Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләнең башы ниҙә?
Бәләнең башы ниҙә? Төн уртаһында полиция хеҙмәткәрҙәре менән сығып киттек бер ауылға. Ҡурҡыныс ҡына өйгә барып индек. Карауатта ике-өс йәштәр тирәһендәге бала баҫып тора. Ҡапыл ғына килеп ингән кешеләрҙән дә ҡурҡмай, ике күҙен йылтыратып беҙгә ҡараған була үҙе. Баланың өҫтөндә бысраҡ ҡына еңһеҙ эске күлдәк, тамсы-тамсы булып ҡан сәсрәгән уныһына ла. Аҫтына бер нәмә лә кеймәгән. Яҡынайһам, баяғы бәләкәс “мәм-мәм, мәм-мәм” тип ҡулын һуҙа миңә...


И-й, бахыр ҡыҙыҡай! Ошо мәл йөрәгемдең һыҙлауын, әрнеүен белһәгеҙ икән! Иҫерек атай ҡанға батып иҙәндә ята, сәсе-башы туҙған әсә кеше шарылдап илап, ни килеп сыҡҡанын аңлатырға маташа... Бер гонаһһыҙ сабый ошо мәхшәр араһында көлә-йылмая беҙгә һүҙ ҡуша.
Баланы ҡулыма алдым. Ятһынмай! Кеҫәмдән печенье сығарғанды күреп, ике ҡулы менән сәпәкәйләп алды бәләкәс. Һөйләндерә-һөйләндерә өҫтөн алмаш­тырҙым. Таҙа кейем табыу мөмкин дә түгел ине был ҡот осҡос мәхшәрҙә, шуға күрә ҡулға нимәһе эләгә, шуны ғына кей­ҙерҙем. Исеме Гөлнәзирә икән бәләкәстең. Уға ике йәш тә дүрт ай. Тәтелдәп миңә хәбәрен һөйләй, сәсемде һыйпай, алҡа­ларымды тотоп ҡарай, килештереп иренен супылдатып: “Матул, их, матул”, — ти бит әле. Теремек, бигерәк тә көләкәс бала. Йәлләүҙән күңелем тулып, күҙҙәремә йәш тығылһа ла, бар көсөмдө йыйып, Гөлнә­зирәгә матур итеп йылмаям, көр итеп кенә хәбәр сурытам. Ипләп кенә әсәй кешенән баланың документтарын һорайым.
Үҙенең кеше үлтереүен яңы аңлай башлаған ҡатын, йән әсеүе менән ҡысҡырып, беҙгә ташланды:
— Бир баламды, бир! Бер кемгә лә бирмәйем бынымды, ишетәһегеҙме, бер ҡасан да бирмәйем! Тегеләрен тартып алғанығыҙ ҙа еткән һеҙгә! Бирегеҙ, зинһар, биреге-е-е-еҙ, уф, балам, Гөлнәзирә, кил әсәйеңә, Гөлнәзирә! — тип асырғанып илай башланы.....
Әллә инде айырылыуҙарын һиҙепме­лер, әллә ҡаза булғанын аңлапмы, бәләкәсем, ике ҡулын әсәһенә һуҙып, илай башланы. Егеттәргә документтарын алып сығырға ҡуштым да Гөлнәзирә менән тышҡа атылдыҡ. Йылы машинаға инеп ултырып, әүрәтеп, кеҫәмдән тағы ла бер тәмлекәс биргәс кенә, тынысланғандай булды сабый.
Документтар ҡулға эләгеү менән беҙ район дауаханаһына юлландыҡ. Машинала бәүелә торғас, Гөлнәзирә ҡулымда килеш йоҡлап китте. Шулай ҙа бәләкәс кенә кешекәй йоҡо аралаш тертләп-тертләп ҡуя ине. “Ээээй, балаҡай... Бәләкәс кенә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормош һынау­ҙарың башланды ла... Ниҙәр генә күреп өлгөрҙө икән ошо ике йыл эсендә һинең һороҡай күҙҙәрең, бахыр ҡыҙыҡай? Бәләкәс кенәһең, онотолор, юйылыр аңыңдан бөгөнгө мәхшәр, Алла бирһә”, – тигән борсоулы уйҙар өйөрөлдө мейемдә.
Дауаханала ҡалдырғанда ла уянманы ул. Ә, бәлки, аяныс ысынбарлыҡты күрергә теләмәгәндән күҙҙәрен асмағандыр балаҡай. Тик уны ипләп кенә кушеткаға һалғанда, ҡулынан бер ҙә тешләнмәгән печеньеһы төшөп, коридор яңғыратып тәгәрәп китте...
Ошо аяныслы хәлде бер нисек тә йолҡоп алып ташлап булмай күңелдән. Ул төндә мин йоҡлай ҙа алманым. Әлбиттә, Гөлнәзирә урам буйында ҡалманы: әсәһен төрмәгә ултыртҡас та, беҙ уға ипле, әҙәпле, тәртипле, уны ихлас яратҡан атай менән әсәй таптыҡ. Тик...
