Беҙ барыһына ла хаҡлымы?!25.10.2016
Күп кенә рекламалар “Һин быға хаҡлыһың”, “Иң яҡшы әйбер – һинең өсөн” тип яр һала. Ысынлап та, бер генә йәшәйбеҙ был яҡты донъяла, шуға күрә ниңә тормоштан ләззәт табып, хыялдарҙы йүгәнләп көн итмәҫкә? Бәхет өсөн тыуғанбыҙ бит был ергә! Ләкин ысынбарлыҡ был ынтылышҡа күкрәк киреп ҡаршы сыға ла баҫа. “Һин әлегә бер кем түгел был донъяла, ни өсөн теләгәнеңде алдыңа йәйеп һалып, рәхәтлектә йөҙҙөрөргә тейешмен һине? Кемлегеңде күрһәт тәү сиратта”, – ти ул бар булмышы менән. Эйе, бер нәмә лә еңел бирелмәй был тормошта. Барыһын да үҙебеҙ яулап, үҙебеҙ тау үренә артылырға тейешбеҙ. Кем нисек моратына ҡарай юл алыр – уныһы билдәһеҙ.
…Юғары уҡыу йортона кергәндәр һәр ваҡыт күтәренке күңелле, көслө ихтыярлы, хыялдарға тос кеүек күренә миңә. Студентмын тип тормай, аҡса етешмәүгә лә иғтибар бирмәй, гөрләтеп йәшәйҙәр, һәр урында өлгөрәләр кеүек. Улар араһында бүленеш тә асыҡ сағыла: кемдер башҡаларҙы алдан әйҙәп, тирә-йүндәгеләренә дәрт-дарман өҫтәп, тулы ҡанлы тормош алып бара. Ундайҙарҙан уҡытыусылар ғына түгел, дуҫтары, курсташтары, яҡындары “ҙур кеше” сығыр тип өмөт итә. Ә икенселәр әллә ни күҙгә сағылып бармаҫ, беренселәрҙе “тамаша залы”нан ғына күҙәтеүсән була. Дуҫтары ла, уҡытыусылары ла артыҡ иғтибар бирмәй ундайҙарға. Шулай, ике тәбиғәтле студенттар, тормоштоң бар яҡтарын күңелдәрендә сағылдырып, ғүмерҙәренең был дәүерен иң күркәм осорға әүерелдерә.
Ә бына ҡулға диплом алғас, донъялар алмашынамы ни. Тап шул ваҡытта тормош тигәндәре үҙ балҡышында нисегерәк булғанын күрә кисәге студент. Үҙемдән генә сығып әйтәм: оло тормошҡа аяҡ баҫыу, уның ҡанундарына өйрәнеп китеү бик ауыр, хатта ғазаплы ла. Өйрәнелгән дуҫтарыңдан айырылаһың, күнеккән студент тормошоңдо башҡа ҡанундарға алмаштыраһың, эш табыу мәсьәләһе иһә тамам йөҙәтә. Тап ошо ваҡытта күп кенә йәш белгестәрҙә һайлаған һөнәренә ҡарата икеләнеү хисе тойола башлай.
Әле миҫалға килтергән ике төр студенттарҙы тормош яңынан төркөмдәргә бүлә: янып торғандарҙы һүндерә төшә, “тамашасы” ролендәгеләрҙе үрләтеп, эреләтеп ебәрә. Тормошҡа оло өмөт бағлағандарҙы яҙмыштың шулай еңел быҫҡытыуы бик аяныс, әлбиттә…
Бәлки, йәш белгестең шулай һүрелеүендә яҙмышты ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер? Сөнки бит быларҙың барыһын да халыҡ үҙе ҡора, йәмғиәт билдәләй. Түбән эш хаҡы, коллективтағы насар мөхит, көнкүреш шарттарының түбән булыуы йәштәрҙе албырғата түгелме? Аҡса еткерә алмағанлыҡтан бер-ике урында тир түгеү, әлбиттә, хеҙмәттә лә сағыла: йоҡо туймағанлыҡтан, ял етмәгәнлектән эштә төрлө хаталар килеп тыуа, хеҙмәт сифаты кәмей. Осон-осҡа ялғап йәшәү матди хәлдә генә түгел, рухи кимәлдә лә үҙен ныҡ һиҙҙерә. Күптәрҙең ваҡыты етмәгәнлектән яҡындарына иғтибары ла кәмей, шәхси тормошо яйға һалынмай. Ә бит был донъяла беҙ бер тапҡыр ғына! Шулай булғас, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә тейешбеҙ түгелме?
Бала сағымда ғүмере буйы бер урында эшләгән кешеләргә һоҡлана торғайным. Үҫә төшкәс, был тойғо ғәжәпләнеү менән алмашынды. Хәҙер иһә ундайҙарға ҡарата күңелемдә йәлләү тойғоһо ла өҫтәлде, сөнки бар яҙмышын бер эшкә арнағандар нисәмә йылға бер тапҡыр ял итһә, ҡартайған көнөндә пенсияһына ҡайҙалыр барып ял итеү мөмкинлегенә лә эйә түгел. Ул аҡсаһы балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам булып ҡына ярап ҡала.
“Байлыҡта бәхет түгел”, “байлыҡ кеше күңелен аҙҙырыусы ғына”, – тиер күптәр. Әммә унан берәү ҙә баш тартмаҫ. Әгәр муллыҡ ысынында ла күңелде аҙҙырыусы икән, ни өсөн беҙ белгән мифтарҙа, легендаларҙа Аллалар етеш, бай табын ҡора, алтын-көмөш менән зауыҡланған һарайҙарҙа көн күрә? “Аҡса – бәхетте тормошҡа ашырыусы алтынсы элемент, унан башҡа тәүге бишәү мөмкин түгел”, тип тә әйтәләр бит.
Шулай итеп, етеш, матур йәшәү өсөн аҡса бик тә кәрәк. Тик ни өсөндөр мул тормош өсөн беҙ көноҙоно бил бөгөргә, бар ғүмеребеҙҙе хеҙмәткә арнарға тейешбеҙ. Эйе, күптәр маҡсатына өлгәшә, бына тигән йорттар һала, шәп автомобилдәрҙә елдерә. Әммә уңыш сере һәр кемгә лә мәғлүм түгел. Бәғзеләргә уны аңлау, уға төшөнөү өсөн ғүмер буйы тир түгергә тура килә. Шуныһы йәл…
Ә реклама һаман үҙенекен тыҡый: “Һин барыһына ла хаҡлыһың!”