Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфө урамындағы “вәлиев йорто”
Өфө урамындағы “вәлиев йорто” Ошо көҙҙә Силәбе ҡалаһының тарихи ҡомартҡыларының береһе – сауҙагәр Мөхәмәтхан Вәлиевтең Сауҙа йортона 105 йыл тула. Халыҡ был бинаны “Вәлиев йорто” тип атарға күнеккән. Ул XX быуат архитектура ҡомартҡыһы һанала. Ҡаланың башҡа биналары менән сағыштырғанда, ҙурлығы һәм үҙенсәлекле төҙөлөшө менән башҡаларҙан айырылып тора.
Бина 1911 йылдың октябрендә тантаналы рәүештә асыла. Йорт электр утына тоташтырыла, һыу үткәргес, йылытыу системаһы эшләнә. Магазин, буфет, фотосалон булдырыла, башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә.

Өфө урамындағы “вәлиев йорто”Силәбе ҡалаһы йылдам үҫешә баш­лағас, беренсе гильдия башҡорт сауҙагәре, тире эшкәртеү заводтары һәм магазиндар хужаһы Мөхәмәтхан Вәлиев Троицк ҡалаһынан бында күсеп килә. Ул бай һәм шул уҡ ваҡытта йомарт кеше булып дан ҡаҙана. Хәйриә ойошмаһы идаралығына инә, дауаханалар, мәктәптәр, мәҙрәсәләр төҙөүгә аҡсаһын йәлләмәй.
Мөхәмәтхан Фазылхан улы сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Заманында атаһы ғаиләһе менән Троицк ҡалаһына күсергә ҡарар итә. Бында кибеттәр тота, тире эшкәртеү заводы аса. Атаһының вафатынан һуң Мөхәмәтхан уның эшен дауам итә. Алдынғы ҡарашлы сауҙагәр сит ил етештереүселәре менән бәйләнеш булдыра, Англиянан тегеү фирмаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Вәлиевтең йорто ҡаланың үҙәгендә, Өфө урамында, төҙөлә. XX быуат башында бында башҡорт сауҙагәрҙәре йәшәгән, уларҙың сауҙа кварталы урынлашҡан.
Ошо йорттоң асылыуы Силәбе тарихында сағыу ваҡиға була. 1911 йыл ҡала өсөн ауыр ваҡытҡа тура килә: аслыҡ йонсота. Шуға ла сауҙагәр был көндә төшкө аш мәжлесенән баш тарта һәм ошо аҡсаны хәйер итеп таратыуҙы хуп күрә. Аҡсалата ярҙамды мосолман училищеларына, ярлы йәһүдтәргә ярҙам ойошмаһына, Силәбе ҡалаһы халҡына аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү комитетына ебәргәндәр.
Йортҡа нигеҙ һалған мәлдә бай сауҙагәрҙәр, бәхеткә юрап, бетонға алтын-көмөш аҡса һәм биҙәүес әйберҙәр ырғыта. Әммә изге ниәттән эшләнгән был йола, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәлиевтәргә бәхет килтермәй. Революция алдынан Мөхәмәтхан Фазылхан улының ике ҡустыһы сит илгә ҡасып өлгөрә, үҙе иһә ғаиләһе менән Себер тарафтарында төпләнә.
Сауҙагәр үҙ эшенең уңышын ғына ҡайғыртмай, ҡалала йәшәгән халыҡтың рухи үҫешенә лә йоғонто яһай. Йортонда төрлө саралар үткәрә, сит ил ҡунаҡтары саҡырып, силәбеләрҙе улар менән таныштыра. Уҡыу йорттары студенттарына ярҙам һәм ярлылар өсөн ашханалар төҙөтөү өсөн төрлө хәйриә акциялары ла ойоштора. Шул осорҙағы Вәлиев йортоноң фотолары бөтөн донъяға билдәле була.
Вәлиевтең йорто ул замандағы билдәле архитектор Александр Федоров тарафынан проектлана, заманса технологиялар һәм техника ҡулланыла. Ҡалалағы бөтөн магазиндарҙан айырмалы, Вәлиевтеке иң шәп йыһазландырылған була. Йорттоң подвалында электр станцияһы урынлаштырыла. Ул йортто ла, магазиндың витриналарын да яҡтыртып тороу көсөнә эйә була. Магазин өсөн йыһаздарҙы иһә Германия һәм Англиянан алып ҡайталар. Вәлиевтең йорто оҙаҡ йылдар ҡалалағы иң матур биналарҙың береһе булып дан тота.
