Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күренекле нәҫелдән
Ауылда күмәк хужалыҡ төҙөү осоро бик шаулы үтә. “Көрәш” исемендәге ТОЗ (товарищество по общественной обработке земли) төҙөлә, уны 1928 йылда колхоз итеп үҙгәртәләр. Дүрт байҙың малын тартып алып, үҙҙәрен дә колхозға алалар.


Шулай итеп, көнсөллөк сәбәп булдымы, әллә хакимиәттә ултырғандар үҙ вазифаларын үтәгәндә кәрәгенән артыҡ тырышлыҡ күрһәткәнме, әллә бүтән сәбәптәр ҙә ҡушылғанмы, әммә ауылдың ғына түгел, Үтәғол улысының (элекке 6-сы Үҫәргән) иң әүҙем кешеләренең береһе – Искәндәр Бикбовты һайлау хоҡуғынан мәхрүм итәләр.
Ҡарар 1929 йылдың 27 ноябрендә ауыл советы ултырышында ҡабул ителә. Рәйесе – Йомабай Бикйәнов, сәркәтибе – Николай Лукьянко, ағзалары — Абдулла Сәлихов, Исмәғил Буранбаев, Дәүләт Рәхмәтуллин, Хәмит Буранбаев, Николай Розов. Ҡарары урыҫса шулай яңғырай: “Лишить права голоса Бикбова Искандера, как белого бандита в 1919 г.”
“Белый бандит” тигән мөһөр ул заман­дарҙа милли хәрәкәттә ҡатнашҡан күптәргә шаблон буйынса бирелгән һәм һүгенеү өсөн дә йыйылыштарҙа, митингтарҙа, берәүҙәргә характеристика биргәндә киң ҡулланылған. Ауыл Советында урта хәлле Хәсән Яубаҫаровты ла кулак тип хоҡуғынан мәхрүм итергә уйлайҙар. Ул 1917 йылда больше­виктарҙың Октябрь түңкәрелешен ойоштороп, илдә хужа булыу хәбәрен ауылға беренсе булып еткерә. 1989 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының 70 йыллығын билдәләгәндә уны ла телгә алалар.
Искәндәр уҙамандың атаһы 1845 йылғы Юлбарыҫ Сурағол улы Бикбов оҙаҡ йылдар Икенсе Үҫәргән улысы старшинаһы вази­фаһын башҡара. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн хөкүмәт наградалары менән баһалана. Юғары дәрәжәләге миҙалды уға батша үҙе тапшырған, бик бай булған, ырыуҙаштары, ауылдаштары мәнфәғәтенә күп көс һалған, тип һөйләйҙәр ине. Ул башҡорт ерҙәрен ситтән килгән халыҡҡа һатыуҙы тыйған. Ергәйеш, Аҡбулат халҡы урыҫтарға ер һатмаған, үҙ ерҙәренә утарҙар ултыртмаған. Юлбарыҫ ҡарт Башҡортостан автоно­мияһы өсөн көрәште ойоштороусыларҙың береһе була. Улдары, ейәндәре лә тарихы­быҙҙа яҡшы эҙ ҡалдырҙы, күренекле, заманына күрә абруйлы шәхестәрҙән һаналды. Бикбау бей нәҫелдәре бит!





Автор: Д. КҮСКИЛДИН. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә