Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Күләгәләге” баҙар кемгә зыян килтерә?
“Күләгәләге” баҙар кемгә зыян килтерә? Башҡортостанда рәсми булмаған хеҙмәт баҙарын тикшереү һөҙөмтәһендә быйыл ғына 50 мең самаһы кешенең эшмәкәрлеге законлаштырылды.
“Күләгәләге” мәшғүллеккә үткәрелгән мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан алып республикала килешеүһеҙ эшләгән 48 922 кеше теркәлгән, һуңыраҡ шуларҙың 48 679-ы менән хеҙмәт договоры төҙөлгән.


– Былтыр башҡарылған эштең иҡтисади һөҙөмтәһе бер миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Социаль фондтарға, физик берәмектәрҙең ки­леменә һалым буйынса иҫәплә­шеү­ҙәр артты. Мотлаҡ медицина стра­ховкаһы өлкәһендә 400 миллион һумдан ашыу аҡса һаҡлап ҡалынды, сөнки, белеүегеҙсә, рәсми эш урыны булмаған кешеләр өсөн фондҡа тө­бәк бюджеты түләй, – тине Башҡорт­ос­тандың хеҙмәт һәм халыҡты соци­аль яҡлау министры Ленара Иванова.
Әлеге һандарҙы теүәл тип әйтеп булмай. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыуҙа байтаҡ ведомстволар ҡатнаша, мәғлүмәттәр бер нисә тапҡыр тикшерелә.
– Былтыр республикала 83 мең­дән ашыу кеше рәсми теркәлгәйне, быйыл беҙҙең квота – 60 меңгә яҡын. Һөҙөмтә миллиард һум сама­һына торошло булыр, тип күҙаллай­быҙ, – тине министр урынбаҫары Юрий Мельников. – Эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Өс йыл эсендә 200 мең самаһы кешенең мәшғүллеген законлаштырырға ниәтләйбеҙ.
Әле “күләгәләге” хеҙмәт баҙарын рәсмиләш­тереү йәһәтенән власть ҡәтғи саралар күрә. Ил буйынса ҡа­ғыҙ­ҙа дүрт миллионға яҡын эшсенең мәшғүллеге юҡ тип иҫәпләнә. Һуңғы ике йылда 3,55 миллион кеше эш биреүселәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөп, эшмәкәрлеген законлаштыр­ған. Хеҙмәт баҙарын легалләштереү проекты Пенсия фонды бюджетын 15 миллиард һумға тулыландырыу мөмкинлеген биргән. Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акаде­мияһының Хеҙмәт һәм страховкалау институты мәғлүмәт­тәренә ярашлы, пенсия страховкаһы системаһы за­конһыҙ эшмәкәрлек алып барыу­сы­лар арҡаһында йыл һайын 1,3-1,5 триллион һумды юғалта.
Тикшереүҙәр барышында муниципаль властың халыҡтың шәхси мәшғүллеге хаҡындағы мәғлүмәт­тәре һаҡланған Пенсия фонды база­һынан файҙалана алмауы асыҡлан­ды. Күптән түгел Дәүләт Думаһына ошо етешһеҙлекте бөтөрөүҙе күҙал­лаған закон проекты тәҡдим ителде. Әле ул ошо йүнәлештәге комитетта тикшерелә.
– Бындай сараларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын бизмәнгә һалып теүәл үлсәп булмай. Дәүләт өсөн был ғәмәлдәр – яҡшы, ә бизнес өсөн иһә – насар, сөнки яңы хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеүгә ҡыҙыҡһыныу кәмей, – тигән фекерҙә БДУ-ның хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире, иҡти­сад фәндәре докторы Ульяна Назарова. – Мәжбүри легалләштереү менән бер рәттән, эшҡыуар­лыҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрен йәшер­мә­һен өсөн, дәүләт уға уңайлы шарттар тыуҙырырға тейеш.



Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә