Күренекле нәҫелдән25.10.2016
Ауылда күмәк хужалыҡ төҙөү осоро бик шаулы үтә. “Көрәш” исемендәге ТОЗ (товарищество по общественной обработке земли) төҙөлә, уны 1928 йылда колхоз итеп үҙгәртәләр. Дүрт байҙың малын тартып алып, үҙҙәрен дә колхозға алалар.
Шулай итеп, көнсөллөк сәбәп булдымы, әллә хакимиәттә ултырғандар үҙ вазифаларын үтәгәндә кәрәгенән артыҡ тырышлыҡ күрһәткәнме, әллә бүтән сәбәптәр ҙә ҡушылғанмы, әммә ауылдың ғына түгел, Үтәғол улысының (элекке 6-сы Үҫәргән) иң әүҙем кешеләренең береһе – Искәндәр Бикбовты һайлау хоҡуғынан мәхрүм итәләр.
Ҡарар 1929 йылдың 27 ноябрендә ауыл советы ултырышында ҡабул ителә. Рәйесе – Йомабай Бикйәнов, сәркәтибе – Николай Лукьянко, ағзалары — Абдулла Сәлихов, Исмәғил Буранбаев, Дәүләт Рәхмәтуллин, Хәмит Буранбаев, Николай Розов. Ҡарары урыҫса шулай яңғырай: “Лишить права голоса Бикбова Искандера, как белого бандита в 1919 г.”
“Белый бандит” тигән мөһөр ул замандарҙа милли хәрәкәттә ҡатнашҡан күптәргә шаблон буйынса бирелгән һәм һүгенеү өсөн дә йыйылыштарҙа, митингтарҙа, берәүҙәргә характеристика биргәндә киң ҡулланылған. Ауыл Советында урта хәлле Хәсән Яубаҫаровты ла кулак тип хоҡуғынан мәхрүм итергә уйлайҙар. Ул 1917 йылда большевиктарҙың Октябрь түңкәрелешен ойоштороп, илдә хужа булыу хәбәрен ауылға беренсе булып еткерә. 1989 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының 70 йыллығын билдәләгәндә уны ла телгә алалар.
Искәндәр уҙамандың атаһы 1845 йылғы Юлбарыҫ Сурағол улы Бикбов оҙаҡ йылдар Икенсе Үҫәргән улысы старшинаһы вазифаһын башҡара. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн хөкүмәт наградалары менән баһалана. Юғары дәрәжәләге миҙалды уға батша үҙе тапшырған, бик бай булған, ырыуҙаштары, ауылдаштары мәнфәғәтенә күп көс һалған, тип һөйләйҙәр ине. Ул башҡорт ерҙәрен ситтән килгән халыҡҡа һатыуҙы тыйған. Ергәйеш, Аҡбулат халҡы урыҫтарға ер һатмаған, үҙ ерҙәренә утарҙар ултыртмаған. Юлбарыҫ ҡарт Башҡортостан автономияһы өсөн көрәште ойоштороусыларҙың береһе була. Улдары, ейәндәре лә тарихыбыҙҙа яҡшы эҙ ҡалдырҙы, күренекле, заманына күрә абруйлы шәхестәрҙән һаналды. Бикбау бей нәҫелдәре бит!