Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә
Яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә Ошо көндәрҙә Өфөнөң 16-сы мәктәбендә урынлашҡан үҫмерҙәр шахмат клубында билдәле шәхес Наилә Өмөтбаева иҫтәлегенә арналған 3-сө шахмат турниры үтте. Наилә Хажи ҡыҙы
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына 46 йыл ғүмерен бағышлаған. Клиника-диагностика лабораторияһы табибы, һуңғы 25 йылда профсоюз комитеты рәйесе вазифаларын башҡарған. Турнирҙа республика райондары һәм ҡалалары һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан
28 команда ҡатнашты, команда
составында берәр ир һәм ҡатын-ҡыҙ булды.


Матур итеп йыһазландырылған өҫ­тәлдәр артына, жеребьевка үткәр­гәндән һуң, 56 кеше ултырҙы. Ярышты Рәсәй һау­лыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре проф­союзы­ның Башҡортостан ойош­маһы рәйесе Павел Зырянов асты. Ул ярышта ҡатнашыу­сыларҙы тәб­рикләне, турнирҙың тарихы һәм әһә­миәте тураһында ҡыҫҡаса һөй­ләне. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы, Баш­ҡортостан медицина университе­тының кафедра мөдире, медицина фән­дәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев үҙ сығышында ошо дауаханаға 46 йыл ғүмерен бағыш­лаған Наилә Өмөт­баеваның фиҙакәр хеҙмәтен, биш йыл бергә эшләгән дәүерҙә күп нәмәгә өйрә­неүен билдәләне. Дауа­хананың бөгөнгө профсоюз ойошмаһы рәйесе Руслан Ҡотошов та Наилә Хажи ҡыҙы башлап ебәргән эштәрҙең дауам ителеүен һәм уның тураһында йылы иҫтәлектәрҙең һаҡланыуын телгә алды. Наилә Өмөт­баеваның тормош иптәше Вил Өмөтбаев үҙ сиратында ҡатынының ғаиләһен яратыуы, үҙенә һәм бөтә туған­дарына ныҡлы терәк булыуы, дауахана­һына, уның хеҙмәт­кәрҙәренә ихтирамы тураһында һөйләне.
– Наилә Хажи ҡыҙы коллективы, ғаи­ләһе өсөн ныҡлы таяныс булды. Барлыҡ ғүмерен кешегә ярҙам итеп үткәрҙе. Үҙе бик алсаҡ, талапсан, матур ине. 50 йыл бергә йәшәгән ғүмер күңелде йылыта, һаман да бергәбеҙ һымаҡ. Наиләнең рухынан көс алабыҙ. Ошондай күркәм хо­лоҡло, күренекле шәхес менән иңгә-иң терәп йәшәүемә ғорурланам, – тип иҫ­кә алды Вил Ғайса улы тормош иптәшен.
Әйткәндәй, бәйгелә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. 2012 йылғы тур­нирҙа – 14, 2014 йылда 25 команда ҡат­наш­һа, быйыл уларҙың һаны 28-гә етте.
Ярыш башланыр алдынан баш судья уйын ҡағиҙәләре менән таныш­тырҙы. Бәйге көсөргәнешле барҙы, залда теләк­тәшлек, бер-береһенә ҡарата яҡты хистәр тойолоп торҙо. Сара бар яҡлап еренә еткерелеп ойошторолған. Турнирҙы Рәсәй һау­лыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсою­зының Башҡортостан ойошмаһы Ғ.Ғ. Ҡы­уатов исемендәге республика клиник да­уа­ханаһы менән берлектә юғары кимәлдә үткәрҙе.
Командалар араһында 13 мәрәй йыйып, беренсе урынды Өфөнөң 5-се да­уа­ханаһы исеменән Марат Аҡбүләков менән Ольга Андрианова яуланы. Еңеү­селәргә Наилә Өмөт­баева исемендәге күсмә кубок һәм аҡсалата сертификат тапшырылды. Наилә Хажи ҡыҙының ғаи­ләһе уларға сувенир бүләк итте. Икенсе урынға – Өфө ҡалаһының 6-сы дауахана­һы командаһы, өсөнсө урынға Ҡариҙел үҙәк дауаханаһы лайыҡ булды. Шәхси ярышта ирҙәр араһында беренсе урынды Кушнаренко районы үҙәк дауаханаһы эшсеһе Рөстәм Хафизов, икенсе урынды Ҡариҙел үҙәк дауа­ханаһы хеҙмәткәре Иван Кузнецов, өсөнсө урынды — Өфөнөң 1-се дауа­ханаһынан Владимир Новокшанов яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Өфө­нөң 21-се дауаханаһы хеҙмәткәре Лилиә Ишмырҙина алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында – Өфөнөң 5-се дауа­ханаһынан Ольга Андрия­нова, өсөнсө урында – 1-се дауахана хеҙмәткәре Айгөл Әлмөхә­мәтова. Шәхси ярыш призерҙа­рына шулай уҡ аҡсалата сертификат һәм сувенирҙар тапшырылды.
Павел Зырянов командаларға рәх­мәт белдерҙе, спорт менән артабан да шөғөл­ләнергә өндәне, 2018 йылда үтәсәк дүр­тенсе турнирҙа тағы ла күберәк һәм көслөрәк командалар ҡатнашыуын теләне. Был турнирҙың дауаханалар араһындағы бәйләнеште йәнләндереүен, профессиональ эшкә лә ыңғай йоғонто яһауын бил­дәләне. Вил Ғайса улы ярышта ҡатнашҡан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Наилә Хажи ҡыҙына хас матур сифаттар теләне.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә