Төн уртаһында полиция хеҙмәткәрҙәре менән сығып киттек бер ауылға. Ҡурҡыныс ҡына өйгә барып индек. Карауатта ике-өс йәштәр тирәһендәге бала баҫып тора. Ҡапыл ғына килеп ингән кешеләрҙән дә ҡурҡмай, ике күҙен йылтыратып беҙгә ҡараған була үҙе. Баланың өҫтөндә бысраҡ ҡына еңһеҙ эске күлдәк, тамсы-тамсы булып ҡан сәсрәгән уныһына ла. Аҫтына бер нәмә лә кеймәгән. Яҡынайһам, баяғы бәләкәс “мәм-мәм, мәм-мәм” тип ҡулын һуҙа миңә...И-й, бахыр ҡыҙыҡай! Ошо мәл йөрәгемдең һыҙлауын, әрнеүен белһәгеҙ икән! Иҫерек атай ҡанға батып иҙәндә ята, сәсе-башы туҙған әсә кеше шарылдап илап, ни килеп сыҡҡанын аңлатырға маташа... Бер гонаһһыҙ сабый ошо мәхшәр араһында көлә-йылмая беҙгә һүҙ ҡуша.
Баланы ҡулыма алдым. Ятһынмай! Кеҫәмдән печенье сығарғанды күреп, ике ҡулы менән сәпәкәйләп алды бәләкәс. Һөйләндерә-һөйләндерә өҫтөн алмаштырҙым. Таҙа кейем табыу мөмкин дә түгел ине был ҡот осҡос мәхшәрҙә, шуға күрә ҡулға нимәһе эләгә, шуны ғына кейҙерҙем. Исеме Гөлнәзирә икән бәләкәстең. Уға ике йәш тә дүрт ай. Тәтелдәп миңә хәбәрен һөйләй, сәсемде һыйпай, алҡаларымды тотоп ҡарай, килештереп иренен супылдатып: “Матул, их, матул”, — ти бит әле. Теремек, бигерәк тә көләкәс бала. Йәлләүҙән күңелем тулып, күҙҙәремә йәш тығылһа ла, бар көсөмдө йыйып, Гөлнәзирәгә матур итеп йылмаям, көр итеп кенә хәбәр сурытам. Ипләп кенә әсәй кешенән баланың документтарын һорайым.
Үҙенең кеше үлтереүен яңы аңлай башлаған ҡатын, йән әсеүе менән ҡысҡырып, беҙгә ташланды:
— Бир баламды, бир! Бер кемгә лә бирмәйем бынымды, ишетәһегеҙме, бер ҡасан да бирмәйем! Тегеләрен тартып алғанығыҙ ҙа еткән һеҙгә! Бирегеҙ, зинһар, биреге-е-е-еҙ, уф, балам, Гөлнәзирә, кил әсәйеңә, Гөлнәзирә! — тип асырғанып илай башланы.....
Әллә инде айырылыуҙарын һиҙепмелер, әллә ҡаза булғанын аңлапмы, бәләкәсем, ике ҡулын әсәһенә һуҙып, илай башланы. Егеттәргә документтарын алып сығырға ҡуштым да Гөлнәзирә менән тышҡа атылдыҡ. Йылы машинаға инеп ултырып, әүрәтеп, кеҫәмдән тағы ла бер тәмлекәс биргәс кенә, тынысланғандай булды сабый.
Документтар ҡулға эләгеү менән беҙ район дауаханаһына юлландыҡ. Машинала бәүелә торғас, Гөлнәзирә ҡулымда килеш йоҡлап китте. Шулай ҙа бәләкәс кенә кешекәй йоҡо аралаш тертләп-тертләп ҡуя ине. “Ээээй, балаҡай... Бәләкәс кенә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормош һынауҙарың башланды ла... Ниҙәр генә күреп өлгөрҙө икән ошо ике йыл эсендә һинең һороҡай күҙҙәрең, бахыр ҡыҙыҡай? Бәләкәс кенәһең, онотолор, юйылыр аңыңдан бөгөнгө мәхшәр, Алла бирһә”, – тигән борсоулы уйҙар өйөрөлдө мейемдә.
Дауаханала ҡалдырғанда ла уянманы ул. Ә, бәлки, аяныс ысынбарлыҡты күрергә теләмәгәндән күҙҙәрен асмағандыр балаҡай. Тик уны ипләп кенә кушеткаға һалғанда, ҡулынан бер ҙә тешләнмәгән печеньеһы төшөп, коридор яңғыратып тәгәрәп китте...
Ошо аяныслы хәлде бер нисек тә йолҡоп алып ташлап булмай күңелдән. Ул төндә мин йоҡлай ҙа алманым. Әлбиттә, Гөлнәзирә урам буйында ҡалманы: әсәһен төрмәгә ултыртҡас та, беҙ уға ипле, әҙәпле, тәртипле, уны ихлас яратҡан атай менән әсәй таптыҡ. Тик...
