Быйыл һауа торошо тотороҡһоҙ булды. Йәй башында ямғыр яуып аптыратты, һуңынан сыҙап торғоһоҙ эҫе торҙо. Унан тағы күктең төбө тишелде шикелле. Ошондай шарттарҙа уңғандарыбыҙ ниндәй уңыш алды икән?Әлфиә АБДРАХМАНОВА, Салауат районы:– Өй эргәһендәге баҡсала әҙләп булһа ла барыһын да ултыртырға тырышам. Ҡыяр, помидор бик уңды. Ә бына кишер, сөгөлдөр башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙ булды. Иң ҡыҙығы – орлоҡто гел бер үк магазиндан, бер үк етештереүсенекен алам. Балалар еләк-емеш ашап ҡыуанды. Еләк, сейә, слива күп ине. Барыһынан да етәрлек ҡайнатма, компот әҙерләнек. Иң ҡыуандырғаны – картуф. Үҙебеҙгә лә, һатыуға ла етәсәк. Ямғырҙар башланғансы йыйып та өлгөрҙөк.
Сәлимә ДАУЫТОВА, Өфө районы:– Кем нисектер, мин баҡсаны өҫтәмә килем булһын өсөн тотам. Шишмә районында атайымдың нигеҙенә баҡса өйө һалдыҡ та шунда күпләп алмағас, башҡа емеш ҡыуаҡтары ултырттыҡ. Быйыл кешенең алмаһы булманы, беҙҙеке иһә ишелеп уңды. Йәйҙән күпләп һаттыҡ. Сортына ҡарап бер биҙрәһе 100 – 300 һумға үтте. Ҡурай еләген ун меңлек һатҡанбыҙ.
Сәүиә ИШБУЛАТОВА, Благовар районы:– 40 сутый ерем бар. Күршеләремдең ҡайһы берәүҙәре шуның яртыһын картуфлыҡ итә лә ҡалғанында бесән саба. Мин иһә ерҙең һәр сантиметрынан уңыш алырға тырышам. Картуфты аҙ сәсәм, балаларға һәм үҙемә ҡышҡа етерлек кенә. Ә бына һарымһаҡ, сөгөлдөр, кишер түтәлдәре ҙур була. Көҙөн улым менән йәрминкәләргә сығып һатабыҙ. Һарымһаҡтың килоһы 200 һумдан кәм түгел. Кишер – 35, сөгөлдөр 25 һумға үтә. Күпме уңыш алып, нисә һумға һатҡанымды әйтеп тормайым инде, күҙ тейҙереп ҡуйырмын. Шулай ҙа пенсияға ярайһы уҡ өҫтәмә. Йыл һәйбәт килде, булғанына шөкөр тибеҙ.
Эльвира ЛУТОВА, Белорет ҡалаһы:– Тырышһаң, барыһын да эшләргә була. Быйыл шуны иҫбатланым да инде. Ниһайәт, ерле булдыҡ. Теплица ҡуйҙыҡ. Помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡабаҡ, сәскә үҫентеләрен һатып кинәндем. Теплицала үҫкәс, һауа торошо уларға әллә ни йоғонто яһамай. Шулай ҙа туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында помидор, картуф сереп йонсотто. Ғөмүмән, йылды насар тип әйтеп булмай. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, уңышты мул алдыҡ. Йөҙгә яҡын банка компот яптым, салаттар эшләнем. Балаларҙы ҡыуандырып, баҙҙы тултырҙыҡ.
Булат ҒӘЛИЕВ, Ғафури районы:– Йыл бәрәкәтле килде. Ямғырҙан әллә ни зыян күрмәнек. Барыһынан да уңыш алдыҡ. Айырыуса баҡса еләге шәп булды. Уны хатта һатып та кинәндек әле. Бынан ике йыл элек почта аша “ремонтант” сортын яҙҙырып алғайныҡ. Ҡатыным еләктең мыйыҡтарын күсереп ултыртты ла һатыуға сығарҙы. Бер мыйыҡтың хаҡы 100 һум булды! Шаҡ ҡаттыҡ. Быйыл баҡсанан килгән аҡсаға теплица алып ултырттыҡ. Икенсе йыл эште әүҙемләштереп ебәрмәксебеҙ.