Бәләнең башы ниҙә? Ни өсөн кеше эскелеккә һабыша? Эскеселәрҙең киләсә­ген күҙаллауы ауыр түгел. Йә ҡотола, йә артабан түбән тәгәрәй. Тик нилектән башлана ул эскелек? Кем ғәйепле? Ни өсөн, мәҫәлән, Гөлнәзирәнең әсәһе араҡы ҡолона әүерелеп, тәүҙә өс балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне, ә артабан инде бәләкәсен дә юғалтты? Улай ғына ла түгел, ул бит ошо эскелек арҡаһында ниндәй оло ҡазаға юлыҡты! Аллам һаҡлаһын. Мин бөгөн эскелеккә булған ҡыҙыҡһыныуҙың орлоғо ҡайһы мәлдә һалынғанын, белгес булараҡ, аңлатып үткем килә.
Беҙ, йәғни психологтар һәм, әлбиттә, хөрмәтле наркологтар, беләбеҙ, кеше ни тиклем иртә тәмләп ҡарай иҫерткес эсемлектәрҙе, шул тиклем тиҙерәк эскегә һабышыуы мөмкин, сөнки организм үҫешеп тә етмәҫтән зарарлана башлай. Ә араҡы – ағыу. Әллә быны инҡар итеүсе булырмы? Мөмкин тим, сөнки бала саҡта тәмләп ҡарап, башҡа бер ҡасан да ауыҙына алмаған кешеләр бар. Әммә тәмләү­селәрҙең туҡһан процентының киләсәген хатта йылдарға бүлеп әйтә алам. Тәүге өс-дүрт йыл кеше ҡунаҡтарҙа, байрам­дарҙа “культурно” эсә. Артабанғы ике йылда уға сәбәп тә кәрәкмәй. Организм ысын мәғәнәһендә ағыулана һәм көн һайын үҙенең дозаһын таптыра башлай. Ошонан кешенең бөтә проблемалары башлана: ғаиләлә, эшендә, һаулығында. Ни бары биш йыл арауығында кеше шәхес булараҡ үҙен юғалта. Был – хәҡиҡәт. Ә бә­ләнең башы, һис шикһеҙ, үҙебеҙҙә!
Ата-әсә өлгөһөндә, йәғни иң беренсе ғаиләлә күрә бала эскелекте. Бәләкәй сағынан, башҡа хәтирәләр менән берлектә, уның иҫендә нимә ҡала? Бына өҫтәлгә йылтыр баш килеп ултырҙы, шуны ололар рюмкаларға ҡойоп эсә, көлә, йырлай, күңел аса. Баланың зиһенендә был эсемлек үтә лә һәйбәт тигән тәьҫир ҡалдыра, сөнки “әсәйемдәр ҡыуана, уларға күңелле, мине лә ошо хәлдә нығыраҡ һәм күберәк яраталар” тип уйлай ул. Үҫә килә бала һис шикһеҙ аңлай: нимә ул араҡы, һыра һәм башҡа төрлө спиртлы эсем­лектәр.
Бөтә өлкәндәр бер төптән “Эскелек – хурлыҡ!” тип лаф ора. “Һәм ысынлап та, бәлки, был дөрөҫтөр, әммә мин бит иҫләйем, шуны эсеп алғас, кеше нисек үҙгәргәнен. Мин дә тик бер тапҡыр ғына...” тигән фекер үҫмергә тынғы бирмәй. Ә мейеһендә бала саҡтағы хәтирә бит юйылмаған! Ҡыҙыҡһыныу артамы? Әлбиттә! Тәмләп ҡарап, бөтә нескәлек­тәрен организмы аша үткәреп, башҡаса бер ҡасан да эсмәгән кешеләр бармы? Бар! Ә бына бер тапҡыр эскәндән һуң бәләкәй генә эскесегә әүерелгәндәр ҙә бар шул! Ни өсөн? Быуындан быуынға күсә алкоголизм, ошо турала беләһегеҙме? Ни өсөн ололарҙан “Иииий, бынан нимә көтмәк кәрәк, ата-әсәһе түгел, биш быуыны эсте, был да шулай инде” тигәнде ишетергә тура килә? Һуң яуап бик тә ябай: быуын һайын кеше организмының спиртлы эсемлектәргә тотороҡлолоғо кәмей.
Хроник алкоголизм – ул оҙайлы, прогрессив ауырыу, кешене үлемгә тиклем алып барып еткерә. Тағы ла эскелек – ул үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу процесы. Шуға күрә балаларығыҙ эсмәһен, итәғәтле, иманлы булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ шайтан һыуынан йыраҡ тороғоҙ. Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872