Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Америкаға “урыҫ боттары” нимәгә?
АҠШ-тың Федераль тикшереүҙәр бюроһы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары американдарҙың сер итеп һаҡланған күп кенә мәғлүмәттәре WikiLeaks сайтына барып эләгеүен “урыҫ шымсыларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе” тип атай. Рәсәйҙә иһә, ғәҙәттәгесә, бындай нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә әллә ни иғтибар бирмәҫкә тырышалар.


Президентлыҡҡа кандидат Хиллари Клинтондың һайлау алды штабы етәксеһе Джон Подеста яңыраҡ, шәхси электрон почтаһындағы ҡайһы бер хаттар Интернет селтәре буйлап тарала башлағас, Федераль тикшереүҙәр бю­роһы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Улары үҙ сиратында “Демократик партия” ағзаларының серле яҙмаларын урлау факты буйынса тикшереү барыуын белдергән. Шул саҡ, йәнәһе, кемеһелер был шаршауҙың аҫтынан “урыҫ боттары һерәйеп тороуын” әйтеп ысҡындырған.
Джон Подеста электрон йәшнигендәге мәғлүмәттәрҙең донъя киңлегенә сыға­рылыуын һис тә осраҡлы түгел тип һанай. Был ваҡиғанан аҙ ғына алдараҡ ул “Республика партияһы” башлығы Дональд Трампты фашлау маҡсатында 2005 йылдағы аудиояҙманы халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иткән булған. Әле ил президенты вазифаһына ынтылған сәйәсмән ун бер йыл элек, баҡһаң, ҡатын-ҡыҙ тураһында бик йәмһеҙ һүҙҙәр әйткән, минең һымаҡ билдәле кешегә теләһә ҡайһы сибәркәйҙе ризалығын һорап тормайынса түшәккә һалыу бер ни тормай, тип маҡтанған. “Демократик партия”ның уғы тиҙ үк сәпкә тейгән: Трамптың кандидатураһын яҡлауҙан абруйлы сәйәсмәндәрҙең байтағы, шул иҫәптән АҠШ парламентының түбәнге палатаһы спикеры Пол Райан баш тартҡан. “Трамптың кәңәшсеһе Роджер Стоун шул мәлдә миңә бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, башыңа бәлә генә алдың, тип янағайны. Моғайын, шәхси яҙмаларымдың урланып, Интернетҡа ҡуйылырын күҙ уңында тотҡан ул”, – ти Джон Подеста. Уның фекеренсә, Америка демократтарына ҡон ҡайтарыу өсөн мөмкинлек ҙур: тиҙҙән Дональд Трамптың һайлау алды штабы менән WikiLeaks сайты хужаһы Джулиан Ассанж араһындағы бәйләнештәр, Рәсәй разведкаһының ярҙамы тураһында дәлилләнгән мәғлүмәттәр донъя күрәсәк.
Хиллари Клинтондың һайлау алды штабы етәксеһе һаҡларға тырышҡан серҙәр ярайһы уҡ мөһим булған шул. WikiLeaks сайтына барып эләккән хат­тарҙан күренеүенсә, элекке дәүләт секретары президент ҡәнәфиенә табан юлда бер төрлө уйларға, икенсе төрлө һөйләргә мәжбүр. “Минең ысын ҡараш­тарыма һайлаусылар әлегә әҙер түгел”, – тигән Хиллари ханым. Шулай уҡ ғаилә ағзаларының финанс эшмәкәрлеге тирәләй низағтар ҡалҡып сыҡҡан: Билл менән Хиллариҙың ҡыҙы Челси “Клинтондар фонды” башлығы Даг Бэндты аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләгән.
Әйткәндәй, АҠШ сәйәсмәндәре, шул иҫәптән Барак Обама менән Хиллари Клинтон да, электән үк Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәрен бик оҙон ҡуллы итеп күрә һәм “Демократик партия” лидерҙарының электрон йәшниктәренә тығылыуҙы уларҙың ғына эше тип атай. Беҙҙекеләр Дональд Трампты яҡларға, президент булыу өсөн көрәштә уның еңеүен тәьмин итергә маташа, имеш. “Республика партияһы” лидеры иһә – үҙе аптырашта. “Был урлашыуҙарҙың нисек барғанын беребеҙ ҙә белмәй. Бәлки, Ҡытай ғәйеплелер?.. Бәлки, бер ниндәй ҙә хакерҙар һөжүме булмағандыр әле”, – ти ул.
Мәскәү, алдан әйтеүебеҙсә, Америка сәйәсмәндәре түккән күҙ йәштәренә ышанмай. Рәсәй Президентының мат­буғат секретары Дмитрий Песков әлеге ғәйепләүҙәрҙе “башҡа һыймаҫлыҡ һәм бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән” тип баһа­лаған. Ә Владимир Путиндың фекере анығыраҡ: “АҠШ халҡының иғтибарын хакерҙар ҡаҙып сығарған мәғлүмәттәрҙән ситкәрәк йүнәлтеү маҡсатында юрый ығы-зығы тыуҙыралар. Ижтимағи аң менән уйнау инде. Ниңәлер был турала бер кем дә өндәшмәй. Барыһы ла мәғлүмәттәрҙе кем урлағанын ғына белергә теләй. Уныһы шулай уҡ мөһим­ме ни?” Ысынлап та, компроматтар табылыуында сәйәсмәндәр үҙҙәре генә ғәйепле бит. Әгәр бәйләнерлек нәмә булмаһа, кем уларға ҡаршы этлек ҡыла алһын? Халыҡ әйтмешләй, намыҫыңды йәштән һаҡларға кәрәк.
“Тышҡы сәйәсәт” агентлығы етәксеһе Андрей Сушенцов белдереүенсә, Рәсәйҙең АҠШ-тағы һайлау алды кампанияһына ҡыҫылыу ихтималлығы бик аҙ. “Илебеҙҙең Хәүефһеҙлек советында Дональд Трампты хакерҙар һөжүме ойоштороу ысулы менән яҡлау тураһында ҡарар сығарыуҙарын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин – юҡ. Бының өсөн АҠШ президенты вазифа­һына дәғүә иткән кеше махсус агент булырға тейештер. Мин иһә Трамптың Рәсәйгә аяғы-ҡулы бәйле икәнлеге тураһында бер ҡайҙа ла ишетмәнем, – ти ул. – Беҙгә Хиллари Клинтондың еңеүе бер яғы менән дә насарыраҡ түгел. Дональд Трамптың аҙымдарын күҙаллауы ҡыйын. Ул президент итеп һайланып, илебеҙгә ҡарата ниндәйҙер ыңғай сәйәсәт алып бара башлаһа ла, бының оҙаҡҡа һуҙылырына ышаныс аҙ. Ә Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу күп йылдар дауамында етди шөғөлләнеүҙе талап итә”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә