Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ барыһына ла хаҡлымы?!
Күп кенә рекламалар “Һин быға хаҡлыһың”, “Иң яҡшы әйбер – һинең өсөн” тип яр һала. Ысынлап та, бер генә йәшәйбеҙ был яҡты донъяла, шуға күрә ниңә тормоштан ләззәт табып, хыялдарҙы йүгәнләп көн итмәҫкә? Бәхет өсөн тыуғанбыҙ бит был ергә! Ләкин ысынбарлыҡ был ынтылышҡа күкрәк киреп ҡаршы сыға ла баҫа. “Һин әлегә бер кем түгел был донъяла, ни өсөн теләгәнеңде алдыңа йәйеп һалып, рәхәтлектә йөҙҙөрөргә тейешмен һине? Кемлегеңде күрһәт тәү сиратта”, – ти ул бар булмышы менән. Эйе, бер нәмә лә еңел бирелмәй был тормошта. Барыһын да үҙебеҙ яулап, үҙебеҙ тау үренә артылырға тейешбеҙ. Кем нисек моратына ҡарай юл алыр – уныһы билдәһеҙ.


…Юғары уҡыу йортона кергәндәр һәр ваҡыт күтәренке күңелле, көслө ихтыярлы, хыялдарға тос кеүек күренә миңә. Студентмын тип тормай, аҡса етешмәүгә лә иғтибар бирмәй, гөрләтеп йәшәйҙәр, һәр урында өлгөрәләр кеүек. Улар ара­һында бүленеш тә асыҡ сағыла: кемдер башҡаларҙы алдан әйҙәп, тирә-йүндәгеләренә дәрт-дарман өҫтәп, тулы ҡанлы тормош алып бара. Ун­дай­ҙарҙан уҡытыусылар ғына түгел, дуҫтары, курсташтары, яҡындары “ҙур кеше” сығыр тип өмөт итә. Ә икен­селәр әллә ни күҙгә сағылып бармаҫ, беренселәрҙе “тамаша за­лы”­нан ғына күҙәтеүсән була. Дуҫ­тары ла, уҡытыусылары ла артыҡ иғтибар бирмәй ундайҙарға. Шулай, ике тәбиғәтле студенттар, тормоштоң бар яҡтарын күңелдәрендә сағылды­рып, ғүмерҙәренең был дәүерен иң күркәм осорға әүерелдерә.
Ә бына ҡулға диплом алғас, донъя­лар алмашынамы ни. Тап шул ваҡытта тормош тигәндәре үҙ балҡышында нисегерәк булғанын күрә кисәге студент. Үҙемдән генә сығып әйтәм: оло тормошҡа аяҡ ба­ҫыу, уның ҡанундарына өйрәнеп китеү бик ауыр, хатта ғазаплы ла. Өйрәнелгән дуҫтарыңдан айырыла­һың, күнеккән студент тормошоңдо башҡа ҡанундарға алмаштыраһың, эш табыу мәсьәләһе иһә тамам йөҙә­тә. Тап ошо ваҡытта күп кенә йәш белгестәрҙә һайлаған һөнәренә ҡара­та икеләнеү хисе тойола башлай.
Әле миҫалға килтергән ике төр сту­денттарҙы тормош яңынан төр­көм­дәргә бүлә: янып торғандарҙы һүндерә төшә, “тамашасы” ролендә­геләрҙе үрләтеп, эреләтеп ебәрә. Тормошҡа оло өмөт бағлағандарҙы яҙмыштың шулай еңел быҫҡытыуы бик аяныс, әлбиттә…
Бәлки, йәш белгестең шулай һү­релеүендә яҙмышты ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер? Сөнки бит быларҙың барыһын да халыҡ үҙе ҡора, йәмғиәт билдәләй. Түбән эш хаҡы, коллек­тив­тағы насар мөхит, көнкүреш шарт­тарының түбән булыуы йәштәрҙе албырғата түгелме? Аҡса еткерә алмағанлыҡтан бер-ике урында тир түгеү, әлбиттә, хеҙмәттә лә сағыла: йоҡо туймағанлыҡтан, ял етмәгәнлек­тән эштә төрлө хаталар килеп тыуа, хеҙмәт сифаты кәмей. Осон-осҡа ялғап йәшәү матди хәлдә генә түгел, рухи кимәлдә лә үҙен ныҡ һиҙҙерә. Күптәрҙең ваҡыты етмәгәнлектән яҡындарына иғтибары ла кәмей, шәхси тормошо яйға һалынмай. Ә бит был донъяла беҙ бер тапҡыр ғына! Шулай булғас, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә тейеш­беҙ түгелме?
Бала сағымда ғүмере буйы бер урында эшләгән кешеләргә һоҡлана торғайным. Үҫә төшкәс, был тойғо ғәжәпләнеү менән алмашынды. Хәҙер иһә ундайҙарға ҡарата күңе­лемдә йәлләү тойғоһо ла өҫтәлде, сөнки бар яҙмышын бер эшкә арна­ғандар нисәмә йылға бер тапҡыр ял итһә, ҡартайған көнөндә пенсияһына ҡайҙалыр барып ял итеү мөмкинле­генә лә эйә түгел. Ул аҡсаһы балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам булып ҡына ярап ҡала.
“Байлыҡта бәхет түгел”, “байлыҡ кеше күңелен аҙҙырыусы ғына”, – тиер күптәр. Әммә унан берәү ҙә баш тартмаҫ. Әгәр муллыҡ ысынында ла күңелде аҙҙырыусы икән, ни өсөн беҙ белгән мифтарҙа, леген­даларҙа Аллалар етеш, бай табын ҡора, алтын-көмөш менән зауыҡлан­ған һарайҙарҙа көн күрә? “Аҡса – бәхетте тормошҡа ашырыу­сы алтынсы элемент, унан башҡа тәүге бишәү мөмкин түгел”, тип тә әйтәләр бит.
Шулай итеп, етеш, матур йәшәү өсөн аҡса бик тә кәрәк. Тик ни өсөн­дөр мул тормош өсөн беҙ көноҙоно бил бөгөргә, бар ғүмеребеҙҙе хеҙ­мәткә арнарға тейешбеҙ. Эйе, күптәр маҡсатына өлгәшә, бына тигән йорттар һала, шәп автомобилдәрҙә елде­рә. Әммә уңыш сере һәр кемгә лә мәғлүм түгел. Бәғзеләргә уны аңлау, уға төшөнөү өсөн ғүмер буйы тир түгергә тура килә. Шуныһы йәл…
Ә реклама һаман үҙенекен тыҡый: “Һин барыһына ла хаҡлыһың!”



Автор: Рита ХӘСӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә