Ошо көндәрҙә Өфөнөң 16-сы мәктәбендә урынлашҡан үҫмерҙәр шахмат клубында билдәле шәхес Наилә Өмөтбаева иҫтәлегенә арналған 3-сө шахмат турниры үтте. Наилә Хажи ҡыҙы
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына 46 йыл ғүмерен бағышлаған. Клиника-диагностика лабораторияһы табибы, һуңғы 25 йылда профсоюз комитеты рәйесе вазифаларын башҡарған. Турнирҙа республика райондары һәм ҡалалары һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан
28 команда ҡатнашты, команда
составында берәр ир һәм ҡатын-ҡыҙ булды. Матур итеп йыһазландырылған өҫтәлдәр артына, жеребьевка үткәргәндән һуң, 56 кеше ултырҙы. Ярышты Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Павел Зырянов асты. Ул ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, турнирҙың тарихы һәм әһәмиәте тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы, Башҡортостан медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев үҙ сығышында ошо дауаханаға 46 йыл ғүмерен бағышлаған Наилә Өмөтбаеваның фиҙакәр хеҙмәтен, биш йыл бергә эшләгән дәүерҙә күп нәмәгә өйрәнеүен билдәләне. Дауахананың бөгөнгө профсоюз ойошмаһы рәйесе Руслан Ҡотошов та Наилә Хажи ҡыҙы башлап ебәргән эштәрҙең дауам ителеүен һәм уның тураһында йылы иҫтәлектәрҙең һаҡланыуын телгә алды. Наилә Өмөтбаеваның тормош иптәше Вил Өмөтбаев үҙ сиратында ҡатынының ғаиләһен яратыуы, үҙенә һәм бөтә туғандарына ныҡлы терәк булыуы, дауаханаһына, уның хеҙмәткәрҙәренә ихтирамы тураһында һөйләне.
– Наилә Хажи ҡыҙы коллективы, ғаиләһе өсөн ныҡлы таяныс булды. Барлыҡ ғүмерен кешегә ярҙам итеп үткәрҙе. Үҙе бик алсаҡ, талапсан, матур ине. 50 йыл бергә йәшәгән ғүмер күңелде йылыта, һаман да бергәбеҙ һымаҡ. Наиләнең рухынан көс алабыҙ. Ошондай күркәм холоҡло, күренекле шәхес менән иңгә-иң терәп йәшәүемә ғорурланам, – тип иҫкә алды Вил Ғайса улы тормош иптәшен.
Әйткәндәй, бәйгелә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. 2012 йылғы турнирҙа – 14, 2014 йылда 25 команда ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны 28-гә етте.
Ярыш башланыр алдынан баш судья уйын ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Бәйге көсөргәнешле барҙы, залда теләктәшлек, бер-береһенә ҡарата яҡты хистәр тойолоп торҙо. Сара бар яҡлап еренә еткерелеп ойошторолған. Турнирҙы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы менән берлектә юғары кимәлдә үткәрҙе.
Командалар араһында 13 мәрәй йыйып, беренсе урынды Өфөнөң 5-се дауаханаһы исеменән Марат Аҡбүләков менән Ольга Андрианова яуланы. Еңеүселәргә Наилә Өмөтбаева исемендәге күсмә кубок һәм аҡсалата сертификат тапшырылды. Наилә Хажи ҡыҙының ғаиләһе уларға сувенир бүләк итте. Икенсе урынға – Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһы командаһы, өсөнсө урынға Ҡариҙел үҙәк дауаханаһы лайыҡ булды. Шәхси ярышта ирҙәр араһында беренсе урынды Кушнаренко районы үҙәк дауаханаһы эшсеһе Рөстәм Хафизов, икенсе урынды Ҡариҙел үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәре Иван Кузнецов, өсөнсө урынды — Өфөнөң 1-се дауаханаһынан Владимир Новокшанов яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Өфөнөң 21-се дауаханаһы хеҙмәткәре Лилиә Ишмырҙина алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында – Өфөнөң 5-се дауаханаһынан Ольга Андриянова, өсөнсө урында – 1-се дауахана хеҙмәткәре Айгөл Әлмөхәмәтова. Шәхси ярыш призерҙарына шулай уҡ аҡсалата сертификат һәм сувенирҙар тапшырылды.
Павел Зырянов командаларға рәхмәт белдерҙе, спорт менән артабан да шөғөлләнергә өндәне, 2018 йылда үтәсәк дүртенсе турнирҙа тағы ла күберәк һәм көслөрәк командалар ҡатнашыуын теләне. Был турнирҙың дауаханалар араһындағы бәйләнеште йәнләндереүен, профессиональ эшкә лә ыңғай йоғонто яһауын билдәләне. Вил Ғайса улы ярышта ҡатнашҡан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Наилә Хажи ҡыҙына хас матур сифаттар теләне.