Һарытауҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ултырыш иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә һәм импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналды. Үҙенең сығышында Михаил Бабич, Волга буйы федераль округы төбәктәре ил Президентының импортты алмаштырыу буйынса ҡабул иткән ҡарарҙарын әүҙем үтәй, тип билдәләне. 2015 - 2016 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды, иҡтисадтың реаль секторына ингән предприятиелар вәкилдәре менән берлектә округ төбәктәренең күпселегендә импортты алмаштырыу буйынса кәңәшмәләр үткәрҙе. Уларҙың йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер проблемалы мәсьәләләр билдәләнде. Был мәсьәләләр дөйөмләштерелде һәм Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, башҡа ведомстволар тарафынан тикшерелде.
Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров үҙенең сығышында импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыу барышын ыңғай баһаланы. Ул министрлыҡтың ошо өлкәләге вәкәләттәренең бер өлөшөн төбәктәргә тапшырыуҙың ыңғай һөҙөмтәһе хаҡында ла әйтте.
Эш йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә, федераль министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ төбәк властарына импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүгә, уларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән аныҡ тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Михаил Бабич һәм Денис Мантуров П.А. Столыпин исемендәге Волга буйы идара итеү институтында ойошторолған махсус күргәҙмәлә округ предприятиеларының импортты алмаштырған продукцияһы менән танышты. Башҡортостандан был күргәҙмәлә “Полигон” предприятиеһы һәм “ОЗНА” компанияһы ҡатнашты. “Полигон” сәнәғәт предприятиелары элемтә операторҙары, ведомство һәм көс структуралары өсөн юғары технологиялы радиоэлектрон һәм телекоммуникация ҡорамалдары етештерә, ә “ОЗНА” нефть һәм газ ятҡылыҡтарындағы ер өҫтө инфраструктураһы объекттарын эшләй.