Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Картуф, картуф, һин ҡайҙан?
Картуф, картуф,  һин ҡайҙан? Картуфтың тыуған ере Көньяҡ һәм Урта Америка илдәре иҫәпләнә. Нәҡ ошонда уның бөгөн дә ҡырағай, үҙенсәлекле төрҙәре үҫә, нәҡ ошонда бынан һигеҙ мең йыл элек һинд ҡәбиләләре уны культуралы үҫемлек булараҡ файҙалана башлаған.


Испандар өсөн
тәмле тәғәм


Европаға картуфты ХVI быуатта бөйөк географик асыштар заманында килтерәләр. Мәҫәлән, Кастильянос фамилиялы испан кешеһе, 1536 йылдағы экспедицияла ҡатнашып, яңы төр үҫем­лектең төҫөн, тәмен һүрәтләп, былай тип яҙа: “Һиндтарға – бүләк, испандар өсөн тәмле тәғәм”. Икенсе экспедицияла ҡатнашҡан Сиэс де Лэон картуф менән 1538 йылда Перуҙа таныша, 1553 йылда баҫылған китабында яҙып сыға. Вильдивий иһә 1551 йылда, алда телгә алған китап баҫылғансы уҡ, император Карл Бишенсегә испан­дарға билдәле булмаған культура­ның Чилиҙа үҫеүе тураһында еткерә.
1565 йылда картуфты тәү тапҡыр Испанияға күпләп алып ҡайтһалар, тағы һигеҙ йылдан инде уны ауырыуҙар өсөн махсус алдыра башлайҙар. Ә бына инглиздәр “ер алмаһы” менән испандар аша танышмай: 1578 йылда адмирал Дрейк Чили эргәһен­дәге утрауҙа булып, унда картуф үҫтерелгән майҙансыҡтарға тап була. Уның аборигендарҙың төп ризығы икәнен билдәләй. Үҙе Англияға 1586 йылда тәүге партия тамыраҙыҡ алып ҡайта.
Шулай итеп, Испания менән Англияға тәүләп картуф ХVI бы­уаттың икенсе яртыһында килте­релгән тип иҫәпләнә. Һуңынан инде ул ХVII быуат буйы барлыҡ Европаға таратыла. Тәүҙә төрлө илдәрҙә аптека баҡсаларында дарыу өсөн үҫтерелә, яйлап шәхси баҡсаларға, крәҫтиән баҫыуҙа­рына күсә башлай. Бөгөн күп халыҡтар уны “икенсе икмәк”кә тиңләй. Әйтергә кәрәк, һис тә урынһыҙ түгел.


Рәсәйҙә...

Беҙгә картуф Көнбайыш Европа илдәрендә үҫтерелә башлағандан һуң 100 йыл үткәс килеп эләгә. Ә инде ХVIII быуат урталарына ныҡлап индерелә. Башҡа илдәргә ҡарағанда, беҙҙә ул шунда уҡ аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Европала тәүҙә дарыу урынына файҙа­ланалар, табиптар картуф һутын С витамины өсөн эсергә ҡушҡан.
Рәсәйгә яңы тамыраҙыҡ тәүҙә Польша һәм Латвиянан килә. Унда 1676 – 1678 йылдарҙан үҫтере­леүе билдәле. Күҙаллауҙарынса, Варшавалағы король хужалығы­нан Көнбайыш Украина, Белоруссия һәм Латвияға эләккән, һуңға­раҡ – Киев губернаһына. Был турала 1764 йылда тәүге тапҡыр архив документтарында телгә алына.
Рәсәйҙең ул саҡтағы ирекле иҡтисад йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Петр I яҡынса 1697 – 1698 йылдарҙа Голландиянан фельдмаршал Б.П. Шереметьевҡа бер тоҡ картуф ебәргән. Уның 1736 йылда Петербург эргәһен­дәге аптека баҡсаһында күпләп үҫтерелеүе билдәле. 1741 йылда иһә нәзә­кәтле ризыҡ булараҡ юғары дәрәжәләге банкеттарҙа биргәндәр. Рус армияһы 1756 – 1763 йылдарҙағы ете йыллыҡ һуғышта Пруссияла картуф менән таныша, ҡуллана башлай. Рәсәйгә лә улар күпләп алып ҡайта.
1765 йылдың 19 ғинуарында Сенаттың махсус Указы сыға. Медицина коллегияһы, йыш ҡабат­ланып торған аслыҡтан халыҡты һаҡлау маҡсатында, “ер алмалары”н һәр губернала үҫтерергә тәҡдим итә. Сенат медицина кол­легияһына картуф һатып алып, урындарға таратыуҙы бурыс итеп ҡуя, аҡса бүлә. Орлоҡто Петербургтан, Кронштадттағы Англия караптарынан, Пруссиянан алалар. Ошо уҡ йылдың яҙына Выборг, Новгород, Петербург, Әстр­хан губерналарына сәсергә оҙа­талар. Шунда уҡ ике “Нас­тав­ление” баҫыла: беренсеһе – үҫ­тереү буйынса агротехник ҡуллан­ма, икенсеһе – тамыраҙыҡты һаҡ­лау һәм күсереп йөрөтөү. Ике ҡағиҙә лә яңы йәшелсә үҫтереүҙә тәүге баҫма хеҙмәт һанала. Көҙөн иһә тағы ла һатып алыуҙы ойошторалар, ләкин эш һалҡын осорға ҡала һәм орлоҡтоң күпселек өлөшө туңып әрәм була.
1765 йылда таратылып үҫте­релгән картуфтан мул уңыш алыу­сылар ҙа була. Мәҫәлән, Новгородтан бер баҡсасы 45 килограмм орлоҡ сәсеп, 3 740 кило ҡаҙып ала. Был турала “Петербургские ведомости” 1766 йылдың 10 фев­ралендә яҙып сыға. Баҡһаң, теге кеше һәр бүлбене уртаға ярып сәскән икән.
ХVIII быуат аҙағына картуф баҡсаларҙан бер-ике дисәтинәлек баҫыуҙарға күсерелә башлай. Ул саҡта Рәсәйҙә күпләп шалҡан үҫтергән булалар. “Ер алмаһы” уны уҙып китеп, киләһе йылдарҙа ла халыҡтың яҡлауын таба.
ХIХ быуаттың 30– 40-сы йылдарында, Николай I ваҡытында, был культура бөтөн Рәсәй буйынса таратыла. Ҡабатланып торған аслыҡты булдырмау маҡсатында илдең һәр төбәгендә үҫтереп, орлоҡҡа таратырға кәрәклеге тураһында батша тарафынан өс ҡарарға ҡул ҡуйыла. Тәүгеһендә “Ҡаҙна крәҫтиәндәре ерҙәрендә Рәсәй буйынса таратыр өсөн картуф үҫтерергә” тиелә. Икенсеһе яңы төр йәшелсәне етештереү буйынса күрһәтмә баҫ­тырыуҙан ғибәрәт булһа, өсөнсөһө – уңышҡа өлгәш­кән хужаларҙы дәртләндереү.
Әйтергә кәрәк, бөтәһе лә ҡушҡуллап риза булып эшкә тотонмай. Киреһенсә, илдең ун бер губернаһында крәҫтиән болалары башлана. Ул тарихҡа “Картуф бунты” булараҡ инеп ҡала. Ләкин баш күтәреүселәр Батша ҡарарының тәүге өлөшөн дөрөҫ аңламай. Улар картуфҡа, уны үҫтереүгә ҡаршы булмай. Тик үҙ ерҙәрендә, йәмәғәт башланғысында үҫте­реү­ҙе үҙҙәрен крепостнойлыҡҡа күсе­реү тип иҫәпләйҙәр. Боларыш шул тиклем көс ала, хатта хөкүмәт уны баҫтырыуға армия ҡуллана. 1844 йылдағы Батша Указы ҡаҙна крәҫтиәндәре ерендә мотлаҡ картуф үҫтереүҙе тыя, шулай уҡ уң­ған­дарға аҡсалата дәртләнде­реүҙе лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фитофтороз ауырыуы яңы башланғысҡа аяҡ сала. Рәсәйҙә селекция менән шөғөлләнмәү үҙенекен итә – орлоҡто сит илдәрҙән генә һатып алырға мәжбүр булалар. Рәсәй картуфын таратыуға, яңы сорттар сығарыуға Е.А. Грачев атлы Петербург баҡсасыһы күп көс һала. Иң тәүҙә ул сит ил сорттарын беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡ­лаштыра. Шулай уҡ “ранняя роза”, “император Рихтер” һымаҡ киң таралған сорттарҙы ерләштерә. Төрлө сорттарҙың ыңғай яғын һәм кәмселектәрен күрһәтеп каталог төҙөй. Шулай уҡ ҡайһы сорттың кем, ниндәй фирма тарафынан барлыҡҡа килтереүе тураһында ла мәғлүмәт бирә.
Грачев үҙе йөҙҙән ашыу яңы сорт барлыҡҡа килтерә. Вена, Брюссель, Кельн, Париж һәм сит илдәрҙең башҡа ҡалаларында үткән ауыл хужалығы күргәҙмәлә­рендә ҡатнаша. Барлығы 60 миҙал менән бүләкләнә. Шуларҙың 10-ы алтын булһа, 40-ы – көмөш, 10-ы – бронза.
1890 йылда үткән Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә Грачевтың 250 картуф сорты ҡуйыла. Ғаилә тәжрибә баҫыуында үҫкән орлоҡ Беренсе донъя һуғышына тиклем ил бу­йын­са һатыла. Һуңынан картуф селекцияһын Н.Я. Никитинский алып бара. Ул Грачевтың ҡыҙынан барлыҡ сорттарҙы һатып алып, Рязань губернаһында үҫтерә башлай. Сит илдәрҙән дә күпләп яңы сорттар килтертә. Никитинскийҙың коллекцияһында 400 сорт үҫтере­лә! Костино хужалығы илдә бер­ҙән-бер ҙур орлоҡсолоҡ хужалығы иҫәпләнә.
1912 йылда Никитинский вафат була. Уның эшен ҡатыны дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, революциянан һуң Костино усадьбаһы тарҡала, дәүләт тарафынан яҡлау булмағас, орлоҡсолоҡ эше лә түбәнгә тәгәрәй. Тик 1920 йылда Коренев картуф хужалығы ойош­торолғас ҡына, уның директоры А.Г. Лорх Костинолағы Никитинский орлоҡтарының бер өлөшөн яңы урынға күсерә. 1930 йылға инде үҙебеҙҙең совет сорттарынан яңыса “лорх” һәм “кореневский” сорттары барлыҡҡа килә.
Хәҙерге ваҡытта яңынан-яңы сорттар сығарыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты, төбәк институттары уңышлы эшләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873