Америкаға “урыҫ боттары” нимәгә?18.10.2016
АҠШ-тың Федераль тикшереүҙәр бюроһы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары американдарҙың сер итеп һаҡланған күп кенә мәғлүмәттәре WikiLeaks сайтына барып эләгеүен “урыҫ шымсыларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе” тип атай. Рәсәйҙә иһә, ғәҙәттәгесә, бындай нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә әллә ни иғтибар бирмәҫкә тырышалар.
Президентлыҡҡа кандидат Хиллари Клинтондың һайлау алды штабы етәксеһе Джон Подеста яңыраҡ, шәхси электрон почтаһындағы ҡайһы бер хаттар Интернет селтәре буйлап тарала башлағас, Федераль тикшереүҙәр бюроһы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Улары үҙ сиратында “Демократик партия” ағзаларының серле яҙмаларын урлау факты буйынса тикшереү барыуын белдергән. Шул саҡ, йәнәһе, кемеһелер был шаршауҙың аҫтынан “урыҫ боттары һерәйеп тороуын” әйтеп ысҡындырған.
Джон Подеста электрон йәшнигендәге мәғлүмәттәрҙең донъя киңлегенә сығарылыуын һис тә осраҡлы түгел тип һанай. Был ваҡиғанан аҙ ғына алдараҡ ул “Республика партияһы” башлығы Дональд Трампты фашлау маҡсатында 2005 йылдағы аудиояҙманы халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иткән булған. Әле ил президенты вазифаһына ынтылған сәйәсмән ун бер йыл элек, баҡһаң, ҡатын-ҡыҙ тураһында бик йәмһеҙ һүҙҙәр әйткән, минең һымаҡ билдәле кешегә теләһә ҡайһы сибәркәйҙе ризалығын һорап тормайынса түшәккә һалыу бер ни тормай, тип маҡтанған. “Демократик партия”ның уғы тиҙ үк сәпкә тейгән: Трамптың кандидатураһын яҡлауҙан абруйлы сәйәсмәндәрҙең байтағы, шул иҫәптән АҠШ парламентының түбәнге палатаһы спикеры Пол Райан баш тартҡан. “Трамптың кәңәшсеһе Роджер Стоун шул мәлдә миңә бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, башыңа бәлә генә алдың, тип янағайны. Моғайын, шәхси яҙмаларымдың урланып, Интернетҡа ҡуйылырын күҙ уңында тотҡан ул”, – ти Джон Подеста. Уның фекеренсә, Америка демократтарына ҡон ҡайтарыу өсөн мөмкинлек ҙур: тиҙҙән Дональд Трамптың һайлау алды штабы менән WikiLeaks сайты хужаһы Джулиан Ассанж араһындағы бәйләнештәр, Рәсәй разведкаһының ярҙамы тураһында дәлилләнгән мәғлүмәттәр донъя күрәсәк.
Хиллари Клинтондың һайлау алды штабы етәксеһе һаҡларға тырышҡан серҙәр ярайһы уҡ мөһим булған шул. WikiLeaks сайтына барып эләккән хаттарҙан күренеүенсә, элекке дәүләт секретары президент ҡәнәфиенә табан юлда бер төрлө уйларға, икенсе төрлө һөйләргә мәжбүр. “Минең ысын ҡараштарыма һайлаусылар әлегә әҙер түгел”, – тигән Хиллари ханым. Шулай уҡ ғаилә ағзаларының финанс эшмәкәрлеге тирәләй низағтар ҡалҡып сыҡҡан: Билл менән Хиллариҙың ҡыҙы Челси “Клинтондар фонды” башлығы Даг Бэндты аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләгән.
Әйткәндәй, АҠШ сәйәсмәндәре, шул иҫәптән Барак Обама менән Хиллари Клинтон да, электән үк Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәрен бик оҙон ҡуллы итеп күрә һәм “Демократик партия” лидерҙарының электрон йәшниктәренә тығылыуҙы уларҙың ғына эше тип атай. Беҙҙекеләр Дональд Трампты яҡларға, президент булыу өсөн көрәштә уның еңеүен тәьмин итергә маташа, имеш. “Республика партияһы” лидеры иһә – үҙе аптырашта. “Был урлашыуҙарҙың нисек барғанын беребеҙ ҙә белмәй. Бәлки, Ҡытай ғәйеплелер?.. Бәлки, бер ниндәй ҙә хакерҙар һөжүме булмағандыр әле”, – ти ул.
Мәскәү, алдан әйтеүебеҙсә, Америка сәйәсмәндәре түккән күҙ йәштәренә ышанмай. Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әлеге ғәйепләүҙәрҙе “башҡа һыймаҫлыҡ һәм бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән” тип баһалаған. Ә Владимир Путиндың фекере анығыраҡ: “АҠШ халҡының иғтибарын хакерҙар ҡаҙып сығарған мәғлүмәттәрҙән ситкәрәк йүнәлтеү маҡсатында юрый ығы-зығы тыуҙыралар. Ижтимағи аң менән уйнау инде. Ниңәлер был турала бер кем дә өндәшмәй. Барыһы ла мәғлүмәттәрҙе кем урлағанын ғына белергә теләй. Уныһы шулай уҡ мөһимме ни?” Ысынлап та, компроматтар табылыуында сәйәсмәндәр үҙҙәре генә ғәйепле бит. Әгәр бәйләнерлек нәмә булмаһа, кем уларға ҡаршы этлек ҡыла алһын? Халыҡ әйтмешләй, намыҫыңды йәштән һаҡларға кәрәк.
“Тышҡы сәйәсәт” агентлығы етәксеһе Андрей Сушенцов белдереүенсә, Рәсәйҙең АҠШ-тағы һайлау алды кампанияһына ҡыҫылыу ихтималлығы бик аҙ. “Илебеҙҙең Хәүефһеҙлек советында Дональд Трампты хакерҙар һөжүме ойоштороу ысулы менән яҡлау тураһында ҡарар сығарыуҙарын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин – юҡ. Бының өсөн АҠШ президенты вазифаһына дәғүә иткән кеше махсус агент булырға тейештер. Мин иһә Трамптың Рәсәйгә аяғы-ҡулы бәйле икәнлеге тураһында бер ҡайҙа ла ишетмәнем, – ти ул. – Беҙгә Хиллари Клинтондың еңеүе бер яғы менән дә насарыраҡ түгел. Дональд Трамптың аҙымдарын күҙаллауы ҡыйын. Ул президент итеп һайланып, илебеҙгә ҡарата ниндәйҙер ыңғай сәйәсәт алып бара башлаһа ла, бының оҙаҡҡа һуҙылырына ышаныс аҙ. Ә Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу күп йылдар дауамында етди шөғөлләнеүҙе талап итә”.