Был тарихи ҡомартҡының беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ килеп етеүен мөғжизәгә тиңләргә була. Революциянан һуң бинаның яҙмышы ҡатмарлы була, шулай ҙа, бәхеткә күрә, уға ҡул тейҙермәйҙәр.
Вәлиевтең магазинына әйбер һатып алыу өсөн генә килмәгәндәр, бында рәхәтләнеп ваҡыт үткәрергә лә мөмкинлек булған. Телефондан һөйләшеү пункты, буфет эшләгән, йыш ҡына билдәле артистарҙың сығышы ойошторолған.
Сауҙа йортонда тауар төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашҡан: алтын һәм көмөш әйберҙәр, Ырымбур шәлдәре, туҡымалар, кейем-һалым, уйынсыҡтар, музыка ҡорал­дары, һауыт-һаба, көнсығыш балаҫтары һәм башҡаһы һатылған. Сәйханала башҡорт милли ризыҡтары тәҡдим ителгән, башҡорт балы менән сауҙа ойошторолған. Тауарҙарҙың сифатлы булыуы, хеҙмәтлән­дереү кимәленең юғарылығы шунда уҡ магазинды башҡаларҙан бер нисә башҡа юғарыраҡҡа күтәрә. Асылыуының тәүге көнөнән үк Вәлиевтең клиенттары башлыса сауҙагәрҙәр була. Бынан тыш, билдәле сәйәсмәндәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә унда юлды һыуытмаған.
Силәбе ҡалаһы аҡ чехтар һәм аҡтар тарафынан баҫып алынғас, сауҙагәрҙең йортона адмирал Александр Колчак, Баш­ҡорт Хөкүмәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди килеп китә. Башҡорт Хөкүмәте вәкилдәре Вәлиевтең йортонан алыҫыраҡ, икенсе башҡорт сауҙагәре Шакир Әхмәтов­тың йортонда туҡтай. Әле был урында Прокофьев исемендәге Силәбе концерт залы урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сауҙагәрҙең магазины янып юҡҡа сыҡҡан.
Вәлиевтәр Башҡорт Хөкүмәтенә аҡсалата ҙур ярҙам күрһәтә. Айырыуса 1918 йылдың йәйендә өлкәлә нәшер ителә башлаған “Башҡорт” гәзитенең беренсе һанын сығарыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Уның беренсе мөхәррире шағир, журналист, ғалим Абдулҡадир Инан була.
Революциянан һуң, башҡа туғанда­рынан айырмалы, Мөхәмәтхан Вәлиев ғаиләһе менән Рәсәйҙән сығып китеп өлгөрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, репрессия елдәре уға ҡағылмай үтеп китә. Улы Әхмәттең хәтирәләренә күҙ һалһаң, ошондай мәғлүмәткә юлығаһың: ғаилә Иркутск ҡалаһында төпләнә. 1922 йылда Мөхә­мәтхан Вәлиевте һорау алыуға саҡыралар. Феликс Дзержинский уның менән үҙе аралаша, тупланған аҡсаһын һәм алтынды тапшырыуҙы талап итә. Вәлиев аҡсаны 1917 йылда Дәүләт банкына тапшырыуын белдерә. Дзержинский бының ысынмы-юҡмы икәнен ниндәйҙер исемлектән ҡарап тикшерә. Икенсе һорау иһә Колчакка бүләк ителгән йылҡы малы тураһында була. Был атты ҡаланың бөтөн сауҙагәрҙәре 600 һумдан йыйылышып, Колчакка бүләк итеүҙәре тураһында әйткәс, Дзержинский: “Ә һеҙ ниңә ул аҡсаны бирҙегеҙ?” – тип һорай. “Минең урында булһағыҙ, һеҙ ни эшләр инегеҙ?”– тип яуаплай сауҙагәр. Ошонан һуң Вәлиевте башҡаса саҡырт­майҙар.
Сауҙагәрҙең нәҫел ебе өҙөлмәй, уның тоҡомдары Өфө, Арғаяш райондарында йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә