙ. Был милли асылыбыҙға хыянат итеүгә тиң. Башҡорттоң ни ҡәҙәр тәрән тамырлы икәнлеген раҫлаған, ҙур мәғәнәгә эйә туғанлыҡ терминдарын балаларыбыҙға бәләкәй сағынан уҡ өйрәтергә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
“Ҡәйнә” һәм “ҡайны” һүҙҙәрен алайыҡ. Республи­ка­быҙ­ҙың ҡайһы бер төбәктәрендә улар “ҡайнана”, “ҡай-н­ата” тип тә йөрөтөлә. Был һүҙҙәрҙең тамырында “ана”, “ата” төшөнсәләре ята. Тимәк, хөрмәтле йәштәр, һөйгән йә­ребеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләп, ҡурсалап үҫтергән ке­шеләрҙе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ кеүек ҡабул итергә тейешбеҙ. Был — Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Аллаһ Тәғәлә иң тәүҙә Үҙенә ғибәҙәт ҡылырға, унан ата-әсәгә изгелек итергә саҡыра”, — тиелгән изге Ҡөрьәндә. Ти­мәк, ҡайны-ҡәйнә лә шундай уҡ яҡшылыҡ күреүгә лайыҡ. Әммә улар ҙа үҙ сиратында килен-кейәүен ихтирам итергә тейеш. Йәштәрҙең тормошона самаһыҙ ҡыҫылыу дөрөҫ түгел, ышаныс белдереү күпкә хәйерле. Әгәр ҙә ки аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға икән, уны бергәләп һөйләшеп хәл итеү яҡшы. Был ваҡытта ла бер-береңә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәтте һаҡларға кәрәк.
Ғөмүмән, Исламда туғанлыҡ төшөнсәһе юғары урынға ҡуйылған. Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә яҡындарың менән күркәм мөнәсәбәт, нәҫелдең таралыуы Аллаһ Тәғәләнең барлығына дәлил тип ҡабул ителә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Туғанлыҡты өҙмәү, уны һәр саҡ ялғап тороу ғүмергә бәрәкәт бирә” тигән һүҙҙәрендә лә динебеҙҙең ҙур тәрбиәһе ята. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың “Туғандарың — ҡулың менән аяғың”, “Туғандан биҙмә — нәҫелең ҡорор”, “Ике туған араһына ят кермәҫ”, “Туған туғанһыҙ көн күрмәй”, “Улым, һиңә әйтәм — киленем, һин тыңла” кеүек әйтем-мәҡәлдәренең, шулай уҡ Шәжәрә байрамдарының рухи көсө баһалап бөткөһөҙ.
“Ата-әсәнең доғаһы бер ваҡытта ла кире ҡайтарылмай, ә ҡабул ҡылына”, — тиелә “Ҡөрьән”дә. Аллаһ Тәғәлә иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә бағышланған ихтирам-хөрмәтте ҡайны-ҡәйнәбеҙгә лә күрһәтеп, уларҙан да фатиха алып йәшәргә, башҡа туғандарыбыҙ менән дә күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип ҡылһын. Ошо бәрәкәттә, иншаллаһ, күңелебеҙ бөтөн, йөҙөбөҙ нурлы, эштәребеҙ уңышлы булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә