Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарттар йорто кемгә ҡотло?
Ҡарттар йорто кемгә ҡотло? Яңыраҡ таныштарымдың береһе Мәскәүгә эшкә сығып китте. Ни менән шөғөлләнә, тиһегеҙме? Ҡарт-ҡороно ҡарай. Махсус приютта. Һәйбәт түләйҙәр икән. Бик ҙур аҡса булмаһа ла, беҙҙәге эш хаҡынан күпкә юғарыраҡ, ти. Ошоғаса байтаҡ йыл дауамында дауаханала шәфҡәт туташы булып йөрөп, ҙур тәжрибә туплаған кешене өлкәндәр хаҡында хәстәрлеккә өйрәтәһе түгел. Ул барыһын да тейешенсә башҡара, хатта, һәләттәре асылып, күңел асыу саралары үткәреү бурысын да үҙ өҫтөнә алған...
“Шунан ни булған? Уны нимәгә һөйләргә?” – тиеүселәр табылыр. Ә ғәжәпләндергәне – был ҡарттар йортоноң шәхси эшҡыуар тарафынан ойошторолған булыуы. Тимәк, бизнес. Төшөмлөмө икән һуң? Башҡортостанда ундайҙар бармы? Әйҙәгеҙ, байҡап ҡарайыҡ.


Республикала социаль хеҙмәттәр өлкәһен эшҡыуарҙар ҡулына тапшырыу йәһәтенән әле тәүге аҙымдар яһала. Былтыр өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы өйөндә хәстәрләү бурысын тулыһынса шәхси ойошмалар үҙ иңенә йөкмәгәйне, быйыл стационар хеҙмәтләндереү йорттарын да дәүләт ҡарамағында булмаған предприя­тиеларға биреү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре иҫәпләүенсә, бындай шарттарҙа көнәркәшлек барлыҡҡа киләсәк, тимәк, сифат та артасаҡ.
Шәхси пансионат асып, оло йәштәге­ләрҙе тәүлек әйләнәһенә хәстәрләүҙе ойошторорға бөгөнгәсә Башҡортостандың өс кенә эшҡыуары тәүәккәлләгән. Ваҡыт­лыса ҡарап тороу, яңғыҙ ҡарттарға өйөнә барып ярҙамлашыу һымаҡ хеҙмәт тәҡдим итеүселәр ҙә күп түгел. Моғайын, мәсьәлә бындай бизнес өсөн үҫеш мөмкинлеге булмауға бәйлелер. Ни тиһәң дә, рәсми һандарға ҡарағанда, әле Рәсәйҙә 65 йәште үткән 16 мең самаһы кеше ҡарттар йортона алыуҙарын көтә, шул уҡ ваҡытта беҙҙең республикала ундай сират юҡ.
Ләкин белгестәр ғүмер оҙайлылығының артыуы арҡаһында ҡарттар йорттарына ихтыяж һәр ерҙә буласағын күҙаллай. Быны әхлаҡи ҡиммәттәрҙең алмашыныуына ҡарап та һиҙәбеҙ. Заманы шундай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Берәүҙәрҙең өлкә­нәйгән ата-әсәһен яҙмыш ҡосағына ташлауына, икенселәрҙең шундай мәлдән файҙаланып кәсеп итеүенә күнергә тура килер инде... Ҡарттар йорттары артыуын теләмәһәм дә, социаль хеҙмәтләндереү бизнесын изге, сауаплы эш тип һанайым. Ғәҙел ойошторолған хәлдә, әлбиттә.
Эшҡыуар Римма Еникееваға Өфө районында пансионат асыу өсөн банктан 80 миллион һумлыҡ кредит алырға тура килгән. Бурысының яртыһынан күберәген кире ҡайтарған ул ошоғаса, тик икенсе бер бизнесы – кафелар селтәре – булыуы арҡаһында ғына. Социаль әһәмиәтле эш башҡарһа ла, йүнсел ханым дәүләттән ярҙам күрмәгән.
Римма Ғәлебай ҡыҙының пансионатында оло йәштәгеләрҙе ваҡытлыса ҡарайҙар, даими йәшәүселәр әлегә юҡ. “Беҙҙең клиенттар бында тиңдәштәре менән аралаша, бергәләшеп күңел аса, балаларына, туғандарына ла бер ни тиклем мәшәҡәттән арынырға мөмкинлек бирә, – ти эшҡыуар. – Өлкәндәр өсөн концерттар, ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Айырым урын бүлеп, бәләкәй балалы әсәләргә лә ошондайыраҡ хеҙмәт тәҡдим итергә уй бар”.
Әйткәндәй, бизнестың социаль йүнәлешле булыуын раҫлап, махсус реестрҙа теркәлгән хәлдә дәүләттең кредит буйынса ставкаларҙы ҡаплауына иҫәп тоторға мөмкин икән. Бер яҡтан ҡарағанда, бик яҡшы, әммә, эшҡыуарҙарҙың әйте­үенсә, күҙәтеү органдары ҡуйған талаптар ҡайһы саҡта туҙға яҙмаҫлыҡ була. Мәҫәлән, 300 мең һумлыҡ грант отоп, Өфө янындағы Михайловка ауылында пансионат асҡан Сергей Козырев дәүләт милкендә бөтөн стандарттар буйынса ҡарттар йортона ярарлыҡ биналар юҡлығын белдерә. “Ҡайҙандыр 5-6 миллион һум табып, реконструкциялау шарты менән табырға була ла ул, – ти йүнсел. – Беҙгә коммерция нигеҙендә ҡуртымға бирелгән бинаны һайлауҙан башҡа әмәл ҡалманы. Бөгөнгә башлыса “минус”ҡа эшләйбеҙ. 15 кешегә иҫәпләнгән пансионатта, уртаса алғанда, алты урын ғына файҙа килтерә. Бизнестың асылғанына йыл да тулмаған, шуғалыр инде, органдар тикшереүҙәр менән йонсотмай. Шуныһы аптырата: янғын хәүефһеҙлеге талаптары буйынса эвакуация мәлендә сығыу урыны икенсе ҡатта ла булырға тейеш, ә миңә бинаның хужаһы унда ишек уйырға рөхсәт итерме?”
Мәскәүҙә бер нисә шәхси пансионат ойошторған эшҡыуар, “Өлкән быуын донъяһы” ассоциацияһы рәйесе Алексей Сидневтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 70 кешегә иҫәпләнгән приютты асыуға 200 миллион һум кәрәк, йәғни һәр койка-урын 3 миллион һумға барып баҫа. Һәр кешегә талаптарға ярашлы кәмендә 40 квадрат метр тура килһен, барлыҡ бүлмәләр уңайлы, иркен булһын тиһәң. Яңы эш башлаған йүнсел ундай аҡсаны ҡайҙан алһын? Инвестор табылырына ла өмөт бик аҙ. “Шуға ла тәүҙә ниндәйҙер объектты ҡуртымға алырға тәҡдим итәм. Күпмелер эшләп, аҡса туплағас, пансионат төҙөүгә тотонорға йәки, кешеләрҙең ышанысын яулап, инвестициялар йәлеп итергә була, – ти Алексей Сиднев. – Һалынған аҡсаң 8 – 10 йылдан ғына кире ҡайтып бөтә, уныһы ла төбәк властары һәм федераль органдар биргән ташламаларҙы файҙаланған осраҡта. Федераль законға ярашлы, мәҫәлән, килемдән һәм өҫтәлгән хаҡтан һалым түләмәҫкә, төҙөлөш маҡсатындағы кредиттың проценттарын ҡаплатырға мөмкин, ә төбәк ҡанундары милеккә һалымдан азат итә, инженерлыҡ селтәрҙәренә бушлай тоташыу хоҡуғы бирә”.
Дәүләт органдары мохтаж кешеләрҙе ҡарауға тапшырған хәлдә пансионаттарға түләй. Тик был хеҙмәттең хаҡы төрлө төбәктә үҙенсә. Мәскәүҙә, әйтәйек, бер кеше өсөн, уның хәленә ҡарап, көнөнә 2 мең һумға тиклем аҡса бирәләр. Башҡортостанда шул уҡ эш ни бары 600 һумға баһалана.
Аналитиктар һанап сығарыуынса, илебеҙҙә социаль хеҙмәттәр баҙары күләме 2020 йылға тиклем 125 миллиард һумға етәсәк. Дәүләт органдары ошо осорға ҡәҙәр мохтаждарҙы хәстәрләү өсөн тәғәйенләнгән сығымдарҙың яртыһынан күп өлөшөн – 60 процентын – шәхси эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирергә ниәтләй. Тендерҙар ойоштороласаҡ, гранттар тапшырыласаҡ, тимәк. Ә ҡарттарҙың һәм инвалидтарҙың үҙе өсөн ҡулай урынды һайлап алырға мөмкинлеге буласаҡ, йәнәһе. Мәскәүҙә әле үк бындай бизнес йылына 30-40 процентҡа үҫә, тиҙәр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21