Бәләнең башы ниҙә? Ни өсөн кеше эскелеккә һабыша? Эскеселәрҙең киләсәген күҙаллауы ауыр түгел. Йә ҡотола, йә артабан түбән тәгәрәй. Тик нилектән башлана ул эскелек? Кем ғәйепле? Ни өсөн, мәҫәлән, Гөлнәзирәнең әсәһе араҡы ҡолона әүерелеп, тәүҙә өс балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне, ә артабан инде бәләкәсен дә юғалтты? Улай ғына ла түгел, ул бит ошо эскелек арҡаһында ниндәй оло ҡазаға юлыҡты! Аллам һаҡлаһын. Мин бөгөн эскелеккә булған ҡыҙыҡһыныуҙың орлоғо ҡайһы мәлдә һалынғанын, белгес булараҡ, аңлатып үткем килә.
Беҙ, йәғни психологтар һәм, әлбиттә, хөрмәтле наркологтар, беләбеҙ, кеше ни тиклем иртә тәмләп ҡарай иҫерткес эсемлектәрҙе, шул тиклем тиҙерәк эскегә һабышыуы мөмкин, сөнки организм үҫешеп тә етмәҫтән зарарлана башлай. Ә араҡы – ағыу. Әллә быны инҡар итеүсе булырмы? Мөмкин тим, сөнки бала саҡта тәмләп ҡарап, башҡа бер ҡасан да ауыҙына алмаған кешеләр бар. Әммә тәмләүселәрҙең туҡһан процентының киләсәген хатта йылдарға бүлеп әйтә алам. Тәүге өс-дүрт йыл кеше ҡунаҡтарҙа, байрамдарҙа “культурно” эсә. Артабанғы ике йылда уға сәбәп тә кәрәкмәй. Организм ысын мәғәнәһендә ағыулана һәм көн һайын үҙенең дозаһын таптыра башлай. Ошонан кешенең бөтә проблемалары башлана: ғаиләлә, эшендә, һаулығында. Ни бары биш йыл арауығында кеше шәхес булараҡ үҙен юғалта. Был – хәҡиҡәт. Ә бәләнең башы, һис шикһеҙ, үҙебеҙҙә!
Ата-әсә өлгөһөндә, йәғни иң беренсе ғаиләлә күрә бала эскелекте. Бәләкәй сағынан, башҡа хәтирәләр менән берлектә, уның иҫендә нимә ҡала? Бына өҫтәлгә йылтыр баш килеп ултырҙы, шуны ололар рюмкаларға ҡойоп эсә, көлә, йырлай, күңел аса. Баланың зиһенендә был эсемлек үтә лә һәйбәт тигән тәьҫир ҡалдыра, сөнки “әсәйемдәр ҡыуана, уларға күңелле, мине лә ошо хәлдә нығыраҡ һәм күберәк яраталар” тип уйлай ул. Үҫә килә бала һис шикһеҙ аңлай: нимә ул араҡы, һыра һәм башҡа төрлө спиртлы эсемлектәр.
Бөтә өлкәндәр бер төптән “Эскелек – хурлыҡ!” тип лаф ора. “Һәм ысынлап та, бәлки, был дөрөҫтөр, әммә мин бит иҫләйем, шуны эсеп алғас, кеше нисек үҙгәргәнен. Мин дә тик бер тапҡыр ғына...” тигән фекер үҫмергә тынғы бирмәй. Ә мейеһендә бала саҡтағы хәтирә бит юйылмаған! Ҡыҙыҡһыныу артамы? Әлбиттә! Тәмләп ҡарап, бөтә нескәлектәрен организмы аша үткәреп, башҡаса бер ҡасан да эсмәгән кешеләр бармы? Бар! Ә бына бер тапҡыр эскәндән һуң бәләкәй генә эскесегә әүерелгәндәр ҙә бар шул! Ни өсөн? Быуындан быуынға күсә алкоголизм, ошо турала беләһегеҙме? Ни өсөн ололарҙан “Иииий, бынан нимә көтмәк кәрәк, ата-әсәһе түгел, биш быуыны эсте, был да шулай инде” тигәнде ишетергә тура килә? Һуң яуап бик тә ябай: быуын һайын кеше организмының спиртлы эсемлектәргә тотороҡлолоғо кәмей.
Хроник алкоголизм – ул оҙайлы, прогрессив ауырыу, кешене үлемгә тиклем алып барып еткерә. Тағы ла эскелек – ул үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу процесы. Шуға күрә балаларығыҙ эсмәһен, итәғәтле, иманлы булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ шайтан һыуынан йыраҡ тороғоҙ. Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ.