Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙең тауарҙарға өҫтөнлөк бирелә
Үҙебеҙҙең тауарҙарға  өҫтөнлөк бирелә Һарытауҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ултырыш иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә һәм импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналды.

Үҙенең сығышында Михаил Бабич, Волга буйы федераль округы төбәктәре ил Президентының импортты алмаштырыу буйынса ҡабул иткән ҡарарҙарын әүҙем үтәй, тип билдәләне. 2015 - 2016 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды, иҡтисадтың реаль секторына ингән предприятиелар вәкилдәре менән берлектә округ төбәктәренең күпселегендә импортты алмаштырыу буйынса кәңәшмәләр үткәрҙе. Уларҙың йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер проблемалы мәсьәләләр билдәләнде. Был мәсьәләләр дөйөмләштерелде һәм Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, башҡа ведомстволар тарафынан тикшерелде.
Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров үҙенең сығышында импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыу барышын ыңғай баһаланы. Ул министрлыҡтың ошо өлкәләге вәкәләттәренең бер өлөшөн төбәктәргә тапшырыуҙың ыңғай һөҙөмтәһе хаҡында ла әйтте.
Эш йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә, федераль министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ төбәк властарына импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүгә, уларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән аныҡ тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Михаил Бабич һәм Денис Мантуров П.А. Столыпин исемендәге Волга буйы идара итеү институтында ойошторолған махсус күргәҙмәлә округ предприятиеларының импортты алмаштырған продукцияһы менән танышты. Башҡортостандан был күргәҙмәлә “Полигон” предприятиеһы һәм “ОЗНА” компанияһы ҡатнашты. “Полигон” сәнәғәт предприятиелары элемтә операторҙары, ведомство һәм көс структуралары өсөн юғары технологиялы радиоэлектрон һәм телекоммуникация ҡорамалдары етештерә, ә “ОЗНА” нефть һәм газ ятҡылыҡтарындағы ер өҫтө инфраструктураһы объекттарын эшләй.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә