Рәсәйҙең
пенсия системаһын төрлөсә үҙгәртеп ҡарайҙар. Маҡсат – ҡаҙнаға һәм Пенсия фондына артыҡ ҙур көсөргәнешлек һалмай ғына оло йәштәгеләрҙең матди хәлен яҡшыртыу. Икенсе төрлө әйткәндә, бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән булһын. Әммә ошоға саҡлы булған реформалар халыҡтың был мәҡәлде юҡтан ғына
уйлап тапмағанын раҫлай килә. Ошо йүнәлештә яңы реформа (һуңғы 15 йыл эсендә өсөнсө тапҡыр!) буласағы тураһында беҙҙең гәзит яҙғайны инде. Әле Рәсәйҙең Финанс министрлығы үҙе үк тәҡдим иткән был үҙгәрештәргә төҙәтмәләр индерергә булды. Министрлыҡ туплау системаһына әле булһа ғариза яҙмаған кешеләрҙең эш урынынан күсерелгән иғәнәһен бүлгеләү фондына биреүҙән баш тартты. Ә тәүҙәрәк шундай фонд булдырыу күҙ уңында тотола ине. Иҡтисади көрсөк был реформаны тиҙерәк үткәрә башлауҙы талап итә, яңы ҡағиҙәләрҙе ошо министрлыҡ ил Хөкүмәтенә ноябрь аҙағынан да ҡалмай әҙерләп тапшырырға тейеш. Ләкин, күреүебеҙсә, был ҡағиҙәләрҙе әле булһа аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙар.
Бөгөн тәҡдим ителгән план буйынса предприятиелар һәм ойошмаларҙан күсерелеп барған иғәнә пенсияның страховка һәм тупланма өлөштәрен түгел, ә фәҡәт бүлгеләү фондын ғына тәшкил итә башлаясаҡ. Ә туплана барған өлөшкә иғәнә күсереп барыу һәр кемдең үҙ иркендә була. Белгестәр әлегә саҡлы йыйылған тупланма өлөшкә кем идара итәсәгенең дә ҡәтғи генә билдәләнмәүен раҫлай.
– Яңы ҡағиҙәләр буйынса хеҙмәт стажына талап та үҙгәрә, – ти Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров. – Пенсияға сығыу өсөн элеккесә биш йыл түгел, ә кәмендә 15 йыл хеҙмәт стажы кәрәк буласаҡ. Кемдәрҙең стажы тулмай, уларға социаль пенсия ғына тәғәйенләнәсәк, ләкин уны пенсия йәшенә етеп биш йыл уҙғас ҡына ала башларға мөмкин. Бөгөнгө закон менән иҫәпләгәндә, ирҙәргә – 65 йәштән, ҡатын-ҡыҙға 60 йәштән генә түләйәсәктәр.
Беҙҙең республикала 1 миллион 116 мең пенсионер бар. Башҡортостанда пенсионер өсөн йәшәү минимумы 7 842 һум күләмендә билдәләнгән. Иҡтисади көрсөк был күрһәткестең “көсөн” дә кәметә бара (хәйер, уны элек тә ҙур сумма тип атап булмай ине). Яңы реформалар үҙгәртерме был минимумды һәм күпмегә – әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ.