Башҡортостанда рәсми булмаған хеҙмәт баҙарын тикшереү һөҙөмтәһендә быйыл ғына 50 мең самаһы кешенең эшмәкәрлеге законлаштырылды.
“Күләгәләге” мәшғүллеккә үткәрелгән мониторинг мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан алып республикала килешеүһеҙ эшләгән 48 922 кеше теркәлгән, һуңыраҡ шуларҙың 48 679-ы менән хеҙмәт договоры төҙөлгән.– Былтыр башҡарылған эштең иҡтисади һөҙөмтәһе бер миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Социаль фондтарға, физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса иҫәпләшеүҙәр артты. Мотлаҡ медицина страховкаһы өлкәһендә 400 миллион һумдан ашыу аҡса һаҡлап ҡалынды, сөнки, белеүегеҙсә, рәсми эш урыны булмаған кешеләр өсөн фондҡа төбәк бюджеты түләй, – тине Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Әлеге һандарҙы теүәл тип әйтеп булмай. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыуҙа байтаҡ ведомстволар ҡатнаша, мәғлүмәттәр бер нисә тапҡыр тикшерелә.
– Былтыр республикала 83 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлгәйне, быйыл беҙҙең квота – 60 меңгә яҡын. Һөҙөмтә миллиард һум самаһына торошло булыр, тип күҙаллайбыҙ, – тине министр урынбаҫары Юрий Мельников. – Эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Өс йыл эсендә 200 мең самаһы кешенең мәшғүллеген законлаштырырға ниәтләйбеҙ.
Әле “күләгәләге” хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереү йәһәтенән власть ҡәтғи саралар күрә. Ил буйынса ҡағыҙҙа дүрт миллионға яҡын эшсенең мәшғүллеге юҡ тип иҫәпләнә. Һуңғы ике йылда 3,55 миллион кеше эш биреүселәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөп, эшмәкәрлеген законлаштырған. Хеҙмәт баҙарын легалләштереү проекты Пенсия фонды бюджетын 15 миллиард һумға тулыландырыу мөмкинлеген биргән. Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Хеҙмәт һәм страховкалау институты мәғлүмәттәренә ярашлы, пенсия страховкаһы системаһы законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусылар арҡаһында йыл һайын 1,3-1,5 триллион һумды юғалта.
Тикшереүҙәр барышында муниципаль властың халыҡтың шәхси мәшғүллеге хаҡындағы мәғлүмәттәре һаҡланған Пенсия фонды базаһынан файҙалана алмауы асыҡланды. Күптән түгел Дәүләт Думаһына ошо етешһеҙлекте бөтөрөүҙе күҙаллаған закон проекты тәҡдим ителде. Әле ул ошо йүнәлештәге комитетта тикшерелә.
– Бындай сараларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын бизмәнгә һалып теүәл үлсәп булмай. Дәүләт өсөн был ғәмәлдәр – яҡшы, ә бизнес өсөн иһә – насар, сөнки яңы хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеүгә ҡыҙыҡһыныу кәмей, – тигән фекерҙә БДУ-ның хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре докторы Ульяна Назарова. – Мәжбүри легалләштереү менән бер рәттән, эшҡыуарлыҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрен йәшермәһен өсөн, дәүләт уға уңайлы шарттар тыуҙырырға тейеш.