Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңған ҡулда бәрәкәт
Уңған ҡулда бәрәкәт Быйыл һауа торошо тотороҡһоҙ булды. Йәй башында ямғыр яуып аптыратты, һуңынан сыҙап торғоһоҙ эҫе торҙо. Унан тағы күктең төбө тишелде шикелле. Ошондай шарттарҙа уңғандарыбыҙ ниндәй уңыш алды икән?

Әлфиә АБДРАХМАНОВА, Салауат районы:
– Өй эргәһендәге баҡсала әҙләп булһа ла барыһын да ултыртырға тырышам. Ҡыяр, помидор бик уңды. Ә бына кишер, сөгөлдөр башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙ булды. Иң ҡыҙығы – орлоҡто гел бер үк магазиндан, бер үк етеште­реү­сенекен алам. Балалар еләк-емеш ашап ҡыуан­ды. Еләк, сейә, слива күп ине. Бары­һынан да етәрлек ҡай­натма, компот әҙерләнек. Иң ҡыуан­дыр­ғаны – картуф. Үҙе­беҙгә лә, һатыуға ла етәсәк. Ямғырҙар башланғансы йыйып та өлгөрҙөк.

Сәлимә ДАУЫТОВА, Өфө районы:
– Кем нисектер, мин баҡ­саны өҫтәмә килем булһын өсөн тотам. Шишмә районында атайымдың нигеҙенә баҡса өйө һалдыҡ та шунда күпләп алма­ғас, башҡа емеш ҡыуаҡтары ултырттыҡ. Быйыл кешенең алмаһы булманы, беҙҙеке иһә ишелеп уңды. Йәйҙән күпләп һаттыҡ. Сортына ҡарап бер биҙрәһе 100 – 300 һумға үтте. Ҡурай еләген ун меңлек һатҡанбыҙ.

Сәүиә ИШБУЛАТОВА, Благовар районы:
– 40 сутый ерем бар. Күршеләремдең ҡайһы берәү­ҙәре шуның яртыһын картуф­лыҡ итә лә ҡалғанында бесән саба. Мин иһә ерҙең һәр сантиметрынан уңыш алырға тырышам. Картуфты аҙ сәсәм, балаларға һәм үҙемә ҡышҡа етерлек кенә. Ә бына һарым­һаҡ, сөгөлдөр, кишер түтәл­дәре ҙур була. Көҙөн улым менән йәрминкәләргә сығып һатабыҙ. Һарымһаҡтың килоһы 200 һумдан кәм түгел. Кишер – 35, сөгөлдөр 25 һумға үтә. Күпме уңыш алып, нисә һумға һатҡанымды әйтеп тормайым инде, күҙ тейҙереп ҡуйырмын. Шулай ҙа пенсияға ярайһы уҡ өҫтәмә. Йыл һәйбәт килде, булғанына шөкөр тибеҙ.

Эльвира ЛУТОВА, Белорет ҡалаһы:
– Тырышһаң, барыһын да эшләргә була. Быйыл шуны иҫбатланым да инде. Ниһайәт, ерле булдыҡ. Теплица ҡуйҙыҡ. Помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡабаҡ, сәскә үҫентеләрен һатып ки­нәндем. Теплицала үҫкәс, һауа торошо уларға әллә ни йоғонто яһамай. Шулай ҙа туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында помидор, картуф сереп йонсотто. Ғөмүмән, йылды насар тип әйтеп булмай. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, уңышты мул алдыҡ. Йөҙгә яҡын банка компот яптым, салаттар эшлә­нем. Балаларҙы ҡыуандырып, баҙҙы тултырҙыҡ.

Булат ҒӘЛИЕВ, Ғафури районы:

– Йыл бәрәкәтле килде. Ямғырҙан әллә ни зыян күр­мәнек. Барыһынан да уңыш алдыҡ. Айырыуса баҡса еләге шәп булды. Уны хатта һатып та кинәндек әле. Бынан ике йыл элек почта аша “ремонтант” сортын яҙҙырып алғай­ныҡ. Ҡатыным еләктең мы­йыҡтарын күсереп ултыртты ла һатыуға сығарҙы. Бер мыйыҡтың хаҡы 100 һум булды! Шаҡ ҡаттыҡ. Быйыл баҡ­санан килгән аҡсаға теплица алып ултырттыҡ. Икенсе йыл эште әүҙемләштереп ебәр­мәксебеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә