Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биш йыл һайын реформа...
Биш йыл һайын реформа... Рәсәйҙең
пенсия системаһын төрлөсә үҙгәртеп ҡарайҙар. Маҡсат – ҡаҙнаға һәм Пенсия фондына артыҡ ҙур көсөргәнешлек һалмай ғына оло йәштәгеләрҙең матди хәлен яҡшыртыу. Икенсе төрлө әйткәндә, бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән булһын. Әммә ошоға саҡлы булған реформалар халыҡтың был мәҡәлде юҡтан ғына
уйлап тапмағанын раҫлай килә.


Ошо йүнәлештә яңы реформа (һуңғы 15 йыл эсендә өсөнсө тапҡыр!) буласағы тураһында беҙҙең гәзит яҙғайны инде. Әле Рәсәйҙең Финанс министрлығы үҙе үк тәҡдим иткән был үҙгәрештәргә төҙәтмәләр индерергә булды. Министрлыҡ туплау системаһына әле булһа ғариза яҙмаған кешеләрҙең эш урынынан күсерелгән иғәнәһен бүлгеләү фондына биреүҙән баш тартты. Ә тәүҙәрәк шундай фонд булдырыу күҙ уңында тотола ине. Иҡтисади көрсөк был реформаны тиҙерәк үткәрә башлауҙы талап итә, яңы ҡағиҙәләрҙе ошо министрлыҡ ил Хөкүмәтенә ноябрь аҙағынан да ҡалмай әҙерләп тапшырырға тейеш. Ләкин, күреүебеҙсә, был ҡағиҙәләрҙе әле булһа аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙар.
Бөгөн тәҡдим ителгән план буйынса предприятиелар һәм ойошмаларҙан күсерелеп барған иғәнә пенсияның страховка һәм тупланма өлөштәрен түгел, ә фәҡәт бүлгеләү фондын ғына тәшкил итә башлаясаҡ. Ә туплана барған өлөшкә иғәнә күсереп барыу һәр кемдең үҙ иркендә була. Белгестәр әлегә саҡлы йыйылған тупланма өлөшкә кем идара итәсәгенең дә ҡәтғи генә билдәләнмәүен раҫлай.
– Яңы ҡағиҙәләр буйынса хеҙмәт стажына талап та үҙгәрә, – ти Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров. – Пенсияға сығыу өсөн элеккесә биш йыл түгел, ә кәмендә 15 йыл хеҙмәт стажы кәрәк буласаҡ. Кемдәрҙең стажы тулмай, уларға социаль пенсия ғына тәғәйенләнәсәк, ләкин уны пенсия йәшенә етеп биш йыл уҙғас ҡына ала башларға мөмкин. Бөгөнгө закон менән иҫәпләгәндә, ирҙәргә – 65 йәштән, ҡатын-ҡыҙға 60 йәштән генә түләйәсәктәр.
Беҙҙең республикала 1 миллион 116 мең пенсионер бар. Башҡортостанда пенсионер өсөн йәшәү минимумы 7 842 һум күләмендә билдәләнгән. Иҡтисади көрсөк был күрһәткестең “көсөн” дә кәметә бара (хәйер, уны элек тә ҙур сумма тип атап булмай ине). Яңы реформалар үҙгәртерме был минимумды һәм күпмегә – әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ.



Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә